+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
25 Декабрь 2018, 14:23

Йәйрәп ятһын ужымдар – йыяйыҡ беҙ уңыштар

Еребеҙ иркен һәм киң. Йәйрәп ята иген баҫыуҙары, ялан һәм болон, бесәнлектәре. Картуф баҡсаһы артында ғына колхоз баҫыуы башлана. Унда йыл әйләнәһенә эш ҡайнай. Ауыл өҫтөн шаулатып, трактор-комбайндар эшләй. Тауыштары күңелгә рәхәтлек бирә. Эй, күңелле лә һуң яҙғы сәсеү мәлдәре, көҙгө уңыш йыйыу осоро.

Үткән быуаттың 60-80-се йылдары... Баҫыуҙағы бағана төптәре, тракторҙар үтеп керә алмаған урындарға ҡәҙәр көрәк менән ҡаҙып эшкәртелә, иген сәселә, уңыш йыйып алына. Ырҙын табағына килтерелгән йөҙәрләгән машина иген культуралары таҙартыла. Ул оҙон көҙгә ҡәҙәр тәүлек әйләнәһенә, төрлө ойошмалар хеҙмәткәрҙәре ярҙамы менән дә график буйынса алып барыла.

Хәҙер хәл бөтөнләй башҡаса. Баҫыуҙарҙың күп өлөшөн ваҡ ҡыуаҡлыҡтар баҫып, көтөүлек, сабынлыҡтарға әйләнде, әммә мал һаны ныҡ кәмене. Бер урамға бер һыйыр тигәндәй, ваҡ малдар, мәҫәлән, һарыҡ аҫраусылар юҡ тиерлек. 21-се быуаттың 20-се йылдарына ла килеп етек. Ауыл хужалығында, йәғни ауылыбыҙҙа баҫыусылыҡ эше туҡтап ҡалды. Пайға бүленгән ерҙәрҙе межалау буйынса ла эш алып барырға уйланылған, ләкин ул барып сығырмы, билдәһеҙ.

“Бай малын, ярлы моңон һөйләр” тигәндәй, әленән-әле донъя көткәндәге мәшәҡәттәр, уңайһыҙлыҡтары иҫкә төшөп кенә тора. Тәбиғәт ҡанундарына ҡаршы тороп булмай икәнлеге һәр беребеҙгә билдәле. Шулай, 1975 йыл ҡоролоҡло килде. Ашлыҡтар ҙа үҫмәне, бесәнлектәр кипте, үләндәр ҡороно. Күҙеңә мөлдөрәп ҡарап, сабыйҙарың үҫеп килә. Аҡтан өҙөләһе килмәй. Ауырлыҡтар менән бесән еткерергә тырышабыҙ. Ағас, ҡауыҡлыҡтар араларынан, һаҙлыҡ ерҙәрҙән ураҡ менән урып, көлтә итеп бәйләп, елкәгә һалып ташыйбыҙ. Бер көн шулай, урман эсендәге һаҙлыҡ буйҙарынан көлтәләп бесән әҙерләп ат йөгөнә еткергәс, бесән тейәп сығып килһәк, хужалыҡ етәксеһе килеп сығып:

- Бесәнде рөхсәтһеҙ сапҡанһығыҙ, хәҙер колхоз идараһы эргәһенә илтеп бушатығыҙ, - тимәһенме.

- Ураҡ менән саптыҡ, - тибеҙ, аптырағас.

Картуф баҡсаһын да иртә һөрөргә ярамай, йәнәһе, колхозсыларҙы ҡотортабыҙ, колхоз эшенә аяҡ салабыҙ. Бер йылды белемде камиллаштырыуға барырға кәрәк булды, иртәрәк картуф сәсергә булдыҡ. Икенсе көнгә бригадир: “Һеҙҙе силсәүеткә саҡырталар, башбаштаҡланып картуф ултыртырға төшкәнһегеҙ,” – тип ҡуймаһынмы...

Яңы ҡоролошта йәшәйбеҙ. Һәр ҡоролоштоң үҙ заңы тигәндәй, хосусилаштырыуҙы һәр кем үҙенсә аңланы. Берәүҙәр, унан файҙаланып, кеҫә ҡалынайтты, икенселәр, киреһенсә, отолошта ҡалды. Колхоз менән дә шулай булды, хатта унда эшләмәгәндәр ҙә, мөмкинлектән файҙаланып, үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртты. Колхоз объекттарын һүтеп, материалдарын үҙҙәренә ташып алдылар, кем уҙарҙан биналарҙы хосусилаштырып, аҙаҡ һатып байынылар. Биш тиҫтәгә яҡын берәмек техниканы үҙләштереүселәр ҙә табылды. Ғөмүмән, элекке хужалыҡтан бер ни ҙә ҡалманы. Һүҙ әйткән кешегә сәйер ҡараш ташланылар, йәнәһе, ташҡынға ҡаршы йөҙөп булмай. Исмаһам берәй колхозсы бер техника алып ҡалһасы...

Ярай әле 4 мең гектарға яҡын һөрөнтө ерҙе күтәреп китә алмайҙар. Уны сүп-сар баҫып, ҡыуаҡтар үҫә башлағас, бер өлөшөн “Ағиҙел” йәмғиәтенә файҙаланырға тәҡдим иттеләр. Фермерҙар мандып китә алмай – ҡаршылыҡтар етерлек. М.Ғафури исемендәге колхоздың халыҡҡа бүленеп бирелгән пай ерҙәрен “Ағиҙел” хужалығына биреү тураһында килешеү төҙөү тәҡдиме яһалғас, элекке колхозсыларҙың күңеленә бер аҙ йылы йүгерҙе. Ысынлап та, иген баҫыуҙары гөрләп ултырҙы, халыҡ пай ерҙәренән өлөшләтә иген алып, аҫраған малдарына аҙыҡ – фураж итеп файҙалана ғына башлаған ине, был да оҙаҡҡа барманы. “Ай күрҙе, ҡояш алды” тигәндәй, ярайһы ғына эшләп килгән хужалыҡты банкротлыҡҡа сығарҙылар. Быйыл инде арыш ҡатыш бойҙайы ла халыҡҡа тәтемәне, сөнки баҫыуҙар сәселмәй буш ҡалды. Был күренешкә эсендә йәне булған кеше битараф түгелдер тип уйлайһың, сөнки элекке маҡтаулы ветерандарҙың да, “легендар” тип йөрөтөлгән етәкселәрҙең дә һүҙҙәре үтемле булмауы ҡыҙғаныс, әлбиттә.

Ауыл биләмәһе башлыҡтарының да ер мәсьәләләренә битараф булыуҙары: хужалыҡтарҙа буш ятҡан баҡсаларҙы, сирәм, ҡалдау ерҙәргә әйләнергә генә торған баҫыуҙарҙы эшкәрттереү урынына, “йылы урын, түрәлек” өсөн көрәшеп, халыҡҡа хеҙмәт итеү артҡы планда тороп ҡала.

Ата-бабаларҙың тәжрибәһенән күренеүенсә, халыҡтың моңона ла, зарына ла иғтибар итеү зарур. Әйтеүе урынлы булыр: ярты быуатҡа яҡын мөһабәт биналарҙың йәнһеҙ ултырыуына ауыл халҡы күнегеп тә бөттө, шикелле. Баҙар урамында ултырған бинаны йәнләндереп, электр сымдарын төҙөкләндереп, йылытыу приборҙарын эшкә егеп, бына тигән эш урындары булдырып, республикала ғына түгел, элек алыҫ-алыҫтарға даны таралған Еҙем-Ҡаран баҙарын яңынан тергеҙеп була. Ауыл халҡы хужалығында үҙ көсө менән етештергән йәшелсә, емеш-еләктәрен, ит, картуфтарын алыпһатарҙарға бушлай тигәндәй биреп зарланмаҫ ине. Йәнә Үҙәк урамда ултырған бина ла күркәмлеген юғалта башланы, “оҙон ҡулдар” һүтеп ташламаҫ элек уны ла килем алырлыҡ бинаға әйләндереү мөһим, минеңсә.

Әйткәндәй, йәшел ужымдар йәйрәп ятһын өсөн киң баҫыуҙарҙы эшкәрткәндә ҡоростай сәләмәт, имәндәй ныҡ, иген иккәндә комбайн, трактор штурвалдарын әйләндергәндә көслө ҡулдар кәрәк булған кеүек, халыҡ менән уртаҡ тел табып эшләүсе, хаҡлыҡ юлын һайлаған көслө рухлылар кәрәк шул.
Читайте нас: