+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Февраль 2019, 12:09

Быҙауҙарҙы... робот имеҙә

Район хужалыҡтарында яуап-лы мәл – мал-тыуарҙы имен-аман ҡышлатып сығарыу төп бурыс булып тора. Мал аҙығы етерлек күләмдә әҙерләнгән икән, мал ҡышлатыу ҙа еңел үтә. “Урожай” крәҫтиән хужалығының Байымбәт һөтсөлөк фермаһында ҡышлатыу тейешенсә бара.


Ҡара-сыбар тоҡомло малдар аҫралған фермала 465 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 215 баш һауын һыйыры иҫәпләнә. Ғинуар-февралдә 40-ҡа яҡын һыйыр быҙаулаған. Быҙауҙар 130 баш. Оҙаҡламай һыйыр-таналар (120 баш) күпләп быҙаулай башлаясаҡ.

Былтыр йыл аҙағында фермала яңы роботлаштырыу технологияһы индерелгән, уның ярҙамында 6 айлыҡ быҙауҙарҙы туҡландырыу ойошторолған. Быҙауҙар өсөн ике ҡура булып, тәүгеһендә – яңы тыуған, 6 айға тиклемге быҙауҙар аҫрала, уларҙы Раил Мусин менән Әхмәт Садиҡов тәрбиәләй. Ҡураның икенсеһенә инәләренән айырып 6 айлыҡ быҙауҙар күсерелгән, уларҙың муйындарына чиптар (һандар яҙылған) эленгән. Таҙа, йылы бина стенаһына бер быҙау һыйырлыҡ бәләкәй генә ике ҡоролма урынлаштырылған, уның эсендә имеҙлек. Күршеләге роботлаштырылған бүлмәлә компьютер урынлаштырылған, уға һалынған программаға ярашлы, быҙауҙар өсөн ҡоро һөт ҡатнашмаһынан шыйыҡ аҙыҡ әҙерләнеп, пластик торбалар аша имеҙлеккә килә һәм асыҡҡан малҡайҙар сиратлап ошо ҡоролмаға инеп имеҙлектән “тамаҡ ялғай”. Бында сменалап эшләүсе быҙау ҡараусылар Марат Фәтҡуллин менән Ғилфан Башаров компьютерҙы һәм 67 быҙауҙы хеҙмәтләндерә. Улар ни бары быҙауҙарҙы эсереүгә әҙерләнәсәк һөт ҡатнашмаһын ҡоролмаға үҙҙәре һала, ә башҡаһын робот башҡара, торбалар аша килгән һыуҙы компьютер-робот үҙе үк йылыта, бутай һәм торбалар аша имеҙлеккә йүнәлтә, аҙаҡ йыуҙырып та ҡуя. Әгәр ҙә быҙауҙарҙың береһе имеҙлеккә килеп, үҙ өлөшөн эсмәгән икән, компьютер уның һанын күрһәтә һәм быҙау ҡараусылар шыйыҡсаны ҡулдан эсерә. Шулай уҡ муйынсаһы булмаған осраҡта компьютер ашарға бирмәҫкә лә мөмкин.

- Был роботлаштырылған ҡоролма декабрь аҙағында файҙаланыуға тапшырылды. Башта быҙауҙарҙы өйрәтә алмай аҙапландыҡ, хәҙер бер хәлсә өйрәнделәр, асыҡтылармы, сират тороп килеп үҙ нормаларын эсеп китәләр, асыҡһалар, йәнә киләләр, - ти быҙау ҡараусылар. – Быҙауҙарға шыйыҡса көндәлек 4-6 литр иҫәбенән бирелә.

Байымбәт һөтсөлөк фермаһында уңған, тырыш коллектив тупланған. Ферма
мөдире Расфар Мазһар улы Фәхретдинов ошо көндәрҙә 60 йәшен билдәләне.
Һауынсылар Ләлә Хисмәтуллина, Зинира Фәтҡуллина, Гүзәл Ҡорманғолова,
Айгөл Аллабирҙинаның, малсылар Мөхәмәт Үзбәков, Марат Ҡорманғолов, Денис
һәм Азат Садиҡовтар, Азамат Шәрипов, оператор Ришат Нафиҡов, ветеринар
Рәжәп Вәлиев, ҡарауылсы Азамат Хөбөтдинов һәм башҡалар хеҙмәтенән
етәкселек ҡәнәғәт. Ҡыҫҡаһы, Байымбәт фермаһында ҡышлатыуҙы уңышлы сығыу
өсөн иртәгәһе көнгә ҙур ышаныс, өмөт менән йәшәйҙәр.
Читайте нас: