-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Ноябрь 2019, 20:25

Баллы һөнәр эйәһе

Табын ауылынан Илшат Сәғит улы Ишбулатов (һүрәттә) быйылғы ауыл хужалығы йылы йомғаҡтары буйынса БР Ауыл хужалығы министрлығының “Иң яҡшы умартасы” номинацияһында билдәләнеп, премияға лайыҡ булды. Умартасы шулай уҡ Өфөлә уҙған тантанала ауыл хужалығы министры И.И.Фазрахманов ҡулынан бүләктәр ҡабул итеп алды.

И.Ишбулатов умартасылыҡ менән 2008 йылда шөғөлләнә башлай. Ошо йылдар арауығында ҙур тәжрибә туплап, ысын умартасы булыуға өлгәшкән. Илшат умарта ҡарарға атаһы Сәғит Ҡасим улынан өйрәнгән. Атаһы уға ҡорт ҡарашып, кәңәштәрен биргән. Башта үҙе өсөн генә башлаған шөғөлө хәҙер ғүмерлеккә әүерелгән. 20 баш умартанан башлап, ҡорттарҙы үҙе ҡарап, үрсетеп, уларҙың һанын 150-гә еткергән.
- Кәсебем мәшәҡәтле булһа ла, уны ҙур теләк менән башҡарам, - ти Илшат. – Хуш еҫле, мең төрлө шифаға эйә бал өҫтәлгә килгәнгә тиклем күпме көс түгергә, нәҙекәйбилдәрҙе арымай-талмай тәрбиәләргә кәрәк, улар кеүек егәрле булыу шарт, - ти ул.
Ата-бабаларҙан ҡалған шөғөл – умартасылыҡ менән көн күрә бөгөн Ишбулатовтар. Ҡорт балы етештереп, һатып ҡына ҡалмайҙар (бал тултырылған һауыттарға этикеткалар йәбештереп, уға үҙенсәлекле төҫ биргәндәр, этикетканы Стәрлетамаҡта эшләтеп алалар), ҡорт күсе булдырып, һатыу менән дә шөғөлләнәләр. Уларҙың ҡорт балы ҙур һорау менән файҙалана. Дәдәндәрҙе (ике ҡатлы) үҙ ҡулдары менән станокта әҙерләйҙәр, башта таҡтанан етештерһәләр, хәҙер умарталарын яңыртып, күтәреүгә еңел булған махсус заманса сырье – пенополеуретандан, барлығы 150 дана эшләгәндәр. Балды 8 рам ҡуймалы электр бал елгәргестә һурҙыралар.
-10 йыл эсендә умартасылыҡ бу-йынса ҙур тәжрибәгә эйә булдым, хәҙер умарталар һанын 300-400 башҡа еткереү мөмкинлеге бар. Алдағы пландарға килгәндә, киләһе йылға умарталыҡты киңәйтеп, күстәрҙе арттырып, артабан бал елгәртеү буйынса линия һәм тейәгес һатып алыу уй-теләге бар. Был линия эште тиҙләтә һәм еңеләйтә. Ҡуртымға алынған бер гектар майҙанда урынлашҡан умарталыҡ базаһында (ангарҙа станоктар, техника бар) айырым бал ҡорттарын ҡышлатыу бинаһы төҙөргә ине иҫәп, - тип Илшат Сәғит улы киләсәккә пландары менән дә уртаҡлашты.
Шәхси эшҡыуар - ҙур умарталыҡ хужаһы Илшат Ишбулатов бағыусылыҡ ярҙамынан да ситтә ҡалмай. Өлгөлө ғаилә башлығы кәләше Анастасия менән 8 һәм 4 йәшлек улдар - Искәндәр менән Робертты тәрбиәләп үҫтерәләр.
Районыбыҙҙы баллы төбәк итеүҙә Илшат Ишбулатовтың да өлөшө ҙур, тип әйтергә мөмкин.
Читайте нас: