+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Ноябрь 2019, 14:35

Ер ҡәҙерен белгән уңғандарға рәхмәт әйтә торған көн бөгөн

Йылдың-йылы баҫыуҙарҙа ҙур тырышлыҡ менән үҫтерелгән уңыш бураларға һалынып, мал-тыуар ҡураларға ябылғас, ауыл хужалығы эшсәндәре байрамы – Ауыл хужалығы эшсәндәре һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Байрам алдынан иһә тотош йыллыҡ эшмәкәрлеккә анализ яһала, өлгәшелгән уңыштар барлана, киләсәккә пландар ҡорола. “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” МБУ-һы (район хакимиәтенең элекке ауыл хужалығы бүлеге) директоры Ю.А.РОДИОНОВ менән сираттағы әңгәмәбеҙ ошо юҫыҡта барҙы.

- Быйыл ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн йыл еңелдән булманы, һауа торошо ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, алдыбыҙға ҡуйылған бурыстарҙы үтәп сығыуға өлгәштек. Дөйөм тырышлыҡ менән иген культураларынан барлығы 33 мең тоннанан ашыу, йәғни һәр гектарҙан уртаса 21,7 центнер уңыш үҫтереп алынды. Әлеге мәлдә 50 гектарҙа шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙып алаһы ҡалды. Былтырғы менән сағыштырғанда сәсеү майҙандарын, мәҫәлән, ярауай бойҙай, арпа, һоло менән бер рәттән майлы культуралар (рапс, гәрсис, сурепица, етен) сәсеүлектәрен арттырыуға өлгәшелде. Былтыр бары тик “Урожай” КХ ЯСЙ-ендә сурепица сәсһәләр, быйыл иһә “ШЭ Г.М.Тахтаров” хужалығы рапс, етен, гәрсистән мул уңыш үҫтереп алды.
Ялансылыҡ тармағында иҡтисади йәһәттән иң табышлы культура булған шәкәр сөгөлдөрөнә иғтибар йылдан-йыл арта. Ҡаҙып алынған “татлы тамыр” 125 мең тонна тәшкил итеп, әммә эшкәртеүселәргә тапшырып бөтөлмәй, баҫыуҙарҙа ята, гектар ҡеүәте уртаса 390 центнерҙан ашыу. Иң юғары уңыш әүәлгесә “Сатурн” менән “Восход” хужалыҡтарында. Шулай уҡ “Тахтаров” КФХ-һында ла күрһәткестәр һәйбәт, бында ҡаҙып алынған татлы культураны үҙ ваҡытында шәкәр заводына оҙатыуға өлгәштеләр.
Иген культуралары һәм шәкәр сөгөлдөрө менән бер рәттән көнбағыш үҫтереү ҙә иғтибар үҙәгендә. Көнбағыш тулыһынса йыйып алынып, һәр гектарҙан уртаса 13 центнер уңыш алынды.
Һәр йылдағыса, баҫыусылыҡта “Сатурн” КФХ-һы, “Восход–СТ” АП ЯСЙ-е, “Урожай” КХ ЯСЙ-е, “ШЭ Г.М.Тахтаров” КФХ-һы юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Шулай уҡ был йәһәттән “ШЭ Р.В.Мөьминов” – Ленин исемендәге колхоз, “Р.Ғ.Ғафаров ШП” хужалыҡтары ла уларҙан ҡалышмай.
- Мул уңыштың нигеҙе нимәлә тип иҫәпләйһегеҙ?
- Әлбиттә, сәсеүҙе ҡулай ваҡытта һәм бөтә технологияларға ярашлы сифатлы итеп башҡарыуҙа. Унан килеп, хужалыҡтарҙа сәсеү әйләнешен һаҡлауға, орлоҡ яңыртыуға ҙур иғтибар бирелә. Баҫыуҙарҙы ашлап сәсеү ҙә ҙур роль уйнай. Быйыл, мәҫәлән, уртаса алғанда һөрөнтө ерҙең һәр гектарына 28,8 килограмм иҫәбенән ашлама индерелде.
Киләһе йылғы уңыш хаҡында ла хәстәрлек күрелә. Баҫыуҙарҙың көҙҙән һөрөп ҡалдырылыуы ла гектар ҡеүәтен арттырыуҙа ҙур роль уйнай. Быйыл 15 мең гектар тирәһе ер туңға һөрөлдө. 5100 гектар майҙанда ужым культуралары сәсеп ҡалдырылып, шуның 3000 гектарын ужым бойҙайы тәшкил итте. Әлбиттә, күберәк планлаштырылғайны, көндәр ямғырға киткәс, ошоноң менән сикләнергә тура килде. Хужалыҡтар үҙҙәрендә булған орлоҡто файҙаланды. Бары тик “Урожай” КХ ЯСЙ-е генә баҫыуҙарҙың бер өлөшөнә ужым бойҙайының элиталы сортын һатып алып сәсте. Орлоҡ етерлек күләмдә, 2560 тонна тирәһе келәттәргә һалынды, шулай уҡ 1000 тонна күсмә орлоҡ фонды бар.
“Восход-СТ” АП ЯСЙ-е ташландыҡ, йәки ҡалдау ерҙәр иҫәбенә сәсеүлек майҙандарын арттырыуға өлгәште, 470 гектарҙа ошондай ерҙәрҙе һөрөп, ужым бойҙайы сәсеп тә ҡуйҙы.
- Ауыл хужалығында малсылыҡ тармағы йыл әйләнәһенә килем алыу сығанағы булып тора. Был йәһәттән уңыштар бармы?
- Малдары булған барлыҡ хужалыҡтар һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары малдарҙы ҡышлатыуға әҙерлекле инде, мал аҙығы сифатлы һәм мул тупланды. Бөтөн төр аҙыҡты (фураждан башҡа) иҫәпкә алып, һәр шартлы мал башына уртаса 28 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнде. Район буйынса 17500 баш һыйыр малы иҫәпләнә, шуның 7130 башы – һауын һыйырҙары. “Урожай” КХ ЯСЙ-е, Ленин исемендәге, “Агролэнд”, “М.Ш.Алиян”, “Р.Ғ.Ғафаров”, “Р.Р.Йомағолов” хужалыҡтарында малдар һанын кәметеүгә юл ҡуйманылар. Һөт етештереү буйынса күрһәткестәр былтырғы менән сағыштырғанда юғарыраҡ, район буйынса һәр һыйырҙан 3539 килограмм һөт һауылған. 10 ай арауығында 26 мең тоннанан ашыу һөт (шуның 4725 тоннаһы крәҫтиән-фермер хужалыҡтары өлөшөнә төштө), 1966 тонна һыйыр һәм ҡош ите етештерелде.
Районда “Восход-СТ” ауыл хужалығы предприятиеһының ҡошсолоҡ фермаһында йомортҡа йүнәлешендәге тауыҡтар аҫралып, йыл башынан 16 миллион 782 мең дана йомортҡа етештерелгән. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда күпкә юғары күрһәткес.
-Юрий Александрович, хужалыҡтарҙың техника паркы хаҡында ла бер нисә һүҙ әйтеп китмәҫһегеҙме? Техникаһыҙ бер нимә лә эшләп булмай бит.
- Дөрөҫ, техникаһыҙ баҫыу эштәрен эҙмә-эҙлекле һәм сифатлы итеп атҡарыу мөмкин түгел. Бөгөнгө көндә районыбыҙ хужалыҡтарында 30 берәмек иген комбайны, шунса уҡ пресс-йыйғыс, 70 сәскес, шуның 7-һе сәсеү комплексы, 25 һабанлы агрегат, төрлө маркалағы 150 трактор, 8 дана иген киптергес иҫәпләнә.
Шуныһы һөйөнөслө, һуңғы йылдарҙа техника паркын яңыртыуға мөмкинлектәр ҙур, хужалыҡтар бик күп заманса техника һатып алды. Быйыл, мәҫәлән, “Агростартап” программаһына ярашлы, хужалыҡтарға төрлө ҡорамалдары менән өс трактор ҡайтарылды. Г.М.Тахтаров
үҙ хужалығының техника паркын өр-яңы “Асros” көнбағыш урыу комбайны, һабанлы “Т-150К” тракторы, әйләндереп һөрөү һабаны һәм сит илдә етештерелгән “Merlo” фронталь тейәгесе, “ГАЗель” автомобиле менән тулыландырҙы. “Восход-СТ” хужалығында “Туман” үҙйөрөшлө навигация ҡоролмалы һиптергес, ҡеүәтле трактор, шәкәр сөгөлдөрө сәсеү ҡоролмаһы һатып алды. “ШЭ Р.В.Мөьминов”та - “Holmer” шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙыу комбайны, культиватор һәм “Palesse” үлән сапҡыс, “ШЭ Р.В.Рәжәпов”та “МТЗ-82” тракторы һатып алынды.
- Дәүләт ярҙамы, маҡсатлы прог-раммалар, субсидиялар хаҡында ла әйтеп үтһәгеҙ ине.
- Районда малсылыҡты артабан үҫтереү буйынса маҡсатлы республика программаларында әүҙем ҡатнашабыҙ. Быйыл, мәҫәлән, яңы эш башлаусы крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ярайһы ғына дәүләт ярҙамы алды. “Фермерҙарға ярҙам һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Агростартап” конкурсында ҡатнашып, 7 крәҫтиән-фермер хужалығы дөйөм суммаһы 18,8 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамына - грантҡа эйә булды. Уларҙың икәүһе - Йөҙимән ауылынан И.К.Рәхмәтуллин, Антоновканан Н.А.Николаев - ит-һөт, Еҙем-Ҡарандан Р.Р.Йомағолов – һөт, Табындан И.О.Кулагин – ит, өсәүһе – Ибраһимдан Р.Ф.Садиҡов, Ҡормантауҙан Р.Р.Муллағәлиев, Баҡраҡтан Л.М.Күскилдина эшмәкәрлектәрен йылҡысылыҡ йүнәлешендә башларға уйлай. Был хужалыҡтарҙа тиҫтәнән ашыу эш урындары ла булдырыласаҡ. Ағымдағы йылда бер ауыл хужалығы кооперативы итле ярымфабрикаттар етештереү цехы асыуға 2,6 миллион һумлыҡ грант алды.
Шулай уҡ район хакимиәте ярҙамы менән күп башланғыстарға нигеҙ һалына. Ауыл хужалығын үҫтереү муниципаль программаһы сиктәрендә урындағы бюджеттан 5 крәҫтиән-фермер хужалығына һәм өс ауыл хужалығы кооперативына дөйөм 1,6 млн һумлыҡ ярҙам бүленде.
Райондың ауыл хужалығы етештереүселәренә бүленгән төрлө субсидияларҙың дөйөм хаҡы 64 миллион һум тәшкил итте: һөткә, һатып алынған ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдарҙың хаҡын өлөшләтә ҡаплатыуға, элиталы орлоҡ һәм минераль ашламалар һатып алыуға һәм башҡаларға.
- Һөнәри байрам уңайынан дөйөм уңыштарға тос өлөш индергән хеҙмәт алдынғыларын билдәләп китергә кәрәктер.
- Ауыл хужалығында үҙ эшен яратҡан, үҙ төбәгенә бирелгән тырыш кешеләр эшләй. Йыл һөҙөмтәләре буйынса районыбыҙ өлгәшкән уңыштарҙа, һис шикһеҙ, уларҙың да әсе тир түгеп башҡарған хеҙмәт өлөшө бар. Быйылғы йыл районыбыҙҙың ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн ауыр, әммә уңышлы һәм емешле булды, тип әйтергә кәрәк. Республика Ауыл хужалығы эшсәндәре һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Өфөлә үткән тантаналы сарала “ШЭ Г.М.Тахтаров” хужалығы механизаторы Василий Беляевтың “Ураҡ батыры-2019” булып танылыу яулап, Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров ҡулынан “Шевроле-Нива” автомашинаһы асҡысы алыуы, “Урожай” КХ ЯСЙ-енең алдынғы механизаторы Венер Ғәлинур улы Ғиззәтуллиндың Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнеүе үҙе өсөн генә түгел, районыбыҙҙың ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн дә оло баһа.
9-12 октябрҙә Мәскәү ҡалаһында уҙған “Алтын көҙ-2019” ауыл хужалығы күргәҙмәһендә районыбыҙҙың “Восход-СТ” АП ЯСЙ-е менән “ШЭ КФХ башлығы М.Ш.Алиян” хужалыҡтары ҡатнашып, тәүгеһе – “Шәкәр сөгөлдөрө етештереү”, һуңғыһы “Иң яҡшы ғаилә малсылыҡ фермаһы” номинацияларында еңеү яулап, алтын миҙал менән бүләкләнде.
Быйыл шулай уҡ авгус-та “Восход-СТ” АП ЯСЙ-е майҙансығында “Баҫыу көнө” рес-публика семинар-кәңәшмәһе үтте. Республиканың 22 районынан 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан был ҙур сараға БР ауыл хужалығы министры И.И.Фазрахманов уғата юғары баһа бирҙе (хатта әҙерлек һәм уҙғарыуҙың Рәсәй кимәленән ҡайтыш булмауы һыҙыҡ өҫтөнә алынды). Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы бушлай туҡландырыуҙа “Восход-СТ”, “Сатурн”, “Мөьминов”, “Тахтаров”, “Урожай” хужалыҡтары бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте, бының өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.
- Байрам уңайынан теләктәрегеҙ ҙә барҙыр?
- Райондың барлыҡ ауыл хужалығы эшсәндәрен, тармаҡ ветерандарын һөнәри байрам – Ауыл хужалығы эшсәндәре һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым. Баҫыуҙарҙа иген үҫтереп, малсылыҡ тармағында ит-һөт етештереп, илде туйындырыусыларға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-һөйөнөстәр, бәхет, еңел булмаған эштәрендә уңыштар, күтәренке кәйеф теләйем.
-Юрий Александрович, әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ.
Читайте нас: