+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
17 Апрель 2019, 19:28

Ни сәсһәң, шуны урырһың

Бөгөнгө көндә ғәмәлдәге хоҡуҡи сиктәр дәүләт менән хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың үҙ-ара мөнәсәбәтен ныҡ ҡына үҙгәртте һәм ҡануниәттең ауыл хужалығы тауары етештереүселәргә лояль ҡарашы орлоҡсолоҡ өлкәһендә лә сағылыш тапты. Контроллек итеүсе орган булған Россельхознадзор 294-ФЗ һанлы Федераль закон сиктәрендә хәҙер өс йылға бер тапҡыр ғына тикшереү уҙғара ала. Шунлыҡтан сәсеү эштәре алдынан күп кенә ауыл хужалығы тауары етештереүселәр тикшерелмәй ҡала.

Шул уҡ ваҡытта “Россельхознадзорҙың Башҡортостан референт үҙәге” ФДБУ-һы филиалы һәм “Россельхозцентр” ФДБУ-һының Башҡортостан буйынса филиалы кеүек ойошмалар хужалыҡтарҙан сәсеүгә әҙерләнгән орлоҡтарҙы мотлаҡ тикшереүҙе талап итә алмай, сөнки был ойошмалар дәүләт хеҙмәте күрһәтеү сиктәрендә орлоҡтарҙың сифатын уларҙың заявкаһы буйынса ғына тикшерә ала. Орлоҡ материалының артабанғы әйләнешендә (фасовка, ташыу, һатыу, һаҡлау, файҙаланыу) уның сифаты өсөн туранан-тура хужалыҡ итеүсе субъект яуаплы була. Хужалыҡтар сәсеүҙән алда булған бөтә орлоҡтоң сифатын тикшерергә бурыслы. Әммә күп осраҡта сәселәһе орлоҡтоң сифаты тикшерелмәй һәм был уңышты юғалтыуға килтерә.

Россельхознадзор идаралығы йыл һайын контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге барышында асыҡланған етешһеҙлектәргә мониторинг үткәрә. Орлоҡто һаҡлау ҡағиҙәләренең тупаҫ боҙолоуы һәм уларҙың сортын, сифатын раҫлаусы документтарһыҙ файҙаланыу төп етешһеҙлектәрҙең береһе булып ҡала. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәренең күпселеге “Орлоҡсолоҡ тураһында”ғы законды бөтөнләй белмәй һәм улар “орлоғо ғына булһын, сәсһәң үҫә ул” тигән фекерҙә.

Орлоҡто башҡа субъекттарҙан алғанда ла мотлаҡ үтәлергә тейешле талаптар бар. Сәсеү өсөн алынған орлоҡтоң сор-тын һәм сифатын раҫлаусы документтары булырға тейеш. “Орлоҡсолоҡ тураһында”ғы законға индерелгән үҙгәрештәргә бәйле орлоҡтоң документтарға ярашлылығы ғариза биреүсе һәм сертификациялау органы араһында килешеү мөнәсәбәттәрен гражданлыҡ-хоҡуҡи көйләү сиктәрендә ғариза биреүсенең инициативаһы буйынса ғына тикшерелә. Йәғни орлоғон ирекле сертификациялау органы аша раҫлатһа, улар сорт буйынса ярашлылыҡ сертификаттары менән тәьмин ителергә тейештәр. Башҡа осраҡта ауыл хужалығы культуралары орлоғо сорты Дәүләт реестрына индерелгән, орлоҡтоң сорт сифатын раҫлаусы документ булараҡ апробация һәм орлоҡтоң сәсеү сифатын раҫлаусы тикшереү акттары булғанда ғына һатылырға мөмкин. Өҫтәүенә, орлоҡтоң сорт һәм сәсеү сифаттары ауыл хужалығы культуралары орлоҡсолоғондағы норматив документтар талаптарына ярашлы булырға тейеш.

Күпселек эксперттар билдәләүенсә, Рәсәйҙең орлоҡ баҙары сифатһыҙ продукция менән тулған. Сығышы билдәһеҙ, сәсеү сифаты шикле булған кондицияһыҙ орлоҡ законһыҙ әйләнештә йөрөй. Тап ошо сәбәпле орлоҡсолоҡ тармағы илебеҙҙең аҙыҡ-түлек именлеге өсөн бик тә хәүефле тармаҡ булып тора. Бынан тыш рәсми рәүештә Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингән Рәсәй ваҡыт үтеү менән үҙебеҙҙең орлоҡ материалын баҙарҙан ҡыҫырыҡлап сығарыуы ихтимал булған ауыл хужалығы культураларының осһоҙло орлоғон сит илдәрҙән индереүҙе тыя алмаясаҡ. Был хәүефте кәметеү, тармаҡта конкуренцияға һәләтле булып ҡалыу өсөн бөгөндән был өлкәлә дәүләт идаралығының һөҙөмтәле ҡарары кәрәк. Килеп тыуған шарттар маҡсатҡа ярашлы төбәк-ара селекция-орлоҡсолоҡ сәйәсәтен талап итә.
Читайте нас: