-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
31 Май 2019, 14:01

Хужалыҡтарҙа үҙ-ара тикшереүҙәр

Күптән түгел генә ҡап-ҡара булып ятҡан баҫыуҙар йәшел бәрхәткә төрөндө. Сәсеү эштәре тамамланһа ла, баҫыуҙарҙа эш тынмай – игенселәр сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү менән мәшғүл. Район һабантуйы алдынан хужалыҡтар баҫыуҙарын үҙ-ара тикшереү, эш һөҙөмтәләренә баһа ҡуйыу, аралашыу матур бер йола булып тора. Тап ошонда кемдең нисек сәсеүе, сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү торошо, ер эшкәртеү технологияһы үтәлеү-үтәлмәүе, тупраҡтың уңдырышлылығын юғалтмайынса унан мул уңыш алырға ынтылыуы асыҡлана ла инде. “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге”нең агрономы Илгиз Хөснийәров, БР буйынса “Россельхозцентр” ФДБУ-һы филиалының баш агрономы Лиза Хәйретдинованан торған комиссия сәсеүлектәр торошон тикшереп сыҡты.

Белгестәр үҙ-ара тикшереүҙәрҙе районыбыҙҙың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан “Сатурн” (М.Ф.Рәхмәтуллин), Ленин исемендәге - “ШЭ Р.В.Мөьминов”, “ШЭ Р.Ғ.Ғафаров”, “Сулпан” (М.З.Фәйезов), “ШЭ Р.В.Рәжәпов”, “ШЭ А.Ә.Арыҫланов”, “Шишмә” (В.Бохаров) крәҫтиән хужалыҡтарынан башланы. Комиссия хужалыҡтарҙың тәүге икәүһенең сәсеүлектәренә һәйбәт баһа бирҙе. Үҫентеләрҙең сығышы ла матур. Тәүгеһендә бигерәк тә шәкәр сөгөлдөрө, иген культуралары үҫтереү, ер эшкәртеү технологияһы бик юғары кимәлдә.

-Һәр ваҡыттағыса, иң яҡшы сәсеүлектәр “Сатурн” (айырыуса “татлы тамыр” плантациялары) һәм “Р.В.Мөьминов” хужалыҡтарында. Бында баҫыуҙар тейешенсә эшкәртелгән, үҫентеләр тигеҙ рәт итеп сәселгән, химик утау уҙғарылған, пар ерҙәре эшкәртелгән. “Ғафаров” менән “Мөьминов” хужалыҡтарында баҫыуҙарға хатта тиреҫ кереткәндәр. “Сулпан”, “Ғафаров” хужалыҡтары сәсеүлектәре уларҙан ҡалыша. Ә бына “Р.В.Рәжәпов”, “А.Ә.Арыҫланов”, “Шишмә” хужалыҡтарына эшләйһе лә эшләйһе әле. Бында сәсеүлектәр торошо һөйөндөрөрлөк түгел, ер эшкәртеү технологияһы ла һаҡланмаған, етешһеҙлектәр, хаталар ҙа барыһында ла бер үк төрлө. Шуны әйтергә кәрәк, хужалыҡтарҙың агрономһыҙ эшләүе – бер булһа, икенсенән, тракторсы-механизаторҙарҙың тәжрибәһе булмауы ныҡлы һиҙелә. Уларға үҙҙәренә белгестәрҙе, тәжрибәле механизаторҙарҙы йәлеп итеүҙе уйлап, юғарыраҡ кимәлгә күтәрелеү йәһәтенән эшләйһе лә, эшләйһе әле, - тине үҙ баһаһын биреп И.Хөснийәров.

29 майҙа иһә төньяҡ биләмәләге “Агрохим” ЯСЙ-е (А.А.Шапошников), “ШЭ Ғ.З.Сәғиҙуллин”, “Восход – СТ” ЯСЙ-е АП (Р.З.Бакиров), “Труд” КФХ-һы (Г.М.Тахтаров), “Агролэнд” ЯСЙ-е (В.Прохоров), “Урожай” ЯСЙ-е КХ-һы (Н.М.Хисаметдинов) сәсеүлектәре баһаланды.

“Восход-СТ” ЯСЙ-ендә төп йүнәлеште “татлы тамыр” үҫтереүгә алғандар. Был төшөмлө культура 1200 гектарҙан ашыу майҙанды биләй. Шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙары былтырғыға ҡарағанда яҡшыраҡ тәьҫораттар ҡалдыра һәм тағы ла мулыраҡ уңышҡа өмөт уята.

“Агрохим” ЯСЙ-енең ярауай бойҙай үҫентеләре һәйбәт булып баш ҡалҡыта, ужым культуралары матур ҡышлаған.

“Труд” КФХ-һында шәкәр сөгөлдөрө плантацияларының рәт аралары тип-тигеҙ, үҫентеләрҙең сығышы ла бик матур. Ҡарабойҙай, борсаҡ, рапс сәсеүлектәре лә һәйбәт торошта.

“Урожай” хужалығы сәсеүлектәре, ҡайһы бер ваҡ-төйәк етешһеҙлектәрҙе иҫәпләмәгәндә, комиссия ағзаларының ыңғай баһаһын алды. Быйыл тәжрибәле агроном Раил Мөхәмәтйәновтың бында эшләй башлауы ла үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Ужым культуралары, тупраҡты азот менән байытыусы ҡуҙаҡлы культура (“Фараон” сортлы борсаҡ) торошо бик һәйбәт, айырыуса ужым арышы күпереп, матур булып баҫыуҙа тирбәлә. Көнбағыш үҫентеләре лә баш ҡалҡытып килә.

- “Урожай”ҙа элеккегә ҡарағанда яҡшы яҡҡа үҙгәреш һиҙелә, әлбиттә, проблемалар ҙа юҡ түгел, әммә хаталар төҙәтелеү өҫтөндә. Агроном Раилдан эш ҡалмаҫ, баҫыуҙарҙы тәртипкә килтереп аласаҡ, - тине белгестәр. – Район хужалыҡтары араһында иң яҡшы ужым арышы “Урожай”ҙа, - тигән баһа бирҙеләр арыш баҫыуы сәсеүлектәренә.

Ә бына “Агролэнд” ЯСЙ-енә ер эшкәртеү культураһы буйынса уйланырға урын бар. Бында 100 гектарҙағы кәзә үләне сәсеүлектәре генә бер сама һәйбәт күренә, ҡарабойҙай, һоло, арпа баҫыуҙары уғата насар тәьҫораттар ҡалдырҙы. Баш агроном Лиза Кәшәфетдин ҡыҙы әйтеүенсә, йәмғиәттә орлоҡтар ағыуланмай сәселгән, сәсеүлектәргә химик утау уҙғарыуҙы ла кәрәк тип тапмағандар. – Йәмғиәт етәкселегенең бөтөн аҡсаһын бушҡа ергә түгеүе генә ҡалды, бынан ниндәй уңышҡа өмөт итеп булһын инде, - тине белгестәр “Агролэнд” баҫыуҙарын ҡарап сыҡҡандан һуң.

Дөйөмләштереп әйткәндә, район буйынса яҙғы баҫыу эштәре насар башҡарылған тип әйтеп булмай. Әммә мул уңыш үҫтереп алыу башҡа факторҙарға бәйле буласаҡ һәм көҙгә күренәсәк. Комиссия тикшереү критерийҙары буйынса хужалыҡтарға урындар ҙа билдәләп ҡуйҙы. Еңеүселәр Һабантуй байрамында бүләкләнәсәк.


Читайте нас: