+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
23 Апрель 2019, 11:14

Кәңәшләшеү һөҙөмтәһеҙ ҡалмаҫ

Һәр йылдағыса, быйыл да матур йолаға ярашлы, яҙғы баҫыу эштәре башланыр алдынан районыбыҙ хужалыҡтары етәкселәре, белгестәре, фермерҙар фекер туплау, маҡсат-бурыстар билдәләү, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса аныҡ саралар күреү йәһәтенән семинар-кәңәшмәгә йыйылды. Үҙенсәлекле сара 17 апрелдә “Агрохим” ЯСЙ-е базаһында үтте. Уның эшендә ра-йон хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов, “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” МБУ-һы директоры Ю.А.Родионов һәм белгестәре, БР буйынса “Россельхозцентр” ФДБУ-һы филиалының баш агрономы Л.К.Хәйретдинова, Өфө районындағы “Интераг-ротех” ЯСЙ-е, Ҡырмыҫҡалы районындағы “Артемида-Агро” ЯСЙ-е вәкилдәре ҡатнашты.

Семинар-кәңәшмә “Агрохим” йәмғиәтенең Рус Саскүле ауылындағы ырҙын табағында үтте. Сараны асып, район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов Алексей Александрович Шапошниковҡа семинарҙы үҙ хужалығында уҙғарырға теләк белдереүе өсөн рәхмәтен белдерҙе.

- Әлеге мәлдә күп хужалыҡтарҙа дым ҡаплау,

ашламалар индереү бара, баҫыуҙар өлгөрә. Быйыл беҙҙең алда сәсеүҙе тулыһынса агротехник методика-талаптарҙы үтәп башҡарып сығыу бурысы тора. Сәсеүлектәргә айырыуса минераль ашламалар, гербицидтар индерергә кәрәк. Бурыстар бик күп, бигерәк тә “Ағиҙел” хужалығы менән бәйле мәсьәләләр, ниһайәт, хәл ителәсәк. Иң мөһиме – үҙ ваҡытында эштәрҙе теүәлләп ҡалырға кәрәк, сөнки ваҡыт бик ҡыҫҡа, - тине Фәнзил Фәйез улы быйылғы яҙҙың үҙенсәлектәренә иғтибар итеп.

Хужалыҡ етәксеһе Алексей Шапошников сарала ҡатнашыусыларҙы эшмәкәрлектәре менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте. “Агрохим” ЯСЙ-е 2006 йылда ойошторолоп, сәсеүлек майҙандары нигеҙҙә 2011 йылда пайсыларҙан ҡабул итеп, йәғни ҡуртымға алынған ерҙәрҙән тора. Техника бик иҫке - 40 йылдан ашыу файҙаланылған, уны яңыртыу ҙа күҙалланмай, шулай булыуға ҡарамаҫтан, булған техниканың барыһы ла эшләй. Коллективҡа килгәндә, ул тотороҡло, етәксе менән 30 йылдан ашыу элекке Ғафури “Сельзохимия”һында бергә эшләгән эшлекле, үҙ алдына ҡуйылған бурыстарҙы еренә еткереп үтәрлек хеҙмәткәрҙәрҙән тора. Семинарҙа ҡатнашыусылар хөкөмөнә тигеҙ рәт булып техника теҙеп ҡуйылған: 1987 йылғы “К-700”, унан алдараҡ сыҡҡан “ЮМЗ”, “МТЗ-40” тракторҙары, ни бары тейәгестәр генә яңы, 7-8 йыл элек һатып алынған.

Артабан “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” МБУ-һы директоры Юрий Родионов яҙғы баҫыу эштәренә ҡуйылған маҡсат-бурыстарҙы барланы.

- Бөгөнгө көндә ауыл хужалығы продукцияһы етештереү менән 6 эре ауыл хужалығы предприятиеһы һәм 85 крәҫтиән-фермер хужалығы шөғөлләнә. Ағымдағы йылдың 1-се кварталында тулайым етештереүсәнлек 216 миллион һум тәшкил итте, 103,5 процент булып, уҙған йыл менән сағыштырғанда үҫеш күҙәтелде. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы ла иҫәпләгәндә күрһәткестәр 135 процент тәшкил итте. Сәсеү эштәренә килгәндә,

быйыл район буйынса һөрөнтө ерҙәр 33 мең гектар майҙанды (былтырғы кимәлгә ҡарата 110 процент) биләһә, шуның 3100 гектарын ужым (элеккегә ҡарағанда күберәк сәселде) культуралары биләй. 25700 гектарҙа ярауай культуралар, күп йыллыҡ үләндәр. Шәкәр сөгөлдөрөн - 3110, май биреүсе культураларҙы 2800 гектарҙа сәсеү планлаштырыла. Күп хужалыҡтар көнбағышҡа өҫтөнлөк бирә. Әммә унан башҡа ла ҙур ғына килем килтергән етен, рапс, сурепица, гәрсис һәм башҡа май биреүсе культураларҙың булыуын иҫтән сығарырға ярамай. Шулай уҡ Шишмә көнбағыш майы етештереү заводы рапс менән сурепицаны эшкәртеүгә ҡайтанан үҙгәртеп ҡоролдо. Был культуралар хәҙер ҙур һорау менән файҙаланыла, уларҙы эшкәртеү технологияһы әҙерләнде һәм Ауыл хужалығы министрлығының “Десять тысяч плюс” проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Был культураларҙың киләсәге ҙур, шуға ла көнбағыш майҙандарын кәметеп, тап ошоларға иғтибарҙы йүнәлтергә кәрәк. Бөгөнгө көнгә 688 тонна минераль ашлама ҡайтарылды, һәр гектарға 20,4 килограмм тура килә (сағыштырыу өсөн: республика буйынса ул 12,3 кг тәшкил итә), - тине Юрий Александрович. – Районда барлыҡ техника сәсеү эштәрен башларға әҙер, ҡайһы хужалыҡта ерҙәр өлгөргән, баҫыуҙарҙа, дым ҡаплатыу эшенә тотондолар. 6 мең гектар майҙанда был эш атҡарылды ла инде (планға ҡарата 37 процент, республикала 34%), 2100 гектарҙа (41%) ужым культуралары туҡландырылған. Айырыуса эшкә дәррәү тотонған коллективтарҙан “ШЭ Мөьминов” – Ленин исем., “Восход-СТ”, “Сатурн”, “Тахтаров” хужалыҡтарын билдәләп үтергә кәрәк. “Тахтаров” хужалығы иһә дым ҡаплатыу, ужым культураларын туҡландырыу эшен тамамланы ла. Бөгөнгө көнгә республика буйынса 8 район сәсеүгә төштө, иртә яҙғы культураларҙы сәсә башланы. Беҙгә лә оҙаҡҡа һуҙмай, иртә ярауай культураларҙан һоло, ҡайһы бер ҡуҙаҡлыларҙы, һуңғараҡ өлгөргән көнбағыш гибридтарын сәсә башларға кәрәк, сөнки синоптиктар күҙаллауынса, апрелдең өсөнсө ун көнлөгө ямғырлы булыуы, ә майҙың тәүге яртыһында эҫе көндәр көтөлә. Шулай уҡ хеҙмәтте һаҡлауға ла туҡталып, бәхетһеҙлек осраҡтары булмаһын өсөн хеҙмәткәрҙәр менән маҡсатлы инструктаж үткәрергә, уларҙы һәр төрлө һаҡланыу саралары менән тәьмин итергә, йыл һайын үтергә тейешле медицина тикшереүе үтергә, хеҙмәтте һаҡлау талаптарын ҡәтғи үтәргә кәрәк, - тине Ю.Родионов. “Гостехнадзор”ҙың район инспекцияһы начальнигы Сергей Лукин хужалыҡтарҙа үткән техник тикшереүгә йомғаҡ яһап, нигеҙҙә район буйынса 141 тракторҙың 95-е (63 процент), 34 тағылманың 23-енең уны уңышлы үтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Тикшереү барышында асылған етешһеҙлектәр барланды. Яҙғы баҫыу эштәре башланғансы уларҙы бөтөрөргә кәрәклеге әйтелде. Техник тикшереү үтмәгән бер генә техника ла баҫыуға сығырға тейеш түгел, был талап ҡәтғи үтәлергә тейеш, тине ул.

БР буйынса “Россельхозцентр” ФДБУ-һы филиалының баш агрономы Лиза Хәйретдинова йыйылыусыларҙы орлоҡ фонды торошо менән таныштырҙы. Ул барлыҡ хужалыҡтарҙың да орлоҡ өлгөләрен фитоэкспертизаға тапшырыуҙары маҡтауға лайыҡ булыуын билдәләп үтте. Фитоанализ арпа орлоғоноң 76 проценты сирле булыуын асыҡлаған. Быны күргәҙмәлектә - быяла һауыт эсендәге шытымдарҙа асыҡ күрергә мөмкин ине. Баш агроном шулай уҡ вика орлоғоноң “ШЭ Мөьминов” хужалығында, ә һолоноң “Восход-СТ” ЯСЙ-е аграр предприятиеһында һәйбәт торошта булыуын билдәләп үтте. Белгес сәсеү әйләнешенә гәрсис, борсаҡ, башҡа ҡуҙаҡлы һәм май биреүсе культураларҙы индерергә тәҡдим итте, улар тупраҡты байытыуға һәм сүп үләндәрен юҡ итеүгә булышлыҡ итә. Ә арпаны йәки ужым арпаһын яңы уңыш орлоғонан (бының өсөн күсмә фонд булдырырға кәрәк) сәсеү ҡәтғи рәүештә ярамай. Был уңышҡа кире йоғонто яһай, шулай уҡ сирҙәргә лә тиҙ бирешә.

Артабан “Интерагротех” ЯСЙ-е вәкиле үҙҙәрендә етештерелеп һатылған техника, ауыл хужалығы машиналарының, тағылмаларҙың сифаты, һатып алыу хаҡтары хаҡында бәйән итте.

Практик өлөштә иһә “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” МБУ-һының баш инженеры Вячеслав Малых майҙансыҡта урынлаштырылған яҙғы баҫыу эштәрендә мәшғүл буласаҡ ауыл хужалығы техникаһы һәм тағылмалар менән таныштырҙы. БДМ–4х4 һәм БДМ–3х4 ҙур тырмалы, ҡеүәтле ике “К-700” тракторы яҙғы баҫыу эштәрен башҡарып сығыуҙа төп көстө тәшкил итәсәк. Культиваторлы 4 “МТЗ-1221” тракторы, “СЗ-5,4” сәскесе ашлама индереүҙә, “Омичка”, “СПМ-8” һәм башҡа сәскестәр, ике тейәгес, бензовоз, күсмә ремонт мастерскойы (“УАЗ” автомашинаһы базаһында), һигеҙ корпуслы һабан, тырма, катоктар сәсеү эштәренә тулыһынса әҙер (техниканың ҡайһылары баҫыуҙа эшләргә өлгөргән дә инде).

Район хакимиәте башлығы Ф.Сыңғыҙов семинар-кәңәшмәгә йомғаҡ яһап, яҙғы баҫыу эштәренә старт бирелеү менән уны үҙ ваҡытында башлап, сифатлы итеп башҡарып сығырға, шулай уҡ баҫыуҙарҙы юл ситтәренә тиклем, бағана төптәрен дә ҡалдырмай, сәсергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, иң кәрәкле һәм изге - киләһе мул уңышҡа нигеҙ һалыу эшендә уңыштар теләне.


Читайте нас: