-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
29 Ноябрь 2019, 16:20

Йәшәп ҡара бер көн икмәкһеҙ!

Икмәк бешереү оҫталары борон-борондан оло хөрмәт ҡаҙанған. Әгәр элек ауыл кешеләре әпәкәйҙе үҙе һалһа, хәҙерге йәшәү рәүеше һәм көсөргәнешле хеҙмәт был шөғөлгә ваҡыт ҡалдырмай. Магазин кәштәләрендә аҙыҡ-түлек тулып ятһа ла, икмәккә хөрмәт һис кәмемәй.

Тәүлегенә меңдән ашыу икмәк етештереп, һатыуға сығарған шәхси эшҡыуар Николай Трофим улы Фоминдың һәм бергә эшләүсе апай-ағайҙарҙың уңыш серен белер өсөн икмәк цехына экскурсияға юлландыҡ. Беҙ, 5-се “В” һәм 6-сы “Б” класс уҡыусылары, икмәк бешереү серенә өйрәндек. “Икмәк бешерә белеүҙә бер ниндәй ҙә сер юҡ, - ти Светлана Иван ҡыҙы Фомина. - Беҙ элекке йолаларҙы - ҡомалаҡ әсеткеһен йәки сүпрәне, яңы технологияларҙы ҡулланабыҙ. Ә ҡалғаны оҫтаның маһирлығына бәйле. Икмәк кешенең ҡулдарын ғына түгел, хатта кәйефен дә яҡшы "тоя", үҙе тураһында хәстәрлек ярата. Ошо үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алмағанда, ул уңмаясаҡ. Шуға күрә беҙҙә осраҡлы кешеләр юҡ”.
Ысынлап та, был цехта егерме төрлө икмәк-ҡаластар етештерелә. Кешеләргә иң кәрәкле ризыҡ бөтә технологияларҙы үтәп, ике йөҙ градуслы мейестәрҙә ҡырҡ минут дауамында бешерелә. Бында эшләүсе апай-ағайҙар икмәк продукцияһы сифатлы һәм үтемле булһын өсөн бөтә көсөн һала. Булдыҡлы эшҡыуар Н.Т.Фомин хеҙмәткәрҙәренең ҡәҙерен белә. Улар өсөн иҫ киткес уңайлы шарттар, дуҫтарса мөнәсәбәт булдырған, шунлыҡтан икмәкханала эшләү абруйлы һәм икмәктәре лә бик тәмле.
Беҙгә икмәк бешереү серҙәрен төшөндөргәндәре һәм бай йөкмәткеле экскурсия ойошторғандары өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙгә уңыштар, көс, дәрт-дарман теләйбеҙ!
Н.Мәжитов исемендәге
Красноусол башҡорт гимназия-интернатының
6 “Б” класы уҡыусылары.
Читайте нас: