+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
22 Ноябрь 2019, 13:00

Хеҙмәт батырҙары данланды, уңыштар барланды

15 ноябрҙә район мәҙәниәт һарайында Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде. Изге һөнәр эйәләре - ауыл эшсәндәре байрамға күтәренке кәйеф, яҡты йөҙ, ҙур теләк менән килде.

Үтеп барған ауыл хужалығы йылы ла еңелдән булманы. Оҙайлы ямғырҙар арҡаһында күпме эш тотҡарланды, игенсенең тырышлығы юҡҡа сыҡты. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, баҫыу эшсәндәре тулайым 33 мең тоннанан ашыу иген йыйып алды. Ит-һөт етештереү ҙә кәмемәне. Тимәк, өҫтәлдәрҙән икмәк, ризыҡ өҙөлмәйәсәк. Киләһе йыл уңышы өсөн орлоҡ та, мал-тыуарға фураж да етерлек. Бына шуға ла байрамда ҡатнашыусы һәр кемдең күңеле тыныс, күтәренке.
Ауыл эшсәндәренең шатлығын уртаҡлашырға төрлө тарафтарҙан мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килгән. Сара башланырҙан алда ҡунаҡтар мәҙәниәт һарайы фойеһында ойошторолған бай йөкмәткеле күргәҙмә менән танышты.
Тантананы алып барыусылар Гөлназ Мирхәйҙәрова менән Фәнзил Ғәлин сараны асҡас, ауыл хужалығы эшсәндәрен ҡотлау өсөн тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙовҡа бирҙеләр. Фәнзил Фәйез улы барыһын да байрам менән тәбрикләп, үҙ сығышында сираттағы ауыл хужалығы йылына йомғаҡ яһап, өлгәшелгән уңыштарҙы барланы, ауыл хужалығы эшсәндәренә, тармаҡ ветерандарына фиҙаҡәр хеҙмәттәре, республика, Ауыл хужалығы министрлығы етәкселегенә районыбыҙға даи-ми ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Байрам районыбыҙҙың төрлө тармаҡтағы, шул иҫәптән ауыл хужалығы өлкәһендәге биш тиҫтәгә яҡын хеҙмәт ветераны өсөн дә иҫтәлекле булды. Уларҙың барыһы ла сәхнә түренә саҡырылды һәм Ф.Сыңғыҙов ҡулынан “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы” юбилей миҙалдары алып, ҙур шатлыҡ кисерҙе. Фәнзил Фәйез улы район “Гостехнадзор” инспекцияһы начальнигы Сергей Федотович Лукинға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” маҡтаулы исемен, “Урожай” ЯСЙ-е КХ-һы механизаторы Венер Ғәлинур улы Ғиззәтуллинға Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ бер төркөм ауыл хужалығы алдынғылары район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәргә лайыҡ булды. Тап ошонда район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов тарафынан бы-йыл тәүгеһенән иғлан ителгән 2019 йылда баҫыу эштәрендә иң юғары күрһәткестәргә өлгәшкән механизаторҙар араһындағы конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Бәйгелә районыбыҙҙың иң яҡшы алты механизаторы: Сергей Владимирович Михайлов (“Восход-СТ” ЯСЙ-е), Азат Садиҡ улы Йәрмөхәмәтов (“ШЭ Р.В.Мөьминов” КФХ-һы), Рәмзил Рим улы Сәғитов (“Урожай” ЯСЙ-е КХ-һы), Николай Петрович Дмитриев (“Урман” КХ-һы), Валерий Юнир улы Мәҡсүтов (“ШЭ Г.М.Тахтаров” КФХ-һы), Василий Михайлович Мурин (“Агролэнд” ЯСЙ-е) ҡатнашты. Ярыш еңеүсеһе булып Сергей Михайлов танылды һәм Фәнзил Фәйез улы көслө алҡыштар аҫтында механизаторға “Нива” автомобиленә сертификат бүләк итте.
Рәсәй агросәнәғәтселәренең “Алтын көҙ-2019” күргәҙмәһендә ҡатнашып, алтын миҙал һәм Дипломға лайыҡ булған“ Восход-СТ” ЯСЙ-е (етәксеһе – Р.З.Бакиров) менән “ШЭ М.Ш.Алиян” КФХ-һы (етәксеһе – М.Ш.Алиян) бүләкләнде.
Артабан һүҙ байрам ҡунаҡтарына бирелде. БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов ауыл хужалығы эшсәндәрен байрам менән ҡотланы һәм бер нисә алдынғыға БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Рәх-мәт хаттарын тапшырҙы.
БР Ауыл хужалығы министрлығы вәкиле – иҡтисади анализ һәм планлаштырыу бүлеге начальнигы Айҙар Хәлил улы Сәйетов үҙ сиратында VIII Бөтә Рәсәй “Һөткә – юл!” автохәрәкәтен уҙғарыуҙа ярҙамдары өсөн район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙовты, “Красноусол” шифаханаһы директоры Ф.Х.Мәжитовты, “Күркәм дөйәғоштар” КФХ-һы директоры В.В.Смирновты һәм башҡаларҙы БР Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаттары, бер төркөм хеҙмәт алдынғыларын министрлыҡтың Маҡтау грамоталары менән бүләкләне.
БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге генераль директоры Әмир Миңләхмәт улы Ишемғолов, БР Ауыл хужалығы министрлығы вәкиле - Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы Ринат Сәхи улы Ғәлимов тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе.
Ауыл хужалығы эшсәндәрен шулай уҡ район Советы рәйесе Зөфәр Мәғәсүм улы Хафизов та ихлас тәбрикләне, йәнә бер төркөм алдынғылар уның ҡулынан Маҡтау грамоталары һәм бүләктәр алды.
“Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” директоры Юрий Александрович Родионов йыл һөҙөмтәләрен барлап, уңышлы эшләгән хужалыҡтар, айырым механизаторҙар, малсылар, ҡошсоларҙың исемдәрен атап, уларға Дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Ауыл хужалығы эшсәндәре көнө алдынан балалар араһында иғлан ителгән һүрәттәр конкурсында районыбыҙҙың барлыҡ мәктәптәренең дә әүҙем ҡатнашыуын билдәләп, Юрий Александрович уларға йомғаҡ яһаны. Еңеүселәр: Красноусол башҡорт гимназия-интернатынан Алһыу Ғәлиуллинаны - 1-се, 1-се мәктәп уҡыусыһы Серафим Кудряшовты – 2-се, Курорт мәктәбенән Карина Ишбаеваны 3-сө урын яулауы менән ҡотлап, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ ошо көндәрҙә 85 йәшен билдәләгән элекке М.Ғафури исемендәге колхоз механизаторы Флүр Фәйзрахман улы Рахманғолов та сәхнә түренә саҡырылып, үҙенә тәғәйен бүләген алды.
“Красноусол” шифаханаһы директоры урынбаҫары Рәмиз Мәғәфүр улы Урманшин да байрамға буш ҡул менән килмәгән, шифахана директоры һәм коллективы исеменән тәбрикләп, ауыл хужалығы алдынғыларына инселәп, үҙҙәрендә ял итеү һәм сәләмәтлектәрен нығытыу өсөн биш путевка тапшырҙы.
Байрамдан эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары ла ситтә ҡалманы. “Мәләүез шәкәр заводы” ЯСЙ-енең генераль директоры урынбаҫары Альберт Марс улы Бикташев ихлас ҡотланы.
Ауыл эшсәндәренә арналған байрам сараһы мәҙәниәт һарайы, районыбыҙ һәүәҫкәрҙәренең, балалар бейеү коллективтарының сағыу сығыштары менән үрелеп барҙы һәм һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Читайте нас: