+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Апрель 2019, 16:57

Һоло һәм көнбағыш сәсәләр

Көнө йылды туйҙырыр мәлдең һәр минуты ҡәҙерле булыуын аңлап эш иткән районыбыҙ хужалыҡтары механизаторҙары дәррәү баҫыуға сыҡты. Әле хужалыҡтарҙа ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе өҫтәмә туҡландырыу, дым ҡаплатыу, сәсеүгә ер әҙерләү эштәре алып барыла, ҡайһылары сәсеүгә төштө лә инде.


“Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” МБУ-һынан алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, 25 апрелгә ҡарата районда 2000 гектар майҙанда ярауай культуралар сәселгән, шуның 700-ө - яҙғы бойҙай, борсаҡ (300 гектар), һоло (350 га), арпа (350 га), 4600 гектар майҙандағы ужымға, күп йыллыҡ үләндәрҙең 700 гектарында өҫтәмә туҡландырыу уҙғарылған, 16100 гектарҙа дым ҡаплатылған, 4400 гектарҙа күп йыллыҡ үләндәр тырматып сығылған.

“Урожай” ЯСЙ-е крәҫтиән хужалығында ла яҙғы баҫыу эштәрен башлап, һоло һәм көнбағыш сәсергә төштөләр. Был уғата мөһим эшкә бер нисә агрегат йәлеп ителеп, әлеге мәлдә Ҡормантау ауылы янындағы, Бурлы-Яугилде ауылдары араһындағы баҫыуҙарҙа ҡыҙыу эш бара. Яҙғы баҫыу эштәрендә иҫәп-хисап алып барыусы Ғәли Хәлилов әйтеүенсә, хужалыҡ механизаторы Ғәли Исмәғилевкә һоло сәсеүҙе ышанып тапшырғандар. Был культураны 130 гектар майҙанда сәсеү планлаштырылып, уның 63 гектарҙан ашыуында эштәр теүәлләнгән дә инде. Тәжрибәле механизаторҙар Әхтәм Ҡорбанғолов менән Венер Ғиззәтуллин агрегаты көнбағыш сәсеү менән мәшғүл.

Быйыл хужалыҡта 300 гектарҙа борсаҡ, кукуруз (силосҡа, 112 гектар), көнбағыш (348 га), арпа (683 га), шәкәр сөгөлдөрө (530 га), сурепица (200 га), бер йыллыҡ үләндәр (600 га) һәм күп йыллыҡ үләндәр сәсеү планлаштырылған. Ужым бойҙайы - 800, арыш 262 гектар майҙанды биләй. Хужалыҡтың башҡа механизаторҙары Сафуат Яхин, Илнур Ишмөхәмәтов, Рифҡәт Ҡорбанғолов, Самат Баһауетдинов, Вячеслав Баранов сәсеүлектәрҙе тырматып сыҡҡан. Рәмзил Сәғитов менән Урал Исҡужиндың агрегаты сменалап ҡеүәтле “К-700” тракторында баҫыуҙарҙы сәсеүгә әҙерләй. Тәжрибәле механизатор С. Яхин сөгөлдөргә бүленгән ерҙәрҙе эшкәртә. Урал Йәғәфәров дым ҡаплатыуҙа мәшғүл. Илшат Ситдиҡов “МТЗ-80”-дә баҫыуҙа эшләүсе техника-сәскестәрҙе заправкалауға минераль ашлама, орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары ташый. Тупраҡ өлгөрөү менән башҡа культураларҙы ла сәсә башлаясаҡтар.
Читайте нас: