+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
9 Июль 2019, 11:24

Баҫыуҙарҙа уңыш өсөн көрәш бара

Сәсеү эштәре күптән тамам. Шулай ҙа ауыл хужалығы эшсәндәре ҡул ҡаушырып ултырмай, әлеге мәлдә буласаҡ уңышты һаҡлап ҡалыу, юғалтыуһыҙ йыйыу өсөн бар тырышлығын һала. Ни генә тимә, баҫыуҙарҙа башаҡтары тулышҡан бойҙай, арыш, ҡояш ҡыҙы – көнбағыш, гәрсис, икенсе икмәк булып һаналған картуфҡа дәғүә итеүселәр күп. Төрлө бөжәк-ҡоротҡостар, ауырыуҙар менән ваҡытында көрәшмәһәң, мул уңыш үҫтереп алырға өмөтләнергә лә түгел.

Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәгенең төбәк филиалы белгестәре сәсеүлектәрҙе һаҡлау, сирҙәрҙән һәм ҡоротҡостарҙан ваҡытында ҡотҡарып ҡалыу йәһәтенән ал-ял белмәй көрәшә. Үҙәктең үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлеге республика баҫыуҙарында хәүефле ҡоротҡостар һәм үҫемлектәрҙә ауырыу барлығын даими рәүештә күҙәтә. Һауа торошоноң тотороҡһоҙлоғо бөжәктәрҙең үрсеүенә һәм ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүенә ҙур йоғонто яһай. Мәҫәлән, әүернә сәскәлеләргә ҡараған майлы үҫемлектәргә кәбеҫтә көйәһе һөжүм итә. Үҫентенең яңы ғына сыҡҡан япраҡтарын ашап, ул киләһе уңышты кәметеүгә ҙур йоғонто яһай. Айырыуса кәбеҫтә көйәһе төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-урман зоналарына ҡараған райондарҙа таралған. Әлеге мәлдә үткәрелгән тикшереү барышында бер үҫемлеккә 3-5 ҡарышлауыҡ ҡунғаны асыҡланған. Һауа температураһы 10 градус йылылыҡтан күтәрелеп, яуым-төшөмлө булһа, был көйә тиҙ үрсей. Ҡарышлауыҡтары сәсеүлектәргә ҙур зыян килтерә. 33 көн һайын был ҡоротҡостарҙың яңылары үрсей. Шуға күрә әүернә сәскәлеләргә ҡараған майлы үҫемлектәрҙе сәскән хужалыҡтарға кәбеҫтә көйәһенең ҡарышлауыҡтарын күреү менән Үҙәккә мөрәжәғәт итергә һәм баҫыуҙы пестицидтар менән эшкәртергә кәңәш ителә. Тик агрохимикаттар көйә йомортҡаларына һәм күбәләктең ҡурсаҡтарына ҡаршы көсһөҙ. Шуға ла ҡоротҡосто ваҡытында күреп, тейешле саралар үткәреп өлгөрөргә кәрәк.

Үҙәктең республикабыҙҙа 40 филиалы булып, һәр бер районда белгестәр көн дә тиерлек баҫыуҙарға тикшереү үткәрергә сыға. Әгәр ҙә баҫыуҙа ҡоротҡостар күләме хәүефле тип табылһа, урында химик эшкәртеү ойоштороу кәрәклеге тураһында хужалыҡ етәкселегенә хәбәр ителә. Йәғни ауыл хужалығы предприя-тиелары рөхсәт ителгән препараттар менән был участкалағы ҡоротҡостарҙы юҡ итергә бурыслы. Үҙәк белгестәре тарафынан республикала әлеге мәлдә 700 мең гектарға яҡын биләмә тикшерелгән, уларҙың 10 процентында ҡоротҡостар булыуы асыҡланған. Зыян килтереүселәр араһында бөжәктәр генә түгел, кимереүселәр ҙә бар. Һуңғылары Дүртөйлө, Краснокама, Яңауыл райондарындағы урман сигендә күпләп күҙәтелә.

Белгестәрҙең иғтибар үҙәгендә шулай уҡ Урал аръяғы төбәктәре. Унда ҡара сиңерткә таралыу ихтималлығы ҙур. Был биләмәләр етди күҙәтеү аҫтында. Күгәрсен, Көйөргәҙе, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла райондары баҫыуҙарында фитосанитар мониторинг уҙғарыла. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы ҡара сиңерткәгә ҡаршы алып барылған күҙәтеү сараларына ҙур иғтибар бирә. Аҙна һайын Рәсәй төбәктәренең Ауыл хужалығы министрлыҡтары һәм Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәктәре филиалдары ҡатнашлығында видеоселектор кәңәшмәләре үткәрелә. Бының сәбәбе – Ҡаҙағстан далаларында ҡара сиңерткәнең тиҙ үрсеүендә. Ырымбур, Силәбе һәм был өлкәләр менән сиктәш төбәктәр, шул иҫәптән Башҡортостан да айырыуса иғтибар үҙәгенә алынды. Әлеге мәлдә республикала ҡара сиңерткә ауыҙлыҡланған, күп хужалыҡтар тейешле эшкәртеүҙәр ҙә уҙғарған. Әммә һауа торошо сиңерткәгә үрсергә булышлыҡ иткән осраҡта хәлдең ҡапыл үҙгәреп китеүе лә ихтимал. Сөнки көҙ һалынған йомортҡаларҙан сыҡҡан ҡара сиңерткә тере бала тыуҙырыусыға (живородящий) әүерелә. Был осраҡта уның балалары тиҙ үрсей һәм иң йәш, йомшаҡ үләнде генә ашап, сәсеүлектәргә ҙур зыян килтерә. Үҙәк белгестәре тарафынан 105 мең гектар ер тикшерелгән, ҡара сиңерткә 3 мең гектар ерҙә табылған. Бер квадрат метрға өс сиңерткә тура килгән урындар ҙа бар, шуға ла был баҫыуҙар даими күҙәтеү аҫтында.

Ярауай культуралар ҙа сиргә тиҙ бирешеүсән. Ҡайһы бер баҫыуҙарға онло ысыҡ төшкән, шул арҡала үҫентеләр һарғая башлаған. Был күренеш тә уңыш күләменә кире йоғонто яһауы ихтимал.

Республиканың ҡайһы бер райондарында дегәнәк күбәләгенең күпләп осоуын күрергә мөмкин. Уларҙың ҡарышлауыҡтары тиҙ үрсегәндә әсе борсаҡ, көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө һәм башҡа культураларға зыян килтерергә мөмкин. Энтомологтар билдәләүенсә, быйыл май аҙағы, йәй башында бик күп күренгән дегәнәк күбәләктәре беҙҙең тарафтарға Африканан, Сахара сүллеге аша осоп килгән. Уларҙың һаны миллиардтан ашҡан. Дегәнәк күбәләгенең күплегенә Рәсәйҙең байтаҡ төбәктәре зарлана. Бындай хәл илдә 1960 йылда күҙәтелгән булған. Күбәләктең был төрө көнөнә 500 километр араны осоп үтергә һәләтле икән. Күбәләге матур ҙа ул, ә бына ҡарышлауыҡтары ҙур зыян килтерергә мөмкин.

Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәгенең Ғафури районы бүлегенең баш агрономы Лиза Хәйретдинова менән сәселгән баҫыуҙарҙың береһенә тикшереү менән сыҡтыҡ. Белгестең төп эш ҡоралы – сүмес ау (сачок). Баш агроном ау менән ун аҙымға ун һелтәү яһап, ошо ысул менән ҡоротҡостарҙың квадрат метрға популяцияһын билдәләне. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, был баҫыуҙа гәрсис бөрсәһе “ҡунаҡлаған”, ҡарышлауыҡтар ҙа бар. Баҫыуҙа агротехник саралар күрелеүгә ҡарамаҫтан, ҡоротҡостар сигенергә уйламай. Үҫентеләр сәскә атып бөткәс, уны яңынан эшкәртергә кәңәш итте белгес.

Лилиә НУРЕТДИНОВА,

Рәсәй Ауыл хужалығы

үҙәгенең төбәк филиалы

матбуғат хеҙмәткәре.

Читайте нас: