-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
30 Октябрь 2018, 17:56

“Ғафури һөтө” үтемле

Һуңғы йылдарҙа хөкүмәт яғынан ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәргә төрлөсә ярҙам күрһәтелә. Был йәһәттән һәр тарафта ауыл хужалығы кооперативтары ойошторолоп, үҙ эшмәкәрлектәрен башланы. Беҙҙең районда иһә был юҫыҡтағы эш бер нисә йыл элек үк башланғайны. Тәү башлап Бурлы ауылында “Ғафури һөтө” ауыл хужалығы кооперацияһы барлыҡҡа килеп, бында һөттө ҡаптарға тултырыу цехы асылды.

Эшмәкәрлеген һөт эшкәртеү йүнәлешендә алып барған был кооперативҡа “Урожай” ЯСЙ-е КХ-һы директоры Нәжип Мәжит улы Хисаметдинов етәкселек итә. Идарасыһы булып Йөҙимән ауылынан Илнур Рәхмәтуллин тора. Бығаса һөт шәхси хужалыҡтарҙан йыйылһа, хәҙер иһә нигеҙҙә “Урожай” хужалығы фермаларынан килтерелгән һөт эшкәртелә. Әлеге мәлдә бында көн һайын 700-800 литр һөт ҡаптарға тултырылып, ҡулланыусыларға оҙатыла. Был төп эшмәкәрлектәренән тыш май, ҡаймаҡ, эремсек, ҡорот кеүек продукциялар етештереп, һатып алыусыларға тәҡдим итә.

-Беҙ ҡаптарға тулты-рылған һөттө һәм башҡа төрлө һөт продукттарын үҙ магазиныбыҙҙан халыҡҡа тәҡдим итәбеҙ, Стәрлетамаҡ ҡалаһы сауҙа нөктәләренә, Красноусолдағы “Әкиәт”, “Удача”, “Виктория” магазиндарына, Красноусол башҡорт гимназия-интернатына оҙатабыҙ. 3,2 процент ҡуйылыҡтағы 1 литр-лы һөттөң ҡабын предприятиелар 28 һум менән ҡабул итеп ала, – ти Илнур Рәхмәтуллин.

Предприятие үҙ эшмәкәрлеген башлап ебәрер өсөн ҡоролмалар хәстәрләгән. 5 тонна һыйҙырышлы ҡулайлама (емкость), йәй көнө йыйылған һөттө һыуытыу ҡоролмаһы (3 тонна һыйҙырышлы) һәм һөттө ҡаптарға тултырыу линияһы, сепаратор һәм башҡа ҡоролмалар.

-Хужалыҡтан килте-релгән һөт башта ҡулайла-маға урынлаштырыла, Коммунизаторҙа шарлы фильтрҙар аша үткәрелеп һыуытыла, артабан пастеризацияланып ҡаптарға тултырыла. Шарҙар аша үткәндә һөттөң артыҡ майы йәбешеп ҡала (хужалыҡтан һөт 4,1 процент ҡуйылыҡта килә), уның аша үткәрмәгәндә, майҙар ҡап стенаһына йәбешеп, ҡулланыусыларҙа ризаһыҙлыҡ тыуҙырасаҡ, - ти эш барышы менән таныштырып Илнур Кинйәбай улы. Әйткәндәй, ул үҙе Шамил Тәүхетдинов менән һөттө ҡаптарға тултырыуҙа эшләй. Ә һуңғыһы “Нива” автомашинаһында һөт ташыу менән дә мәшғүл.

Һөттө ҡаптарға тултырыу цехына яңы төҙөлгән төкәтмәнең нимә булыуын да ҡыҙыҡһындыҡ. Баҡтиһәң, был сыр етештереү цехы буласаҡ икән.

-Был бинаға өҫтәп төҙөлөп, киңәйтелгән 9х23 метр ҙурлыҡтағы цехта етештереүсәнлекте тағы ла арттырып, сыр етештереүгә тотонорға иҫәп тотабыҙ, ҡоролмаһы ла бар, - тине идарасы.

Әлеге ваҡытта цехта Марат Әһлиуллин - технолог, Зөлфирә Харисова бухгалтер булып эшләһә, Тәғзимә Хисмәтуллина төрлө эштәр башҡара. Ә сыр етештереү цехы асылһа, бында йәнә тиҫтәләп кеше үҙенә хеҙмәт урыны табасаҡ.


Читайте нас: