-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
16 Ноябрь 2018, 13:38

Хеҙмәт батырҙарын хөрмәт итер, уңыштарҙы барлар мәл етте

Ауыл хужалығы илебеҙ иҡтисадында мөһим урындарҙың береһен биләй. Республикабыҙ иһә ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса илдә алдынғылар иҫәбендә. Районыбыҙҙың был тармаҡ эшсәндәре лә дөйөм уңышҡа үҙ өлөшөн индерә. Быйыл улар ниндәй уңышҡа өлгәште, ниндәй ҡыйынлыҡтар бар, продукция етештереү кимәле нисек? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән көҙгө баҫыу эштәре тамамланып, районда йыл да ауыл хужалығы эшсәндәрен хөрмәтләү, уларҙың хеҙмәтен баһалау – Ауыл хужалығы эшсәндәре көнө уңайынан 16 ноябрҙә уҙғарылған тантаналы байрам сараһы алдынан район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Рөстәм АҠБАШЕВҡа мөрәжәғәт иттек.

-Рөстәм Рәшит улы, һөнәри байрамығыҙ алдынан һеҙгә традицион һорау, ауыл хужалығы йылы нисек үтте?

-Быйыл ҡатмарлы һауа шарттарында эшләргә тура килһә лә, байрамды һәйбәт кәйеф менән ҡаршылайбыҙ, сөнки барлар уңыштарыбыҙ бар, ярайһы ғына яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшелде. Иген культураларынан тулайым 41300 тонна самаһы уңыш йыйып алынды. Районыбыҙ игенселәре бөртөклөләрҙең һәр гектарынан уртаса 23,6 центнерҙан ашыу уңыш үҫтереп алды. Бөртөклө-ҡуҙаҡлы культуралар сәсеүлектәренең дөйөм майҙаны – 17500, ярауай культуралар – 12500, ужым культуралары 5 меңдән ашыу гектар тәшкил итте.

-Ауыл хужалығында шәкәр “аҡ валюта”ға тиң. Шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү йәһәтенән эштәр нисек?

- Һуңғы йылдарҙа районыбыҙ республикала “татлы тамыр” үҫтереп алыу бу-йынса дан ҡаҙанды һәм ҡаҙана, тип әйтергә кәрәк. Быйыл был килемле техник культура 3066 гектар майҙанда үҫтерелде. Әлеге мәлдә тамырҙар тулыһынса ҡаҙып алынды, шәкәр заводтарына 108 мең тонна (был эш дауам итә, дөйөм 123 мең тонна самаһы оҙатыу күҙаллана) сеймал тапшырылды, уртаса гектар ҡеүәте 400 центнерҙан ашыу тәшкил итә. Уңыш йылдан-йыл мулыраҡ булып, беҙҙе һөйөндөрә генә. Сағыштырыу өсөн 1990 йылғы күрһәткестәрҙе миҫалға килтереп үтергә теләйем. Ошо йылда районда шәкәр сөгөлдөрө майҙандары әлеге кеүек үк булып, тулайым йыйым 47 мең тонна тәшкил иткән, гектар ҡеүәте 151 центнер булған. Быйыл “Сатурн” крәҫтиән хужалығы йәнә “татлы тамыр”ҙан уғата юғары уңыш алып, рекорд ҡуйҙы - һәр гектарҙан 734 центнер! “Восход-СТ” ЯСЙ-е аграр предприятиеһында тулайым йыйым 45 мең тонна тәшкил итә, “Тахтаров Г.М.” хужалығында һәр гектар 463 центнер төшөм бирә. Быйыл икенсе йыл ғына “татлы тамыр” сәсеүсе “Р.Рәжәпов” шәхси хужалығында ла уңыш ярайһы юғары – һәр гектарҙан 450 центнер көтөлә.

Юғары уңышҡа өлгәшеү, әлбиттә, хужалыҡтарҙың эштәрҙе алдынғы технологияларҙы ҡулланып, комплекслы алып барыуы, заманса техникаға эйә булып, агротехник талаптарҙы тулыһынса үтәүе һөҙөмтәһе.

- Районда тағы ла ниндәй культураларға өҫтөнлөк бирелә?

- Иген культуралары һәм шәкәр сөгөлдөрө менән бер рәттән көнбағыш үҫтереү ҙә иғтибар үҙәгендә. Ул 2200 гектар майҙанды биләй. Әлегә ул бер аҙ йыйып алынды, әммә оҙайлы ямғырҙар көнбағыш баҫыуҙарына инергә мөмкинлек бирмәне, көндәр һыуытып туңдырҙы һәм хужалыҡтар культураны йыйырға тотондо. Юғары килемле сурепица - 262, аҡ гәрсис – 185, люпин (аҡ әсе борос) 121 гектарҙа сәселеп, уңышы йыйып алынды. Киләһе йылғы уңыш хаҡында ла хәстәрлек күрелә. 2600 тонна ярауай иген культуралары, 20 тонна элиталы орлоҡтар етерлек күләмдә келәттәргә һалынды. Орлоҡ сифаты тикшерелеп, 90 процентының сифаты стандарттарға тап килә.

Киләһе 2019 йылда “Баҫыу көнө” төбәк семинары тап беҙҙең районда үтеүе бик күп нәмә хаҡында һөйләй. Семинарҙы “Восход-СТ” АП-һы базаһында уҙғарыу күҙаллана. Был сараға әҙерлек эштәре башланды ла инде: участка билдәләнеп, унда “Ишембай” агрохимик хеҙмәте станцияһы” ФБДУ-һы бындағы тупраҡҡа агрохимик анализдар уҙғарҙы.

- Ауыл хужалығында техникаһыҙ бер ниндәй ҙә эш башҡарып булмай, техника торошо ни хәлдә?

- Һуңғы йылдарҙа техника паркын яңыртыуға мөмкинлектәр табыла. Бы-йыл, мәҫәлән, 4 иген комбайны (2-һе – лизингҡа), бер ҡеүәтле К-744 (“Кировец”) тракторы һатып алынды. Һатып алынған техниканың, шулай уҡ һөт етештереү, тоҡомло малсылыҡ, үҫемлекселек һәм тупраҡты туҡландырыу йүнәлештәренә дәүләт тарафынан һиҙелерлек ярҙам күрһәтелә. Техника һатып алыуға, кредиттар буйынса процентлы ставкаларҙы ҡаплатыуға бүленгән субсидияларҙың дөйөм хаҡы 73 миллион һум тәшкил итте.

- Дәүләт ярҙамы, маҡсатлы программалар хаҡында ла әйтеп үтһәгеҙ ине.

- Был йәһәттән төрлө программалар эшләй. Быйыл “Башҡортостан Республикаһында ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү” һәм “Яңы эш башлаусы фермер” маҡсатлы программаһында 3 фермер ҡатнашып, барыһы ла грант алды. Йөҙимән ауылынан Илзирә Рәхмәтуллина менән Аҡкүлдән Алексей Ерофеев ауыл хужалығы техникаһы һәм малдар һатып алырға, Дмитриевканан Илшат Ғиззәтуллин йылҡысылыҡты үҫтерергә уйлаша. Һөт йүнәлешендәге малдарҙың продуктлылығын күтәреүгә, һатып алынған ауыл хужалығы техникаһының һәм ҡоролмаларҙың хаҡын өлөшләтә ҡаплатыуға дәүләт ярҙамы алырға мөмкин. Шулай уҡ район хакимиәте лә яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам ҡулы һуҙа. Ҡотлоғужа ауылынан фермер Азат Маннанов кәзәләр үрсетеп, ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнә ине, хәҙер эшмәкәрлеген киңәйтеп, кәзә һөтөнән сыр етештерергә уйлаша. Бының өсөн ҡорамалдар һатып алды. Ауыл хужалығы эшсәндәре көнөндә ул етештергән сырҙы тәмләп ҡарарбыҙ, тип өмөтләнәм.

Ауылға эшкә ҡайтҡан йәш ауыл хужалығы белгестәренә лә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. “Ауыл хужалығында кадрҙар потенциалына дәүләт ярҙамы” программаһына ярашлы, кадрҙар потенциалын үҫтереү буйынса ике йәш белгес - Э.Сәғиҙуллина менән Ф.Ғафаров үҙ тыуған хужалыҡтарына эшкә ҡайтып, 500-әр мең һум күләмендә ярҙам алды.

- Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары хаҡында ни әйтерһегеҙ?

-Билдәле булыуынса, районда февраль айында төрлө йүнәлештә эшмәкәрлек алып барасаҡ ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары һәм инициатив төркөмдәр төҙөү буйынса йыйылыш үткәйне. Ауыл хужалығы кооперативтарына берләшеп эшләргә теләүсе 11 инициатив төркөмдөң 5-һе 3 миллион һумғаса дәүләт ярҙамы - грант алыуға документтар тапшырып, 3-һе еңеп сыҡты. Бурлы ауылында һөт эшкәртеү менән шөғөлләнгән “Ғафури һөтө” һәм Табын ауылында “Солнышко” кооперативтары ит продукцияһы эшкәртергә, мал һуйыу цехы булдырырға, Һабай ауылында “Хәләл-Еҙем” кооперативы ит эшкәртергә уйлаша. Инициатив төркөмдәрҙән Родина ауылында ла (“ШЭ Фәйзуллин Р.Р.” КФХ-һы) бөтөн техник, ветеринар, санитар талаптарға тап килгән һәм барлыҡ шарттар булдырылған мал һуйыу цехы асылды.

Беҙҙең бурыс – ҡайһы төбәктә малсылыҡ ныҡлы үҫеш алған, шунда ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары төҙөп, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға үҙҙәре етештергән малсылыҡ продукцияларынан килем алыуҙа ярҙам ҡулы һуҙыу.

- Ауыл хужалығында малсылыҡ тармағы йыл әйләнәһенә килем алыу сығанағы булып тора. Был йәһәттән уңыштар бармы?

- Малдары булған барлыҡ ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары малдарҙы ҡышлатыуға әҙерлекле инде, мал аҙығы сифатлы һәм мул тупланды. Мал ҡышлатыуҙы уңышлы атҡарып сығыу өсөн барлығы 10200 тонна бесән, 25500 тонна сенаж, 11300 тонна силос әҙерләнде. Бөтөн төр аҙыҡты иҫәпкә алып, һәр шартлы мал башына уртаса 30,4 центнер мал аҙығы тура килә. Районда өс ауыл хужалығы предприятиеһы һөтсөлөк менән шөғөлләнә. Һөт етештереү буйынса күрһәткестәр былтырғынан юғарыраҡ, район буйынса һәр һыйырҙан 3850 литр (1 ноябргә ҡарата) һөт һауылһа, йыл аҙағына был күрһәткес бер һыйырға иҫәпләгәндә 4200 литрға етеренә иҫәп тотабыҙ. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға килгәндә, уларҙа 14 меңдән ашыу баш һыйыр малы иҫәпләнеп, шуның 5700 башы – һауын һыйырҙары. Был тәңгәлдә Имәндәш ауыл биләмәһенә ҡараған Юрмаш ауылында йәшәп, ҡайҙандыр көтөп ятмай, ә шәхси ярҙамсы хужалыҡтары иҫәбенә көн күреүсе был төбәктең бик егәрле, тырыш халҡын маҡтап телгә алырға теләйем. Бында һәр ғаилә тиерлек 10-ар баш һауын һыйыры аҫрай, һәр кемдең килем килтерерҙәй үҙ шөғөлө бар.

Районда ҡошсолоҡто тергеҙеү бу-йынса ҙур эш алып барыла. “Восход” ауыл хужалығы предприятиеһы етәкселеге (генераль директоры Р.З.Бакиров) элекке “Родина” агрофирмаһының ҡошсолоҡ биналарын һатып алып, нигеҙҙән үҙгәртеп ҡороп, сит илдән ҡайтарылған яңы ҡорамалдар урынлаштырҙы. Бында аҫралған йомортҡа йүнәлешендәге йәш тауыҡтарҙың дөйөм һаны - 74 мең баш булып, шуның 25 мең башы йомортҡа һала. Быйыл 3,5 миллион дана йомортҡа етештерелгән. Хужалыҡ етәксеһе тауыҡтар һанын 180 мең башҡа еткерергә ниәтләй. Бының өсөн 140 миллиондан ашыу һумға инвестициялар талап ителә. Уның эсенә ҡоштар өсөн ҡатнаш аҙыҡ, ҡош итен эшкәртеү цехтары булдырыу һәм башҡалар инә.

- Һөнәри байрамды билдәләгәндә, асылда уңыштарҙы барлап, теге йәки был тармаҡта тырышып, ал-ял белмәй эшләгән хеҙмәт алдынғыларының исемдәрен атап китеү йолаһы йәшәй.

-Әлбиттә, ирешелгән барлыҡ уңыштар артында иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә алһыҙ-ялһыҙ баҫыуҙарҙа, фермаларҙа тир түккән механизаторҙарҙың, малсыларҙың, һауынсыларҙың, фермерҙарҙың, шәхси ярҙамсы хужалыҡта эшләүселәрҙең тос хеҙмәте ята, уларҙың һәр береһе оло ихтирамға лайыҡ. Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан юғары күрһәткестәргә өлгәшкән, төрлө бүләкләүҙәргә лайыҡ булыусыларҙың исем-шәрифтәрен атап китергә кәрәк. Улар араһында “Урожай” ЯСЙ-е КХ-һы һауынсыһы Ләлә Хисмәтуллина һәм механизаторы Азамат Яҡушев, механизатор Альберт Мәхмүтов (Ленин исем. хужалыҡ), Андрей Гапонов (“Агролэнд” ЯСЙ-енең һөтсөлөк фермаһы мөдире), Рәсимә Маннанова (“ШЭ А.Б.Маннанов” КФХ-һы), малсы Наил Сабитов (“КФХ башлығы Р.В. Мөьминов” ШП-һы), ҡошсо Юлия Николаева (“Восход” ЯСЙ-е аграр предприятиеһы), шәхси эшҡыуарҙар-крәҫтиән (фермер) хужалыҡ башлыҡтары Рөстәм Йомағолов, Морат Шаймарҙанов, Николай Карпунин, Урал Ҡорманғолов, Князь Алиян (“ШЭ М.Ш.Алиян” хужалығы управляющийы) һәм башҡалар бар. Ғөмүмән, ауылда төпләнеп, йыл әйләнәһенә ауыл хужалығы тармағында эшләгән һәр кем маҡтауға лайыҡ.

- Киләсәккә ниндәй бурыстар күҙаллана?

- Ауыл хужалығы тармағы алдында эшләйһе эштәр, хәл итәһе проблемалар байтаҡ, әлбиттә. Уларҙың өҫтөндә эшләйбеҙ, тейешле саралар күрәбеҙ. Яңы технологияларҙы үҙләштереү, кадрҙарҙы йәлеп итеү – беҙҙең алда торған бурыстар. Әлбиттә, ауылда квалификациялы эшсе кадрҙарҙың, атап әйткәндә, бигерәк тә механизатор, малсы кеүек һөнәрмәндәрҙең етешмәүе иң ҙур проблемаларҙың береһе, тип әйтергә кәрәк. “Восход-СТ” ЯСЙ-е аграр предприятиеһы етәксеһе Руслан Бакиров йәш белгестәрҙе, кадрҙарҙы эшкә йәлеп итеү менән бер рәттән торлаҡ мәсьәләһен дә хәл итеү өҫтөндә эшләй, ер участкалары алып йорттар төҙөтә. “КФХ башлығы Р.В.Мөьминов” хужалығында ла киләһе йылға элекке колхоз контораһын ике фатир итеп үҙгәртеп ҡорорға уйлашалар.

- Байрам уңайынан теләктәрегеҙ ҙә барҙыр?

- Районыбыҙҙың ал-ял белмәгән ауыл эшсәндәре – механизаторҙар, һауынсылар, малсылар, фермерҙар, шәхси ярҙамсы хужалыҡ тотоусылар, ғөмүмән, ауыл хужалығында эшләгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәр ирешелгәндәр менән генә сикләнеп ҡалмаҫ, киләсәктә тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яулау өсөн тырышыр, тип уйлайым. Һәм барлыҡ ауыл уңғандарын, ветерандарыбыҙҙы район хакимиәте һәм үҙемдең исемдән һөнәри байрам – Ауыл хужалығы эшсәндәре һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым. һәммәгеҙгә лә иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет, именлек теләйем. Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын!

-Рөстәм Рәшит улы, һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт.
Читайте нас: