+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
31 Май 2019, 11:21

Уңыш тос булһын өсөн

Сәсеү эштәре тамамланғас та игенсенең мәшәҡәттәре кәмемәй. Мул уңыш үҫтереп алыу өсөн үҙ ваҡытында һәм юғары сифатлы итеп сәсеү генә етмәй, игендәр дәррәү баш ҡалҡытҡан мәленән алып башаҡтары тулышҡансы үҫентеләрҙе үҙ мәлендә тәрбиәләргә лә кәрәк. шуға ла йүнсел хужалар һуңғы культуралар сәселеп бөтөр-бөтмәҫтән йәшел келәм булып шытып сыҡҡан иртә иген культураларын сүп үләндәренә ҡаршы эшкәртеүгә тотона.

Йылдың-йылы сәсеү кампанияһын уңышлы атҡарып сыҡҡан “Урожай” КХ-һы механизаторҙары быйыл да һынатманы. Бөгөн хужалыҡта иген культуралары баҫыуҙарын химик утау менән мәшғүлдәр. Ерек ауылы янындағы 180 гектарҙағы ужым бойҙайы сәсеүлектәрен механизатор Рушат Хисмәтуллин “МТЗ” тракторына 24 метрлы “ОП-3.200” тағылма-химикат һиптергестә эшкәртә. “КамАЗ” автомашинаһы водителе Әнүр Мифтахов химикаттарҙан ҡатнашма әҙерләү өсөн һыу ташып, утағыс ҡоролманы заправкалай. Был эште тиҙерәк теүәлләргә кәрәклеген, сөнки химик утауҙы ни тиклем тиҙерәк үткәрһәң, уңыш та тос буласағын, сүпле баҫыуҙан мул уңыш алып булмауы көн кеүек асыҡ булыуын аңлап эш итә улар.

Хужалыҡ агрономы Раил Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, был агрегат 1000 гектар (сөгөлдөр, рапс, сурепица) майҙандағы сәсеүлектәрҙе химик препараттар менән эшкәрткән дә инде.


Читайте нас: