+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
16 Ноябрь 2019, 16:05

Династияны дауам итә

2016 йылда элекке БР Башлығы тарафынан респуб-лика тарихында тәүгеһенән иң алдынғы комбайнсы-механизаторҙарҙы дәртләндереү маҡсатында иң күп майҙанда иң күп ашлыҡ һуғыусыларҙы, йәки иң күп ер эшкәртеүселәрҙе автомобиль менән бүләкләү тәҡдиме индерелгәйне. 2017 йылда республика буйынса ошондай иң-иң 10 механизаторға “Шевроле-Нива” автомашинаһы асҡыстары тапшырылып, улар иҫәбендә районыбыҙҙың “Урожай” КХ ЯСЙ-е механизаторы, Яугилде ауылынан Альберт Тимербай улы Мөхәмәтҡолов та ошо ҙур, мәртәбәле бүләккә лайыҡ булғайны.

Бына ике йыл үтеүгә, йәғни быйыл ҙур бүләк - “Шевроле-Нива” автомашинаһы асҡысы алыу бәхете районыбыҙҙың йәнә бер иң алдынғы механизаторы – “ШЭ Г.М.Тахтаров” хужалығынан туңға һөрөүҙә иң уңғаны тип табылған Василий Николаевич Беляевҡа (һүрәттә) яҙҙы. 25 октябрҙә Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы байрам сараһында Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров уға автомобиль асҡысын тапшырҙы. Баҫыуҙарҙа һуңғы уңыш йыйып алынып, дәүләткә оҙатылып бөтөп, бер аҙ бушаған Василий Николаевич “Ураҡ батыры-2019” тип яҙылған бүләк автомашинаһын теркәү, дәүләт номеры алыу мәшәҡәттәре менән йөрөгән. Бығаса бары тик “тимер ат”тарҙы ғына “йүгәнләгән”лектән, еңел автомобиль һатып алырға уйламаған, ниһайәт, идара итеү таныҡлығы алһа, кинәнеп руль артына ултырырға ла мөмкин буласаҡ.
Районыбыҙҙың Архангелка ауылында тыуып үҫкән Василийҙың техникаға тартылыуы атаһынан килә. Ғөмүмән, Беляевтар механизаторҙар нәҫеленән. Бар ғүмерен механизатор һөнәренә бағышлап, элекке “Ғафури” совхозы алдынғыһы булған 7 балалы ғаилә башлығы Николай Петрович (хәҙер мәрхүм) улдарында техникаға һөйөү тәрбиәләгән. Шуға ла тыуған ауылы мәктәбендә 8-се класты тамамлаған егет атаһы юлын дауам итеү теләге менән Стәрлетамаҡтағы һөнәрселек училищеһында киң профилле тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә. Бында уҡып сыҡҡан В.Беляевтың эш стажы әрме хеҙмәтенә киткәнсе үк башлана. “Ғафури” совхозының Архангелка бүлексәһендә “Алтай” тракторында, “Сибиряк” комбайнында эшләп, тәүге хеҙмәт сынығыуы ала. Ватан алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡас, ситкә бәхет эҙләп сығып китеүҙе уйламай, ә туған хужалығында эшен дауам итә. Совхоз тарҡалғас, йылдар үтеү менән һөнәри тәжрибәгә эйә булған механизатор Табын ауылындағы “Г.М.Тахтаров” хужалығына эшкә килә. Алты йыл инде хужалыҡҡа тоғро хеҙмәт итә. Һәр төрлө техниканы (башта “К-700” тракторында, “Дон” комбайнында эшләй) биш бармағылай белгән механизаторға дүрт йыл элек һатып алынған яңы “Т-744” (“Кировец”) тракторы һәм “Асros” комбайнын ышанып тапшырғандар. Шуға ла ул хужалыҡта ниндәй эш бар, кәрәк икән, комбайн штурвалы артына ултырып, иген игә, кәрәк икән, тракторҙа туңға һөрә, ер эшкәртеп, тырматып сәсеүгә әҙерләй, сәсә, келәттә эшләргә лә өлгөрә.
Бөгөн данлыҡлы механизатор Василий Николаевич тормош иптәше – Әхмәт ауылы ҡыҙы Рима Александровна менән өс тиҫтә йылға яҡын ошо ауылда төпләнеп, ҙур иркен йорттарында йәшәйҙәр. Ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, ейән менән ейәнсәрҙең олатай-өләсәһе лә үҙҙәре. Ҡыҙҙары – ике бала әсәһе Елена ғаиләһе менән Красноусолда ғүмер итә. Улдары Николай әлегә өйләнмәгән, үҙҙәре янында, атаһы-олатаһы һөнәрен дауам итеп, Ҡырмыҫҡалы МТС-ында эшләй.
1200 гектар майҙандағы ер туңға һөрөп, республика буйынса “Ураҡ батыры-2019” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған Василий Беляевҡа артабан да эшендә уңыштар, ошондай еңеүҙәргә өлгәшеп, көтөлмәгән бәхетле минуттарҙың йышыраҡ ҡабатланыуын теләйбеҙ.
Читайте нас: