+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
16 Ноябрь 2018, 13:48

Егет һынатмай

Ауыл хужалығы эшсәндәре көнө уңайынан Игенйылға ауылы егете, Ауырғазы күп профилле колледжы Ғафури филиалының һуңғы курс студенты Илнур Ғәзин “Восход-СТ” ЯСЙ-е аграр предприятиеһында практика үткәндә уңыш йыйыуҙағы һөҙөмтәле эш күрһәткестәре, тырыш хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Колледжға 2016 йылда уҡырға ингән егет ауыл хужалығы производствоһы тракторсы-машинисы һөнәрен үҙләштерә.

Егет был хужалыҡта ике йыл рәттән практика үтеп, урып йыйыу эштәрендә ҡатнашты. Бында колледждың бер нисә студенты комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләһә, Илнур иһә комбайнға үҙ аллы идара итте. Әйткәндәй, был өлкәлә уның тәжрибәһе бар. Уҡырға инмәҫ элек үк, техника йәнле егет, колхозда комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләп, өлкән ағайҙарынан эшкә өйрәнгәйне. Шуға ла уға ҡеүәтле техника менән идара итеүе ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Үҙе йүнәтеп алған комбайнда баҫыуҙарҙы иңләп, ул 245 гектар майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар урып, 7400 центнерға яҡын уңыш йыйып алыуға өлгәшә. Аграр предприятие етәксеһе Руслан Зәки улы Бакиров та, колледждың производствоға өйрәтеү мастеры – Илнурҙың практика етәксеһе Мөнир Зөлҡәфи улы Сиражетдинов та ергә ереккән, буласаҡ ер кешеһенең эшенән бик ҡәнәғәт булыуҙарын билдәләй.
Читайте нас: