+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
17 Май 2019, 13:25

Яуаплылыҡ тойоп эшләйҙәр

Баҫыуҙа ҡеүәтле техникаларҙа ҡап-ҡара ер ҡалдырып һөрөп-тырматып, сәсеп йөрөгән механизаторҙар быйыл ерҙең иртә өлгөрөүенә баҫым яһап, тиҙерәк сәсеүҙе тамамлау өсөн көндөң һәр минутын файҙаланып ҡалырға тырыша.

Район буйынса яҙғы культуралар бөгөнгө көнгә 19 мең гектарҙа (79 процент), дөйөм алғанда ярауай бойҙай, һоло, арпа 10400 га (80 процент) сәселгән. Шул уҡ ваҡытта сөгөлдөр 3270 га (пландан артыҡ), көнбағыш 2600 га ерҙе биләй.

“Зенит” крәҫтиән фермер хужалығында эшләүсе Радик Ғөбәйҙуллин менән Владимир Михайлов та был осорҙа үҙҙәрендә айырыуса ҙур яуаплылыҡ тойоп эшләй. 41 йыл эш стажы булған Владимир Михайлов был хужалыҡ яландарын унынсы йыл иңләй. Тәжрибәле механизатор хужалыҡтың ышаныслы терәге.
Читайте нас: