-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Ноябрь 2019, 20:40

Киләсәкте хәстәрләп

20 ноябрҙә район мәҙәниәт һарайында Красноусол ауылы халҡы өсөн 2020 йылға Урындағы башланғыстарҙы яҡлау проектының йомғаҡлау йыйылышы үтте.

Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Дамир Ҡунафин йыйылышты асып, көн тәртибен уҡып ишеттерҙе. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау проектының (ППМИ) 2019 йылғыһына йомғаҡ яһау һәм ауыл биләмәһенең 2020 йылғыһында ҡатнашыу хаҡында ҡарар ҡабул итергә йыйылдыҡ, тине биләмә башлығы. Район хакимиәте башлығының финанстар буйынса урынбаҫары, ра-йонда Урындағы башланғыстарҙы яҡлау проекты кураторы Светлана Ғөбәйҙуллина 2016-2019 йылдарҙа программаның тормошҡа ашырылыу барышы менән таныштырҙы. Ошо йылдар арауығында районыбыҙ 25 проект-та ҡатнашып, дөйөм сумма 26 миллион һум тирәһе тәшкил иткән. Рес-
публика бюджетынан бүленгән субсидия күләме - 17 млн 500 мең һум, халыҡтан 3 миллион тирәһе аҡса йыйылған, бағыусылар 2 млн 800 мең һум аҡса биргән, ҡалғаны ауыл биләмәләре бюджетынан бүленгән.
Красноусол ауыл биләмәһе был программала ике йыл рәттән “Йәшлек” паркын төҙөкләндереү проекты менән ҡатнашты. Хәҙер парк икенсе һулыш алып, яңырыу кисерҙе, олоһо-кесеһенең иң яратҡан урынына әүерелде, спорт майҙансығы ремонтланды.
2019 йылда биләмәгә аҫмалы ҡоролмалы “МТЗ-82” тракторы алыу буйынса проект халыҡ тарафынан хуп-ланып, тиҙҙән был техника биләмәгә ҡайтарыласағы хаҡында әйтте сығыш яһаусы.
2020 йылғы Программала ҡатнашыу өсөн проект һайланып, уны тормошҡа ашырыуҙа аҡсалата һәм аҡсалата булмаған суммалар билдәләнә (быйыл халыҡ индергән аҡсаның максималь проценты 10% (бығаса 15% ине), элекке йылдар менән сағыштырғанда 5 процентҡа кәметелгән). Светлана Рәшит ҡыҙы Урындағы башланғыстарҙы яҡлау проекттарын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан район үҙәге халҡына һәм Красноусол ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Был ҙур, ҡатмарлы эште ойоштороуға тос өлөш индергән Красноусол ауыл биләмәһенең элекке башлығы Р.З.Мөхәмәҙиева менән урынбаҫары А.М.Ғәзизоваға ра-йон хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Шулай уҡ Красноусол ауыл биләмәһенең Рәхмәт хатына Красно-
усол ауыл биләмәһенең элекке эштәргә идара итеүсеһе Э.И.Денисова лайыҡ булды.
- 2019 йылда ППМИ-ла ҡатнашып, автомобиль юлдарын ҡарҙан таҙартыу һәм тәртиптә тотоу өсөн аҫмалы ҡоролмалы “МТЗ-82” тракторы һатып алыу проекты менән конкурста еңеп сыҡтыҡ. Республика субсидияһы - 1 миллион һум, халыҡтан һәм бағыусыларҙан 440 мең һум аҡса йыйылды, урындағы бюджеттан 340 мең һум аҡса бүленде. Тиҙҙән был өр-яңы техника биләмәгә ҡайтарыласаҡ, - тине биләмә башлығы Дамир Ҡунафин. – Йәнә шуны билдәләп үтергә кәрәк, урындағы бюджет иҫәбенә ике шнекороторлы ҡар таҙартыу ҡоролмаһы һатып алынды, береһе – ошо яңы тракторға, икенсеһе бығаса алынған техникаға урынлаштырыласаҡ. Быларҙың барыһына ла урындағы халыҡтың әүҙемлеге менән өлгәшелде. Шулай уҡ башҡа республика программаларына ярашлы, быйыл Красноусол ауылы урамдарын таҙартыу өсөн яңы автогрейдер һатып алырға планлаштырыла. Был маҡсатҡа республика һәм ра-
йон бюджетынан аҡса бүленеп, әле конкурс процедуралары бара һәм был техника тиҙҙән биләмәгә ҡайтарыласаҡ, - тине Д.В.Ҡунафин һәм 2020 йылда ла Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашыу өсөн тауыш бирергә тәҡдим итте. Уны йыйылышта ҡатнашыусылар бер тауыштан хуплап ҡаршы алды. Ауыл хакимиәте төрлө предприятие-ойошмаларҙа үткәргән йыйылыштарҙа әйтелгән тәҡдимдәр араһында күпселек тауыш “Йәшлек” паркындағы балалар майҙансығын төҙөкләндереүгә бирелгән, тине биләмә башлығы һәм залдағыларҙың фекере менән ҡыҙыҡһынды. Сығыш яһаусыларҙың күпселеге балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ, тип билдәләп, был тәҡдим-башланғысты яҡлауҙарын белдерҙе. Шулай итеп, күпселек та-уыш менән киләһе йылдағы проектта ҡатнашып, “Йәшлек” паркындағы балалар майҙансығын (дөйөм суммаһы – 1 млн 500 мең һум) төҙөкләндерергә ҡарар ителде. Йыйылышта өҫтәмә финанстарҙың 300 мең һумын урындағы бюджеттан, 100-әр мең һумын халыҡтан һәм бағыусыларҙан йыйырға тигән тәҡдим индерелде һәм бер тауыштан хупланды.
Артабан сарала ҡатнашҡан Гражданлыҡ инициативаларын өйрәнеү үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, рес-публика Урындағы башланғыстарҙы яҡлау проектының Ғафури районы буйынса кураторы Азамат Барлыбаев үҙәктең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы һәм Программаның былтырғыһына йомғаҡ яһаны. Былтыр республика буйынса ППМИ-ла ҡатнашыуға 1938 заявка ҡабул ителеп, шуның 759-ы (80%) еңеп сыҡҡан. Беҙҙең райондан иһә 2016 йылдан алып барлығы 15 ауыл биләмәһе ҡатнашып, 13-ө конкурста еңеүгә өлгәшкән.
Һуңғы көн тәртибендә инициатив төркөм һайлау ҡаралды. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашыуҙа ауыл хакимиәтенә бар яҡлап та ярҙам итеү өсөн Р.З.Мөхәмәҙиева рәйеслегендә А.С.Рудкевич, Р.Р.Шаймарҙанов, Р.И.Юлмөхәмәтов, Г.М.Монасипова, Х.С.Сәфәрғолов, С.О.Афанасьев, В.А.Безовчук, Г.В.Петрова, А.К.Ващенко, А.Ф.Шавановтан торған төркөм һайланды. Ошоноң менән йыйылыш үҙ эшен йомғаҡланы.
Йыйылышта Елена Рябова ППМИ-ны хуплаған таҡмаҡтарын йырлап ишеттерҙе, “Землячки” халыҡ хоры йыр башҡарҙы, С.Князев саксофонда сығыш яһаны.
Индира ИШКИНА.
Читайте нас: