-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Ноябрь 2019, 23:10

Ең һыҙғанып эшләйҙәр

“Урожай” КХ ЯСЙ-енең (етәксеһе - Н.М.Хисаметдинов) Байымбәт һөтсөлөк фермаһы алдынғы, тәжрибәле һауынсылары Валентина Фәтҡуллина, Зилара Харисова, Мәүлиҙә Нәбиуллина менән билдәле. Бөгөн улар хаҡлы ялға туҡтағас, алмашҡа Фәниә Фәтҡуллина, Ләлә Хисмәтуллина, Зинира Фәтҡуллина, Флүзә Рәжәпова кеүек йәшерәктәр килеп, ферма коллективын тулыландырған.

Бөгөнгө яҙмабыҙ элекке алдынғыларға тиңләшеп эшләгән һауынсыларҙың береһе – Бурлы ауылынан йөрөп эшләгән Флүзә Рәжәпова хаҡында.
Флүзә Фәйез ҡыҙы Ауырғазы районының Туҡай ауылында тыуып үҫә. Яҙмыш елдәре Ғафури яҡтарына илткәс, Байымбәт ауылынан Илфат Хисмәтуллин менән ике ғаиләне бер итеп, 17 йыл бер-береһенә терәк-таяныс булып ғүмер итәләр. Ғаилә Бурлыла төпләнеп йәшәй. Флүзә өс йыл элек фермала һауынсы булып эш башлағанға тиклем “Урожай” КХ ЯСЙ-ендә сөгөлдөр үҫтерә, хужалыҡ ашханаһында ашнаҡсы булып хеҙмәт юлы үтә.
Байымбәт һөтсөлөк фермаһында элек-электән ғаилә династиялары менән эшләүселәр бар. Хисмәтуллиндар ҙа бында ғаиләләре менән тир түгә. Хужабикәнән тыш, ғаилә башлығы Илфат Айҙар улы ферма мөдире булһа, уның улы Илнур фуражир. Флүзәнең ҡыҙы Юлиә генә ҡаланы һайлаған, Стәрлетамаҡта кафела эшләй. Уртаҡ балалары - Рамазандары Бурлы урта мәктәбендә 8-се класта уҡый.
Һөтсөлөк фермаһында 200-гә яҡын һауын һыйыры иҫәпләнеп, дүрт төркөмдә һәр һауынсыға, шул иҫәптән Ф.Рәжәповаға ла 50 баш һыйыр беркетелгән. Бөгөнгө көнгә фермала һәр һыйырҙан көндәлек 9,2 килограмм һөт һауыла.
- Беҙҙең, һауынсыларҙың эш көнө таңғы 5-тә башлана. Иртәнге һауын башланғансы унан да иртәрәк килеп һыйырҙарҙы бәйләйбеҙ, тәрбиәләп һауып, йәнә бәйҙәренән ысҡындырып ҡайтабыҙ,- ти Флүзә. – Фермала ең һыҙғанып эшләү өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар, бары тик хеҙмәт урыны булыуына һөйөнөп, тырышып эшләргә генә кәрәк. Эш хаҡы ваҡытында түләнә, теләүселәргә аҙыҡ-түлек, шәкәр, быҙау, йылҡы малы яҙҙырып алыу мөмкинлеге лә бар. Бының өсөн хужалыҡ етәксеһе Нәжип Мәжит улына ҙур рәхмәтлебеҙ, - ти ул.
Үҙҙәренең шәхси хужалығында ла күпләп мал-тыуар аҫрайҙар. Тиҫтәнән ашыу баш мал-тыуарҙың өсәүһе һауын һыйыры. Йыл да малдарының өс-дүрт башын һимертеп иткә оҙаталар. Шулай уҡ һөт-ҡаймағын һатып, ғаилә бюджетын тулыландыралар.
Читайте нас: