Ауыл эшсәндәренең байрам шатлығын уртаҡлашырға мәртәбәле ҡунаҡтар: БР Ауыл хужалығы министрлығының иҡтисади анализ һәм планлаштырыу бүлеге начальнигы Айҙар Сәйетов, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Рөстәм Рәшит улы Аҡбашев, “Мәләүез шәкәр заводы” генераль директоры Альберт Бикташев, “Красноусол” шифаханаһы директоры Фаяз Харис улы Мәжитов килгәйне. Шулай уҡ хужалыҡтар етәкселәре, ауыл хужалығы алдынғылары, тармаҡ ветерандары, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм предприятие-учреждениеларҙан вәкилдәр ҡатнашты.
Сара башланырҙан алда район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнзил Сыңғыҙов һәм ҡунаҡтар мәҙәниәт һарайы фойеһында районыбыҙ уңғандары – эшҡыуар-фермерҙар тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле күргәҙмә менән танышып сыҡты. Улар араһында “Ғафури һөтө” ЯСЙ-е, “ШЭ Маннанов А.Б.”, “ШЭ Алиян М.Ш.”, “ШЭ Шаймарҙанов М.Р.” (Сәйетбаба ауылында сыр етештереүсе), “Красноусол” ҡулланыусылар йәмғиәте, “Фомин” икмәкханаһы, “Күркәм дөйәғош” КФХ-һы, Красная поляна утарынан Сергей Тимофеев һәм башҡалар бар ине.
Тантаналы сара бейеүселәрҙең игенсегә дан йырлау композицияһы менән асылып, хөрмәтле ҡунаҡтар быйылғы яңы уңыш ононан ҡабарып бешкән икмәктән ауыҙ итте. Байрам сараһын алып барыусылар Рәзилә Хәбибуллина менән Хызыр Нәзиров кисәне асып, ҡунаҡтар менән таныштырып үткәндән һуң, тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнзил Сыңғыҙовҡа бирҙе.
- Бөтөн ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәт коллективтарын Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө менән тәбрикләйем, ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек теләйем, - тине Фәнзил Фәйез улы. – Бөгөн күп йыллыҡ традицияға ярашлы, байрам тантанаһына ысын һөнәрмәндәр, үҙ эшенә бирелгән, ергә ереккән - райондың иң яҡшы аграрийҙары йыйылған. Райондың ауыл хужалығы эшсәндәре үҙҙәренең һөнәри байрамын лайыҡлы ҡаршылай: ауыл уңғандары иген, шәкәр сөгөлдөрө уңышы менән һөйөндөрҙө, һөт һәм ит етештереү артты, малдар ҙа туҡ ҡышлаясаҡ.
Бөтөн агротехник талаптарҙы үҙ ваҡытында үтәү һәм һауа шарттарының һәйбәт булыуы һөҙөмтәһендә бөртөклөләрҙән һәйбәт – һәр гектарҙан уртаса 23,6 центнер (республика күрһәткесенән юғарыраҡ) уңыш үҫтереп алынды. “Татлы тамыр” майҙандары 3066 гектарҙы биләп, уңышын йыйып алыуҙа хужалыҡтарҙың ныҡышмал һәм тырыш хеҙмәтен билдәләп үтергә кәрәк. Быйыл ауыл хужалығы предприятиелары шәкәр заводына 112 мең тоннанан ашыу “татлы тамыр” тапшырҙы, тулайым йыйым 122681 тонна тәшкил итте. Республика буйынса был культураның уртаса гектар ҡеүәте – 319 центнер булһа, ә районда һәр бер гектар 400 центнер уңыш бирҙе. Уңышлы эшләү һөҙөмтәһендә ра-йон һәр йылдағыса бы-йыл да был төшөмлө культура күрһәткестәре буйынса республикала тәүге өсәү иҫәбенә инеп, бары тик Өфө районынан ғына ҡалышып, икенсе урынды яуланы, - тип был тәңгәлдә үҙ өлөшөн индергән хужалыҡтарҙы барлап үтте сығыш яһаусы. - Районыбыҙ малсылары ла һөнәри байрамдарын уңышлы ҡаршылай. Ра-йон буйынса 18226 баш һыйыр малы иҫәпләнеп, шуның 7679 башы һауын һыйырҙары, 2878 баш йылҡы малы, ҡоштар – 111, сусҡалар 1430 баш, 19000 бал ҡорто ғаиләһе иҫәпләнә, - тип сығышын дауам итте Фәнзил Фәйез улы. – 10 айҙа хужалыҡтарҙа 26 мең тонна, шул иҫәптән ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында 4666 тонна һөт, 2688 тонна һыйыр һәм ҡош ите етештерелгән. Был күрһәткестәр былтырғы кимәлдә. Һәр һыйырҙан 3482 килограмм һөт һауыла (107,3 процент).
Бөгөнгө күргәҙмәлә күреүегеҙсә, Ғафури эшҡыуар-фермерҙары бер нисә төрлө сыр, ҡымыҙ, башҡа һөт продукциялары етештерә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, “Ғафури һөтө” кооперативы һөттө ҡаптарға тултыра башланы. Киләсәккә пландары – колбаса цехы асыу, быға алынған грант ярҙамға киләсәк. Районыбыҙ хужалыҡтары республика маҡсатлы программаларында әүҙем ҡатнаша. 2012 йылдан алып 23 фермер дөйөм 41,9 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы алды. Беҙ артабан да ауыл хужалығын үҫтереүгә ярҙам программаларында ҡатнашырға, малсылыҡ объекттарының төҙөлөшөн дауам итергә тейешбеҙ. Ауыл хужалығында әлегә проблемалар етерлек, был хаҡта беҙ беләбеҙ, һәм уларҙы хәл итеү өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ, - тине һәм йәнә бер тапҡыр ауыл хужалығы эшсәндәренә, бигерәк тә бөгөн үҙҙәренең бай тәжрибәләрен йәш белгестәр менән ихлас уртаҡлашҡан тармаҡ ветерандарына тәбрик һүҙҙәрен еткереп, Фәнзил Сыңғыҙов сығышын йомғаҡланы. Һәм крәҫтиән-фермер хужалығы етәкселәренә “БР-ҙа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” билдәһен, Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһын һәм Рәхмәт хатын, ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ бер төркөм алдынғыларҙы район Советының һәм хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләне.
Артабан БР Ауыл хужалығы министрлығы вәкиле Айҙар Сәйетов байрамға йыйылыусыларҙы республика Хөкүмәте, Ауыл хужалығы министрлығы исеменән тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе һәм байрамды ауыл хужалығы эшсәндәре һәйбәт һөҙөмтәләр менән ҡаршылауын билдәләп үтте. Бер төркөм алдынғыларҙы Башҡортостан Республи-каһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамоталары менән бүләк-ләне.
Район хакимиәте баш-лығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Рөстәм Рәшит улы Аҡбашев ауыл хужалығы эшсәндәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, йәнә бер төркөм алдынғыларға район хакимиәтенең Дип-ломдарын һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.
“Красноусол” шифа-ханаһы директоры Фаяз Харис улы Мәжитов та байрамға буш ҡул килмәгән. Ауыл хужалығы алдынғыларына атап шифаханала ял итеү һәм сәләмәтлектәрен нығытыу өсөн 6 сертификат тапшырҙы.
Дөйөм алғанда, районыбыҙҙың ауыл хужалығы эшсәндәренә дан йырлау байрамы йылы шарттарҙа үтте. Сығыш яһаусыларҙың һәр береһе игенсе, малсы һөнәренең бөйөклөгөн һыҙыҡ өҫтөнә алып, фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Район мәҙәниәт һара-йы артистарының, “Красноусол” шифаханаһы һәүәҫкәрҙәренең, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыларының сағыу сығыштары байрамға биҙәк өҫтәне һәм һәр кемдең күңеленә хуш килде. Байрам сараһы “Ғафури гимны” менән тамамланды.