+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
20 Август 2019, 11:21

Эшкә ҡыҙыу тотондолар

Ауыл хужалығы эшсәндәрен тәбиғәт көйһөҙлөгө тамам йонсотто. Йә йыл ҡоролоҡло килә, йә быйылғы яуындар хужалыҡтарға зыян килтерә, ураҡҡа тулы көсөнә тотонорға ҡамасаулай.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, районыбыҙ хужалыҡтары аяҙ торған һәр минутты, сәғәтте файҙаланып, баҫыуҙарҙа өлгөргән уңышты йыйып ҡалырға тырышып эш итә. Табын ауылындағы “ШЭ Тахтаров Г.М.” хужалығында тәүгеләрҙән булып ураҡҡа төштөләр. Әлеге мәлдә хужалыҡта ужым бойҙайын яҫмаларға һалыу менән мәшғүлдәр. Урып йыйыуҙа комбайнсылар Василий Беляев менән Валерий Мәҡсүтов эшләһә, Денис Мурин менән Дмитрий Пастухов яҫмаларға һала. Водитель Алик Ғатауллин иһә ашлыҡты ырҙын табағына ташый. Хужалыҡта шулай уҡ ауыл халҡының ҡуртымға алынған пай ерҙәре өсөн яңы уңыш игене менән иҫәпләшеү ҙә ойошторолған.


Читайте нас: