+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
17 Сентябрь 2019, 11:11

Яумай торһаңсы, ямғыр

Быйылғы йәй районыбыҙҙың ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн ысын мәғәнәһендә ныҡлы һынау осоро булды. Шулай ҙа һынатмай игенселәр, тәбиғәт ҡаршылыҡтарына бөтә оҫталыҡтарын, тырышлыҡтарын ҡаршы ҡуйып, ауырлыҡ менән үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн аяҙ торған һәр сәғәтте тулыһынса файҙаланып ҡалырға тырыша.

“Восход-СТ” хужалығы баҫыуҙары ла гөрләп тора. Бер яланда комбайндар яҙғы бойҙайҙың һуңғы гектарҙары уңышын йыя. Уңыш зарланырлыҡ түгел. Дөйөм алғанда уртаса гектар ҡеүәте 28 центнер тәшкил итә. Икенсе баҫыуҙа инде киләһе йыл уңышына нигеҙ һалына – бөтә талаптарға ярашлы итеп ужым культуралары сәселә. Сәсеүҙә инде бер юлы бер нисә эште атҡарыусы ике агрегат-комплекс мәшғүл. Беренсеһендә Данис Рәхмәтуллин эшләһә, икенсеһендә - аталы-уллы Марсель менән Артур Рәхмәтуллиндар. Филарет Юнысов менән Анатолий Долин агрегаттарға орлоҡ ташый. Тәжрибәле механизаторҙар мул уңышҡа иҫәп тотоп эшләй. Бөгөнгө көнгә 1000 гектар ужым сәселгән дә инде.

“Икенсе ураҡ” та ҡыҙыу бара хужалыҡта. “Татлы тамыр” барлығы 1200 гектарҙы биләһә, әлегә 193 гектарҙың уңышы ҡаҙып алынған. Сөгөлдөрсө-комбайнсылар Дмитрий Михайлов менән Руслан Ильясов та аяҙ торған көндәрҙә көндө-төнгә ялғап эшләй. Ҡаҙып алынған тамырҙарҙы Сергей Михайлов машиналарға тейәп, шәкәр заводына оҙатып тора. Сөгөлдөр уңышы нисек, тип ҡыҙыҡһындыҡ хужалыҡ агрономы Илдар Чурбаевтан. – Әлегә аныҡ ҡына әйтеп булмай, бер баҫыу гектарынан уртаса 438 центнер бирҙе. Тулыһынса ҡаҙып алып, эшкәртеүгә тапшырып бөткәс кенә гектар ҡеүәтен теүәл беләсәкбеҙ, - ти ул.

Башаҡтағын түгел, буралағын иҫәплә, ти шул ололар ҙа. Ямғырҙары яумайыраҡ тороп, ауыл эшсәндәренә ураҡ эштәрен тотҡарлыҡһыҙ теүәлләргә форсат бирһәсе.


Читайте нас: