Минең атайым –Зиязетдин Ғизетдин улы Искәндәров 1929 йылғы – һуғыш осоро малайы. Ата-әсәһе уға, миңе күп булғас, Миңлемулла тип икенсе исем дә ҡушҡан. Шулай атайым ике исемле булып йөрөнө. Уның хеҙмәт юлы бик иртә башлана. 12 йәштән көтөү көтә башлай, унан урман ҡырҡыу, һал ағыҙыу, малсылыҡта, комбайнда эшләү һәм башҡалар.
1967 йылда Әнүәр бабай Хәкимов уны умарталыҡҡа эшкә саҡыра. Әнүәр бабайҙың бала сағы ауыр була. Атаһы ауырыу булғанлыҡтан ата-әсәһен, үҙенән кесе дүрт туғанын хәстәрләү уның иңенә төшә. Ул көтөү ҙә көтә, сабата үреп тә һата, бер эштән дә ҡурҡып тормай. 1942 йылда 17 йәшлек Әнүәрҙе Тоцкийға һуғышҡа пулеметчиктар әҙерләү курсына ебәрәләр. 1943 йылдың 1 февралендә ул һуғышҡа китә. Сиваш буйындағы алышта ул бер аяғын юғалта, ҡаты яралана. 1944 йылда ауылға ҡайта. Инвалидмын тип өйҙә генә ултырмай, колхоз ҡайҙа ҡушһа, шунда эшләй. 1948 йылда ауылдашы Нәжибәгә өйләнеп, матур ғаилә ҡороп ебәрә.
50-се йылдар аҙағында колхоз умартасылыҡ менән шөғөлләнергә ҡарар итә. Әнүәр бабай 8 умарта менән эш башлап ебәрә. Умарталар һаны бик тиҙ ишәйә, уларҙың һаны 180-гә етә. Колхоз был умарталыҡты уртаға бүлеп, тағы бер умарталыҡ ойоштора. Баштараҡ был яңы умарталыҡта Мәжит ағай Хисаметдинов, шунан минең атайым эшләй башлай. Ул бында 1967 йылдан 1992 йылға ҡәҙәр эшләне. Улар икеһе лә йәне-тәне менән эшкә бирелгән кешеләр ине. Шулай булмаһа, Әнүәр бабай ағас аяғы менән йәйен мотоциклда, ҡышын саңғыла умарталыҡ тип сабыр инеме ни. Кем уҙарҙан ярышып, сәмләшеп эшләне улар.
1972 йылда колхозда 800 баш умарта ине (шуның яртыһы Бурлы умарталығына тура килә). Был йылда колхоз хөкүмәткә генә 180 центнер бал тапшырҙы. Һурҙырған балды һалырға һауыт еткерә алмайҙар ине. Хәтеремдә, бер көндө 18 феләк бал айырттыҡ. Ике умартасының да ярҙамсылары - уларҙың ҡатындары. Ә эштең ҡыҙыу мәлендә беҙ - балалар ярҙамға бара инек. Ҡына алыу, бал айыртыу эшенә беҙ бәләкәйҙән өйрәнеп үҫтек. Балдан тыш уларға балауыҙ, прополис тапшырыу планы ла бирелә ине.
Әнүәр бабайҙың ғаиләһендә үҙҙәре кеүек егәрле ике ул, өс ҡыҙ үҫте, ә беҙ ғаиләлә алтау инек. Умарталыҡта эш иртә яҙҙан ҡараңғы көҙгә ҡәҙәр дауам итә, ә ҡышын умарталарҙың нисек ҡышлауын саңғы менән йөрөп күҙәтеп торҙолар. Сысҡан, һуҫар эйәләшмәгәнме, ҡорт баҙында температура ярарлыҡмы - кәрәк булһа, һаҡланыу сараларын күрәләр ине.
Ҡыш көндәрендә атайым малсылыҡта эшләне. Әнүәр бабай ауылдаштарына быйма баҫты, ағастан мебель яһаны, бөтә эшкә лә ҡулы оҫта булды.
Тора-бара колхоз баҫыуҙарын авиация ҡулланып химик эшкәртеүҙәр башланғас, ҡорттар күпләп ҡырыла башланы. Етмәһә, варроатоз һәм башҡа ауырыуҙар килеп сыҡты. Инде беҙҙең атайҙар ҙа олоғайҙы. Умарталыҡты йәштәргә тапшырҙылар. Ике умарталыҡты бер итеп Байымбәткә күсереп алып китһәләр ҙә, умарталар бер ҙә мандый алманы, бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Ә умартасылыҡ хужалыҡтың шундай табышлы тармағы ине.
Атайҙарыбыҙ күптән инде баҡыйлыҡҡа күсте. Әнүәр бабай һуғышта алған яраларынан 1982 йылда вафат булды. Ә беҙҙең атай үлгәнсе ҡорттарын ташламаны, умарта тотто. Беҙ Әнүәр бабайҙың ҡыҙы Альмира менән осрашһаҡ, шул саҡтарҙы һағынып иҫкә алабыҙ. Тәбиғәттең матур урындары, шул утар юлдары һағындыра. Ял минуттарында атайымдың умарта араһынан йыйып кереткән еләк тәлгәштәре, ялан сәскәләренән әсәйем үргән таҡыя, усаҡ өҫтөндә бешкән аш тәме әле булһа онотолмай.
Утар-умарталыҡтар урынын өлкән быуын кешеләре һаман Әнүәр утары, Мулла утары тип йөрөтә.