+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
14 Июнь 2019, 11:35

Бар көстө – мал аҙығы әҙерләүгә

Ауыл эшсәндәре өсөн ҡыҙыу, тынғыһыҙ мәл башланды: һәр кем мал-тыуарға ҡышҡылыҡҡа етерлек аҙыҡ туплап ҡалырға тырыша. Ленин исемендәге – “Р.В.Мөьминов” хужалығында ла мал аҙығы әҙерләргә тотонғандар. Бында әле Ноябревка ауылы (халыҡ телендә Сапар) янындағы 100 гектар майҙандағы кәзә үләнен сабып, бесәнде төргәкләйҙәр. 60 гектарында эштәр теүәлләнгән дә инде.

Мал аҙығы әҙерләүгә тәжрибәле механизаторҙар йәлеп ителгән. Ҡуйы булып күпереп үҫкән кәзә үләне яланын Владимир Михайлов сабып сыҡҡан. Ришат Кәримов бакуйға һалынып, елләп кипкән үләнде әйләндереү менән мәшғүл. Ә уның артынса Рәфит Йәрмөхәмәтов пресс-йыйғыста бесәнде төргәкләп йөрөй. Уларҙы беҙ тап Ноябревка ауылы эргәһендәге яланда осраттыҡ. Һәр ҡайһыһы 145 кг тәшкил иткән бесән рулондары барлыҡ яланды иңләп, күҙ күреме ерҙә ялан йәме булып ятып ҡала. Тимәк, быйыл малдарға ашатырға аҙыҡ етерлек буласаҡ.

Бында эштәрҙе теүәлләүгә люцерна ла өлгөрәсәк.

Хужалыҡ агрономы Денис Мөьминов билдәләүенсә, мал аҙығы әҙерләү менән бер рәттән баҫыуҙарҙы туңға һөрөү, пар ерҙәрен дискылы тырма менән эшкәртеү бара. Тәүгеһендә Радик Ғөбәйҙуллин, һуңғыһында Азат Йәрмөхәмәтов, Альберт Мәхмүтов, Владимир Кириллов мәшғүл.

Баҫыу эшсәндәрен ашнаҡсы Ләйсән Өмөтбаева ике тапҡыр төш һәм кис тәмле аштары менән һыйлай.
Читайте нас: