-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
13 Декабрь 2019, 13:05

Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға - миллион

Илдә һәм республикала торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләүселәр өсөн төрлө маҡсатлы программалар уңышлы эшләй. Шуларҙың береһе – “РФ граждандарын уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” федераль дәүләт программаһы. Уны тормошҡа ашырыу сиктәрендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар иҫәбенә индерелгән йәш ғаиләләр йорт төҙөү йәки торлаҡ һатып алыуға дәүләт бюджетынан матди ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә.

Программаға ярашлы, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса сиратта торған йәш ғаиләләргә торлаҡ сертификаттары тапшырыла килә. Кисә, йәғни 12 декабрҙә район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов үҙенең эш кабинетында йәш ғаилә башлыҡтары – районыбыҙҙың йәш белгестәре: “Урожай” ЯСЙ-е КХ-һының баш инженеры Таһир Шәмсетдинов менән Үҙәк район дауаханаһының табип-терапевы Раушан Арыҫлановҡа торлаҡ сертификаттары тапшырҙы.
Йөҙимән ауылында йәшәүсе Шәмсетдиновтар һәм Красноусолдан Арыҫлановтар ғаиләләре (һәр береһендә икешәр бала үҫә) 1 миллион 8 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамын шәхси йорттары төҙөлөшөн теүәлләүгә тотонасаҡ. Сертификатты тапшырып, Фәнзил Фәйез улы программала ҡатнашыусы йәш ғаиләләрҙе шатлыҡлы көндәре менән ҡотланы һәм йорттарын төҙөп бөтөүҙә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ теләне. Сертификатты ҡабул итеп алыусы Раушан Рәфис улы менән Таһир Рафил улы өсөн тап 12 декабрь – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнөндә дәүләт ярҙамы алыуҙары менән икеләтә иҫтәлекле булды. Улар үҙ сираттарында район хакимиәте башлығы Ф.Сыңғыҙовҡа, уның урынбаҫары Д.Ғәлимовҡа, капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы О.Саттароваға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
“Йортоғоҙҙо тиҙерәк төҙөп бөтөп, өй туйларға яҙһын, унда балаларҙың шат та-уыштары яңғырап торһон!” – тигән теләктәр әйтелде.
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас: