-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Март 2019, 14:31

Яҙғы һынау ентекле әҙерлек талап итә

Көндөҙ ҡыйыҡтан тамсы тамып, ҡояш көләс йылмайып, һалҡындарҙы еңергә тырышһа ла, ҡыш үҙ урынын бирергә ашыҡмай. Әленән-әле һыуыҡ көндәре, бурандары менән үҙенең һаман да хакимлыҡ итеүен белгертеп тора. Йә булмаһа, мамыҡтай аҡ юрғандан әрселә башлаған ер битләүҙәрен ҡар ҡатламы менән ҡаплап китә. Ҡыш тиҙ генә китергә теләмәһә лә, ер кешеләре яҙғы хәстәрлектәр менән йәшәй. Һәр тарафта ауыл хужалығы техникаһын яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләү бара. “Гостехнадзор”ҙың район бүлексәһе начальнигы Сергей Лукин әйтеүенсә, район буйынса хужалыҡтарҙа 149 трактор, 36 тағылма иҫәпләнә. Яҙғы баҫыу эштәрендә уларҙың 120-һе ҡатнашасаҡ. Йылдың-йылы хужалыҡтарҙың техника паркы яңыртыла бара. Бер нисә йыл рәттән районыбыҙ хужалыҡтары яҙғы баҫыу эштәрен ситтән техника йәлеп итмәйенсә, үҙ көстәре менән атҡарып сыға.

“Гостехнадзор” инспекцияһы раҫлаған махсус график нигеҙендә районда ауыл хужалығы предприятиеларының, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашасаҡ техниканың торошо тикшерелә башланы. Тәүге һынау 12 мартта “Р.Р.Йомағолов” КФХ-һында башланып, ике трактор һәм тағылмаһы һынауҙы уңышлы үтте. Техник тикшереүҙең сираттағыһы 13 мартта “Урожай” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә уҙғарылды. Бында тракторҙарҙың 18 берәмек булыуын иҫәпкә алып, техник тикшереүҙе икегә бүлеп үткәрергә (икенсеһе 2 апрелгә тәғәйенләнгән) ҡарар иткәндәр.

Билдәле булыуынса, хужалыҡта яҙғы баҫыу эштәрен дә, ураҡты ла үҙ көстәре менән ваҡытында һәм сифатлы итеп атҡарып сығырға ғәҙәтләнгәндәр. Ошоға быйыл да тоғро ҡалмаҡсы улар. Техник тикшереүгә ҡуйылған 11 тракторҙың 9-ы һәйбәт баһа алды. Айырыуса “МТЗ” тракторҙарын әҙерләүгә етди ҡарағандар.

“Гостехнадзор” начальнигы Сергей Лукин, “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге”нең баш инженеры Вячеслав Малыхтан торған комиссия тракторҙарға ентекле тикшереү уҙғарҙы. Хужалыҡ етәксеһе Нәжип Хисаметдинов, механик Заһир Нафиҡов, агроном Ринат Хисаметдинов комиссияға ярҙамлашты.

Хужалыҡта элекке “Ағиҙел” йәмғиәтенән 8 кеше (механизаторҙар һәм баш агроном Раил Мөхәмәтйәнов йөрөп эшләй) эш урыны тапҡан. Бы-йыл был хужалыҡ биләмәһендә “Урожай” йәмғиәте нигеҙендә “Колос” ауыл хужалығы кооперативы булдырылып, баҫыуҙары эшкәртеләсәк.

Иң тәүгеләрҙән булып техник тикшереүҙе бынан өс йыл элек һатып алынған “Кировец” (К-744) тракторы үтте. Был ҡеүәтле техниканы “имтиханға” тиҫтә йылға яҡын хужалыҡҡа Яҡтыкүл ауылынан йөрөп эшләгән Рәмзил Сәғитов менән Ибраһимдан Ғәле Исҡужин әҙерләгән һәм һәйбәт баһа алды. Хужалыҡтың хаҡлы ялға туҡтаған билдәле механизаторы Рәшит Яҡуповтың “Беларус-3522” тракторын Йөҙимәндән йөрөп эшләгән Илдус Баһауетдиновҡа ышанып тапшырғандар. Уның ҡеүәтле “тимер аты” ла һынауҙы уңышлы үтте. Ике “Т-150 К” тракторының береһен Оло Үтәштән “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған механизаторы” Сафуат Яхин менән Березовканан Вячеслав Баранов, ә икенсеһен Рөфҡәт Ҡорбанғолов (Оло Үтәштән) әҙерләгән. Әммә тормоз һәм рулгә идара итеү системалары төҙөк булмау сәбәпле, Ғәли Исмәғилевтың “К-700”-ө менән “Т-150 К” тракторының һуңғыһы техник тикшереүҙе үтә алманы. Был тракторҙарҙың хужаларына етешһеҙлектәрҙе бөтөрөп, һынауҙы ҡабаттан үтергә тура киләсәк.

“Беларус-82.1”, “Беларус-920”, “МТЗ” тракторҙары хужалары Рушат Хисмәтуллин, Урал Йәғәфәров, Әхтәм Ҡорбанғолов, Ғәли Хәлимовҡа иҫкәрмәләр булманы. Хужалыҡтың тәжрибәле механизаторҙарының береһе Илнур Ишмөхәмәтовтың хужалыҡҡа 26 (!) йыл хеҙмәт иткән “МТЗ-80” тракторының һәр механизмы төҙөк хәлдә, тәртиптә ине. Илшат Ситдиҡовтың “МТЗ-80” техникаһы ла, һатып алыныуына 11 йыл булыуға ҡарамаҫтан, техник тикшереүҙе уңышлы үтте.

Дөйөм алғанда, “Урожай”ҙа механизаторҙар һынатҡаны юҡ, яҙғы баҫыу эштәренә ныҡлы әҙерлекле техника менән үҙ ваҡытында тотоноп, сифатлы атҡарып сығырҙар, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Читайте нас: