Әлбиттә, еңел түгел техника менән эшләү. Иртә таңдан ҡара төнгә тиклем баҫыуҙа йә юлда булыу ғына түгел, ошо арала, йәғни эштән һуң тракторыңды ҡарап, йүнәтеп алырға, иртән иртүк йәнә юлға ҡуҙғалырға кәрәк. Хөрмәт Ғәлиуллиндың тракторы ошо йәһәттән һынатманы. Тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында ла эшкә әҙер булды һәм тәүлек әйләнәһенә туҡтамай эшләне. Сәсеү, уңыш йыйыу осоронда баҫыуҙа эшләгәндә балалары уны күрмәне лә.
- Ҡыш көндәре лә тракторға эш етәрлек ине колхозда, - ти Хөрмәт ағай. – Фермаларға жом ташығанда, мәҫәлән, иртәнге сәғәт өстән тороп юлға сығыла ине. Ул саҡта “Беларусь” тракторы машина урынына булды. Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларына ла әҙ йөрөлмәне. Көткән кешегә лә еңел түгел, әлбиттә. Иренең иҫән-һау ғына йөрөп ҡайтыуын теләп тәҙрәнән күҙен алмай көткән Фәниә апайҙың йоҡоһоҙ төндәре лә аҙ булмағандыр. Ире ҡасан ҡайтһа ла ашы бешкән, самауыры ҡайнап ултырыр ине. Механизаторҙың хеҙмәт уңыштарында, һис һүҙһеҙ, уның тормош иптәшенең дә өлөшө ҙур.
Хөрмәт Ғәлиуллиндың эш стажы 1957 йылда әрме хеҙмәтенә киткәнсе үк башланды. Тәүҙә колхозда төрлө эштәр башҡара, тимерсе булып эшләп ала. Тракторсы ярҙамсыһы ла була. 1965 йылдан һуң тәүҙә “Т-38”, “ДТ-20” тракторҙарында эшләне. Колхозға “МТЗ-52” тракторы ҡайтҡас, уны үҙен ыңғай яҡтан танытып өлгөргән тракторсы – Хөрмәт Ғәлиуллинға ышанып тапшыралар. Әйтергә кәрәк, 50 йылдан ашыу хеҙмәт стажы менән хаҡлы ялға туҡтағанға тиклем тағы ла 4 трактор алмаштыра ул.
Механизаторҙың төп хеҙмәт урыны, әлбиттә, баҫыу. Ҡара тупраҡҡа Хөрмәт Һәҙиәт улының да тире әҙ һеңмәне. Сәсеү алдынан ер эшкәртте, бәрәңге, кукуруз үҫтерҙе. Тырыш хеҙмәте өсөн күп тапҡырҙар колхоз, район хакимиәттәренең Маҡтау грамоталарына, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” билдәһенә лайыҡ булды. 1960 йылдарҙа райондың “Хеҙмәт даны” китабына уның исеме лә индерелде. Заманында рәсеме гәзит биттәрендә йыш баҫылды. Башта әйтелгәнсә, һөнәренә ғүмере буйы тоғро ҡалды Хөрмәт ағай. Хаҡлы ялға туҡтағас та әле трактор руле артында булды. Үҙенең тракторында йөрөмәгәненә лә 1-2 йыл ғына.
Эйе, ғүмер юлы бушҡа үтелмәне уның. Ауылда ғына түгел, тирә-яҡта беләләр һәм ихтирам итәләр элекке механизаторҙы. Бергә эшләгән иптәштәре – Винер Ғәлин, Йәүҙәт Әбделмәнов, Риф Исҡужин, Әхмәт Хәсәнов, Ғаяз Туймурзиндарҙы хөрмәт менән иҫкә ала үҙе лә. Фәниә апай менән 7 бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Бөгөн уларҙың 19 ейән-ейәнсәре, 10 бүлә-бүләсәре бар. Уларҙың изгелек-игелеген күреп йәшәй бөгөн элекке данлыҡлы механизатор Хөрмәт Ғәлиуллин.