+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
4 Июль 2019, 11:35

Ҡояш энергияһын – яҡтылыҡ өсөн

Яңғыҙҡайын ауылында ҡояш электр станцияһы төҙөү буйынса йәмәғәт фекер алышыуы үтте

Унда район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, уның иҡтисади үҫеш, етештереү һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Рәмил Әхмәтов, “Солар Системс” ЯСЙ-һенең Башҡортостанда ҡояш электр станциялары төҙөүсе проект етәксеһе Ринат Нәжметдинов, ауыл халҡы ҡатнашты.

Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһе башлығы Ғаян Фәйезов йыйылыштың көн тәртибе менән таныштырып үткәс, Фәнзил Фәйез улына һүҙ бирҙе. Ул инвестиция проекты тураһында, уның ыңғай яҡтары хаҡында һөйләне.

- Шундай заманда йәшәйбеҙ – көнкүрешебеҙҙе яҡшыртыр өсөн ниндәй ҙә булһа инвест-проекттарҙы йәлеп итергә тейешбеҙ. Ҡояш электр станцияһы төҙөлөүҙең тик яҡшы яҡтары ғына билдәле. Экологик яҡтан бер ниндәй ҙә хәүеф тыуҙырмай, 20-нән ашыу кешегә эш урыны була, станцияға барған юлдар төҙөкләндерелә, инфраструктура яҡшыра һ.б. Был проектты тормошҡа ашырасаҡ “Солар Системс” - илебеҙҙә юғары технологиялар ҡулланып эшләүсе компанияларҙың береһе. Рәсәйҙең 5 төбәгендә 17 ҡояш паркы төҙөгән ойошма Яңғыҙҡайындағы проектҡа 3 млрд һумға яҡын аҡса тотонорға ниәтләй. Һеҙҙең тарафтан был инвест-проект яҡлау табыр тип ышанам, - тине район етәксеһе һүҙен йомғаҡлап.

Унан һуң сығыш яһаған Ринат Рифҡәт улы ҡояш электр станцияһы тураһында ентекләп аңлатты, һорауҙарға яуап бирҙе.

- Станция райондың энергия системаһына ярҙам итеү, өҫтәмә энергия сығанағы булдырыу маҡсаты менән төҙөлә. Эксплуатацияға тапшырыу ваҡыты – 2020 йылдың июль-август айҙары. Станция ҡояш энергияһын электр сымдарына йүнәлтәсәк. Яңғыҙҡайын ауылы халҡына ошо станцияның мәнфәғәтен күрергә яҙһын, - тине Ринат Рифҡәт улы.

Ауыл халҡын борсоған һорауҙарҙың береһе – электр станцияһы урынлашасаҡ ерҙәге сабынлыҡтар тураһындағы һорауға Ғаян Фәйезов яуап бирҙе. Уның әйтеүенсә, бы-йыл сабынлыҡтарҙы сабырға мөмкин, ә икенсе йылға алдан үлән сәселгән яңы участкалар бүленәсәк.

Сығыштарҙан һуң йәмәғәт фекер алышыуының протоколы уҡылып, тауышҡа ҡуйылды. Йыйылған халыҡ күпселек тауыш менән ҡояш электр станцияһы төҙөү проектын хупланы.

Ошондай ҙур инвестиция программаһының районыбыҙҙа төҙөлөүе башҡа проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ла этәргес көс булыр тип көтөлә.


Читайте нас: