+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
14 Декабрь 2018, 12:53

Беҙ ауылдың иң шәп егеттәре…

Иртә менән Юрмаш ауылына юлланыуыбыҙҙың да маҡсаты - төпкөл, бәләкәй ауылдарҙың йәшәйешен, көнитмешен күреү ине. Бер-ике рәт булып һуҙылған ауыл. Йорттар ҙа төҙөк. Урамдың бер осонан икенсе осона үтеп, тәбиғәткә һоҡланып торғанда, һәр бер ихатанан тиерлек малдарын сығара ла башланылар. Бында һәр йортта күпләп һыйыр малы, ат тоталар, үҙҙәре бер өйөр, көтөү кеүек.

Миңнулла Шәмсетдиновтың өйө йылғаға яҡын ғына урынлашҡан. Депутат, пилорамаһы бар. Өс һыйыр, дүрт ат тота. Илдар Салауатов инде оҫта быйма баҫыусы булып танылған. Унан бер алған кеше һәр саҡ уға мөрәжәғәт итә. Таһир Хәбибуллин һалабаш һалып, йүкә лә эшләй, төрлө ағас эштәрен дә башҡара, шулай уҡ 6 һауын һыйыры, 7 башмаҡ тота. Илгиз Ғәйнуллин бура ла бурай, 5 баш һыйыр малы, ике ат та аҫрай. “Трактор, “Беларусь” бар, шуның ярҙамында эшләйбеҙ инде”, - ти беҙҙең аптырап торғанды күреп. Динар Үтәгәнов ике “МТЗ” тракторында баҡсаларҙы һөрөү, ҡаҙыу, бесәнде рулонға төрөү эшен башҡара, 8 һыйыр, 5 ат аҫрай. Флүр Әхтәмовтың да пилорамаһы бар, бура, бесән эштәре лә уны ситләп үтмәй. Ришат Салауатов 4 һыйыр, шунса уҡ башмаҡ, быҙау, 2 ат, тай, 2 ҡолон аҫрай.

Үҙ еренә берегеп, ошо ерҙә үҙҙәренә шөғөл табып, донъя көтөп, балалар үҫтереп йәшәүсе ысын башҡорт ир-аттарын хупларға ғына ҡала.

Беҙ был егеттәрҙе эш араһында – көтөү ҡыуғанда ғына үҙ эштәренән бер-ике минутҡа саҡ-саҡ айырып фотоға төшөрөп ала алдыҡ. Бер эштән дә ҡурҡмаған тәүәккәл ир-егеттәребеҙ булғанда, ауылдарҙың киләсәге лә өмөтлө, атай-олатайҙарыбыҙҙың шөғөлдәре лә дауам итә. Улар бер-береһенә ярҙамлашып, ҡул алмаш та эшләйҙәр. Сәмләшеп, үҙ-ара белгәндәрен өйрәнеп, өйрәтеп тыуған ерҙәрендә матур итеп донъя көтә Юрмаштың аҫыл улдары.
Читайте нас: