Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейы алдынан республикабыҙҙың бай тарихы өйрәнелә, бөйөк шәхестәрҙе иҫкә алыу, социаль объекттар төҙөү бу-йынса төрлө проекттар тормошҡа ашырыла. Беҙҙең ауылда ла ғорурланырлыҡ шәхестәребеҙ байтаҡ. Был кисәлә беҙ ябай хеҙмәт кешеләре, заманында районда, рес-публикала алдынғылар иҫәбендә булған ағай, апайҙарыбыҙ менән ауылыбыҙҙың йәш быуынын осраштырҙыҡ. Элекке колхозсылар, малсылар, механизаторҙар хәтирәләре менән теләп уртаҡлашты. “Эшләмәгән эш ҡалманы инде, ҡайҙа ауыр эш – мин шунда булдым”, - ти 17 йыллап сөгөлдөр үҫтереп, 5 йыл фермала һыйыр һауған, 11 йыл мәктәптә йыйыштырыу-сы булып эшләгән Мәрүә Мөхәмәтйәнова. Йыр-моңға маһир, үҙе таҡмаҡтар ҙа сығарып, мөнәжәттәр әйткән апай клуб сәхнәһенән төшмәне, райондың мәҙәни тормошонда ла әүҙем ҡатнашты. Динде лә бик ихтирам итә, ураҙаны ҡалдырмай тота. Ауылда ул күптәргә өлгө.
“...Ғилминур Вәлиева үткән йыл йомғаҡтары буйынса 3 мең рубежын аша атланы, йыллыҡ йөкләмәһен 514 кг-ға арттырып үтәне. Быйылғы йылға ышаныслы старт алып, ғинуар айы планындағы 150 кг урынына һәр һыйырҙан 224 кг һөт һауып алды. Тулайым һауым – 3136 кг”, – тип яҙылған 1988 йылдың 11 февралендә сыҡҡан ра-йон гәзитендә. Эйе, Ғилминур апай йәшәү бәхетен бына ошолай эшкә намыҫлы ҡарауҙа күрә. Мәрүә һәм Ғилминур апайҙарҙың балалары ла әсәләренә оҡшап, эшкә уңғандар, хеҙмәттәрендә маҡтаулылар.
Әсмә Кәримова йәш кенә көйөнсә хеҙмәт юлын һөтсөлөк фермаһында башлай. Бөтә көсөн биреп намыҫлы эшләй һәм колхоздың, райондың иң алдынғы малсылары сафында була. Һанап бөткөһөҙ Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәре һәм “Еңеүсе” тигән исемдәре уның һәр саҡ алдынғылар рәтендә булыуы тураһында һөйләй. Ул 6 бала әсәһе, балалары ла әсәләре кеүек уңған, эшһөйәр, тәрбиәле, хәҙер инде үҙҙәре атай-әсәй булып, тормош ҡорғандар.
Беҙҙең ул ваҡыттағы колхозыбыҙҙың, ауылыбыҙҙың тотҡаһы, төп көсө механизаторҙар, йәғни шоферҙар, тракторсылар, комбайнсылар булды. Ошондай алдынғы эшсәндәрҙең береһе – Кәрим ағай Ибәтуллин. Билдәле механизатор, ниндәй генә трактор, комбайндарҙа эшләмәгән, үҙенең эш дәүерендә алдынғылыҡты бирмәгән, бик күп наградаларға, бүләктәргә лайыҡ булған кеше ул. “Хеҙмәт юлымды 12 йәшем тулыр-тулмаҫтан колхозда тракторсы ярҙамсыһы булып башланым һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда эшләнем”, – тип һөйләй Кәрим ағай. Улар ҡатыны Земфира апай менән 6 балаға ғүмер биреп, йәштәргә өлгө булып йәшәнеләр.
Ауылыбыҙҙың тағы ла бер ғорурлығы – Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы, Коммунистик хеҙмәт ударнигы, биш йыллыҡтар еңеүсеһе, алдынғы сусҡа ҡараусы Рәйфә апай Ғәйнетдинова. Ул район, республика кимәлендә ал бирмәне, һәр саҡ беренселекте алды. Тиҫтәләгән йылдар ауыл һәм район Советтары депутаты булды. Бөгөнгө көндә 91 йәшендә булыуға ҡарамаҫтан, апайыбыҙ һау-сәләмәт, үҙ аҡылы, көсө менән бына тигән итеп донъя көтә.
Ауылыбыҙҙа баҫалҡы, тыйнаҡ, бөтә ғүмерен эшкә бағышлаған кешеләр бик күп, уларҙың тормош юлы, фиҙаҡәр хеҙмәте өйрәнелергә һәм йәш быуындарға еткерелергә тейеш.
Был осрашыуҙан саҡырылған ҡунаҡтар, уҡыусылар бик ҡәнәғәт ҡалды. Уҡыусылар күрһәткән концерт, мәктәп коллективы әҙерләгән тәмле сәй кәйефтәрҙе тағы ла күтәреп ебәрҙе. Осрашыу бик эстәлекле һәм фәһемле үтте.