-Был күсмә диагностик лаборатория автомобиле (хаҡы – 15 миллион һум тора) былтыр республика дәүләт Ветеринария хеҙмәтенә республика бюджеты иҫәбенә һатып алынып, быйыл башлап эшен беҙҙең райондан башланы, - тине күсмә лаборатория менән таныштырып район ветеринария хеҙмәте етәксеһе Фаил Зәйнетдинов. - Лабораторияны хеҙмәтләндереүсе ике табип умартасылар үҙҙәре менән килтергән үлгән бал ҡорттарын тикшереп, шундуҡ диагноз ҡуялар һәм ярты сәғәт эсендә һөҙөмтәһен бирәләр. Ә йоғошло ауырыуы булһа, шундуҡ белеп булмай, алып китеп тикшерәләр. Мөрәжәғәт итеүсенең адресын, телефонын яҙып алып, аҙаҡ һөҙөмтәһен туранан-тура үҙенә йәки беҙҙең аша ебәрәләр. Әлбиттә, бал ҡорттарына диагностика теләк буйынса уҙғарыла, бер кемде лә мәжбүр итмәйбеҙ. Барыһы ла умартасының үҙе өсөн кәрәк. Үҙ сиратыбыҙҙа бер нисә көн элгәре күсмә лабораторияның килеүе хаҡында район гәзиттәре һәм сайттар аша иғлан иттек. Быға тиклем районыбыҙ умартасылары бал ҡорттарын беҙгә килтереп, уларҙы бергә йыйып Талбазыға алып барып тикшертә инек, һөҙөмтәһен дә бер ай тирәһе көтөргә тура килде, ә был лаборатория яуапты шундуҡ биреүе менән әһәмиәтле. Халыҡ быны аңлап ҡабул иткәндә районыбыҙҙың барлыҡ бал ҡорттарын да урында тикшерергә мөмкин булыр ине. Әгәр ҙә бал ҡорттарының сире табыла ҡалһа, беҙҙең хеҙмәткә рекомендация бирелеп, бал ҡорттарын дауалауға, сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса эш алып барыласаҡ.