-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
29 Ноябрь 2019, 12:15

Ауылдарҙа Ҡаҙ өмәһе

Ҡыш һалҡынын ебәреп, ап-аҡ ҡарҙарын һирпкән мәлде ауыл халҡы айырыуса көтөп ала. Тәүге ҡарҙар күренеү менән иң тәүҙә ваҡ малдарҙы, ҡош-ҡортон, һуңыраҡ эре мал-тыуарының һуйырын һуйып, һатырын һатып, йыл буйы шәхси хужалығында түккән хеҙмәтенең һөҙөмтәһен барлай. Элек-электән ауылдағылар йылына бер килгән өмәгә яҡын кешеләрен, күрше-тирәһен, туғандарын саҡырып, күңелле байрам итеп үткәргәндәр. Шәмбе көнө Еҙем-Ҡаранда Денира һәм Дамир Биктимеровтар, Оло Ибраһимда Рәүилә һәм Мансур Килмөхәмәтовтар, Мәҙинә Садиҡова һәм Хисмәт Мостафин ошо матур йоланы тотоп, өйҙәрендә күңелле Ҡаҙ өмәһе үткәрҙе.

Иртә менән Еҙем-Ҡаранда Ҡаҙ өмәһе ойоштороусы Биктимеровтар малдарын йыйнап, һуйыласаҡ ҡаҙҙарын ҡағынып алһындар өсөн асығыраҡ урынға сығарып, өмәлә бергәләшәсәк күрше-тирәһен, яҡындарын, бергә эшләгән иптәштәрен ҡаршылап та торалар ине. Иң тәүҙә ҡаҙҙарҙы кем саласағын билдәләйҙәр. Бының да үҙ сере бар икән. “Бисмилла” тип әйтеп эште башлайһың, тешләнеп салырға ярамай инде”, - тип аңлатты олораҡ ағай. Был эштең дә билдәле оҫталары була, салыусының ҡулы еңел булһа, ите татлы, йолҡҡанда йомшаҡ була, тип тә әйтеп алдылар. Ҡаҙҙар салынғас, муйынын бәйләп ҡаҙ йолҡоусыларға тапшырҙылар.
Денира һәм Дамир Биктимеровтар өйөндә эш йыр-моң менән күңелле дауам итте. Был ҙур өмәне күрергә мәртәбәле ҡунаҡтар: район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Миңнира Сәғит ҡыҙы Шәйәхмәтова ла килде.
- Ҡотло булһын Ҡаҙ өмәләре. Ҡаҙҙарығыҙ, малдарығыҙ йыл да уңһын, ишәйһен. Хужаларға һаулыҡ-именлек насип булһын, - тигән теләктәрен еткерҙе Гүзәл Зөфәр ҡыҙы.
- Еҙем-Ҡаран “Айыҡ ауыл” программаһына ҡушылғас, ауыл-да бик күп ыңғай үҙгәрештәр булды. Бында матур йәшәгән, тырыш ғаиләләр бихисап. Ә инде ошондай саралар ауылды йәнләндереү, айыҡлыҡҡа өндәү булып, ҡош-ҡорт, мал-тыуар тотоп гөрләтеп йәшәп булғанын күрһәтеп тора, - тине Миңнира Сәғит ҡыҙы.
Ярҙамға килгән Дилара Вәлиева, Зәмирә Кәримова, Эльза Әхмәҙуллина, Миңниә Дауытова, Гөлира Муллағолова “һә” тигәнсе ҡаҙҙы мамығынан таҙартып та ҡуйҙылар. Бер яҡ ситтә ҡаҙ ҡаурыйын һыҙырып ултырыусы Рима Ишҡолова, Мәрхәбә Ғималетдинова, Гөлфиә Ғәбиҙуллина, Зөлфиә Кәримова, Рита Шаһиева үҙ эштәрен тамамлағас, күмәкләп ҡаҙҙарҙың эсен алдылар. Хужабикәнең Благовещенскийҙан килгән ике туған апаһы Тәнзилә Искәндәрова эшкә лә, йыр-моңға ла дәртле булып сыҡты.
Йолҡонған ҡаҙҙарҙы көйәнтәгә парлап аҫып, “Ҡаран” шишмәһенә сайҡарға алып барыу үҙе бер тамаша булды. Алдан Биктимеровтарҙың Архангел ауылында педагог-хореограф булып эшләп йөрөүсе өлкән ҡыҙҙары Индира һәм 5-се класта уҡыусы бәләкәйҙәре Илнара ҡаҙ ҡаурыйҙарын юлға һибеп барҙылар. Олораҡтар киләһе йылда ла ҡаҙҙар күп булыуын, ошо юлдан йөрөүен теләп уларға эйәрҙе. Ҡош һындары менән биҙәлгән йәмле шишмә буйы уйын-көлкө, йыр-бейеү менән тулды. Күңелле итеп ҡаҙҙарҙы сайҡағас, йырлай-йырлай ҡайтыу яғына юлланды өмәселәр. Өйҙә хужалар барыһын да мул һыйҙан һығылып торған табын янына саҡырҙы. Өлөш бүлгәндә лә йола буйынса баш – хужаға, муйын – хужабикәгә, ҡанаттар ҡыҙҙарға, башҡа өлөштәре өмәселәргә, ҡунаҡтарға бирелде. Хужаларға рәхмәт әйтеп, Ибраһим ауылында барған Ҡаҙ өмәләренә юлландыҡ.
Был ауылда байрам өҫтөнә байрам тигәндәй, Раушания һәм Зиннур Исҡужиндар йортонда ҡыҙ һоратыуҙы йолалап үткәргәндәр. Ҡыҙҙарын көҙгө муллыҡта Ауырғазы районына төшөргәндәр. Улар ҙа үҙ хеҙмәте менән йәшәгән тырыш, уңған ғаилә.
Мәҙинә Садиҡова һәм Хисмәт Мостафин өйөндә лә күңелле Ҡаҙ өмәһе бара ине. Беҙ килгәнсе улар, күрше-тирәһе, туғандары менән ҡаҙҙарҙы йолҡоп бөтөп, эсен алыу менән мәшғүл инеләр. Өй эсендәге күҙҙең яуын алырлыҡ төрлө ҡул эштәре хужабикәнең уңғанлығын күрһәтеп тора. Толпар ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән Мәҙинәнең был ауылға килен булып төшөүенә 25 йыл тула. Әлеге көндә Ибраһим ауылында почталь-он булып эшләй. Инсаф улдары менән Әлфинур ҡыҙҙары үҫеп, эшләп йөрөйҙәр. Хужа кеше элекке мәҙәниәт хеҙмәткәре, Себергә, Ишембайға йөрөп эшләп ала. Улар 6 баш һыйыр, 30-ға яҡын ҡаҙ, 21 өйрәк, 12 күркә аҫрайҙар, бал ҡорттары тоталар.
- Ҡаймағын, һөтөн, балын да һатып аҡса эшләйбеҙ. Был өмәгә Мәләүездән Йәмилә апайыбыҙ менән Рәйес еҙнәбеҙ, күршеләребеҙ Рифа Баҡыева, Еҙем-Ҡарандан Рима Рәхимова һәм башҡалар килде. Иртәгә оло мал һуғымы үткәрергә тип торабыҙ, - ти йорт хужаһы.
- Һуғымдар һәр саҡ шулай мул булһын, өҫтәлдәрегеҙ һый-хөрмәттән һығылып торһон, - тигән теләктәр әйтеп хушлаштыҡ хужалар менән.
Уларға күршеләш тигәндәй йәшәүсе Рәүилә һәм Мансур Килмөхәмәтовтар йортонда барған Ҡаҙ өмәһен ситләтеп үтеү мөмкин түгел ине. Килмөхәмәтовтар был өмәне йолаһын үтәп, бөтә яҡлап уйлап, фантазияларын һалып әҙерләгән. Өмәгә ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары, балалары, күрше-күлән, яҡындары килгән. Ҡаҙ йолҡоуҙың ваҡ эштәрен тамамлағас, ике өй өмәселәре ҡаҙҙарҙы көйәнтәләргә элеп, Еҙем йылғаһына сайҡатырға алып китте. Был ваҡытта Еҙем буйы йыр-моң, бейеү тауышынан яңғырап торҙо. Район мәҙәниәт һарайы баянсыһы Наил Вәлиев хеҙмәттәше Рәүилә Килмөхәмәтованың ҡаҙҙары тап-таҙа булғансы сайҡатылһын өсөн дәртле көйҙәрен туҡтамай һуҙҙы ғына.
Киләһе йылда ла Еҙем буйында
ҡаҙ бәпкәләре күп үҫһен, - тип һыуға ҡаурыйҙар ағыҙған балаларҙың теләктәре тормошҡа ашһын. Һуңынан өйҙәргә йәм өҫтәп уйын-көлкө, йыр-бейеүҙәр менән өмә аштары үтте.
Муллыҡ, байлыҡ, тәүге ҡар, яҡты көн байрамы булған Ҡаҙ өмәһе Еҙем-Ҡаран һәм Ибраһим ауылдарында йолаға нигеҙләнеп, күркәм үтте. Тик уңған хужалар ғына күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап үҫтереп, бына ошондай байрамдар ойоштора ала. Алдағы йылдарҙа ла һуғымдар мул булып, туғандар-яҡындарҙы, күрше-тирәһен йыйып ошондай күңелле йола байрамдары ойошторорға яҙһын.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: