+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
13 Ноябрь 2020, 12:25

Хеҙмәт батырҙарын данлап, уңыштарҙы барлап...

12 ноябрҙә район мәҙәниәт һарайында Ауыл хужалығы эшсәндәре һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде. Пандемия сәбәпле, байрамдың быйылғыһы ғәҙәти булмаған шарттарҙа, бүләкләнеүселәр ҡатнашлығында ғына үтте.Тантананы алып барыусылар Гөлназ Мирхәйҙәрова менән Фәнзил Ғәлин сараны асҡас, ауыл хужалығы эшсәндәрен район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәмил Рафаэль улы Әхмәтов тәбрикләне, уңыштарҙы барланы һәм хеҙмәт алдынғыларын бүләкләне.

12 ноябрҙә район мәҙәниәт һарайында Ауыл хужалығы эшсәндәре һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде. Пандемия сәбәпле, байрамдың быйылғыһы ғәҙәти булмаған шарттарҙа, бүләкләнеүселәр ҡатнашлығында ғына үтте.
Тантананы алып барыусылар Гөлназ Мирхәйҙәрова менән Фәнзил Ғәлин сараны асҡас, ауыл хужалығы эшсәндәрен район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәмил Рафаэль улы Әхмәтов тәбрикләне, уңыштарҙы барланы һәм хеҙмәт алдынғыларын бүләкләне.
Рәсәй агросәнәғәтселәренең “Алтын көҙ-2020” күргәҙмәһендә ҡатнашып, “Үҫемлекселек продукцияһын үҫтереүҙә һәм тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшеү” конкурсында “Шәкәр сөгөлдөрө етештереү” номинацияһында алтын миҙал һәм Дипломға лайыҡ булған шәхси эшҡыуар – крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Геннадий Михайлович Тахтаров бүләкләнде.
“Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” муниципаль бюджет учреждениеһының сектор мөдире Ғәзинур Ғәлинур улы Суфиянов менән “Урожай” ЯСЙ-е КХ-һы водителе Хәләф Шәйхетдин улы Тәүхетдинов “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. “Восход-СТ” ЯСЙ-е Аграр предприятиеһының баш бухгалтер урынбаҫары Миләүшә Вил ҡыҙы Лесовцева, ошо уҡ хужалыҡтың водителе Анатолий Иванович Долин һәм механизаторы Илгиз Мәжит улы Ҡотлозаманов, “Урожай” ЯСЙ-е КХ-һының баш инженеры Таһир Рафил улы Шәмсетдинов, ошо уҡ хужалыҡтың һауынсыһы Ләлә Шәкүр ҡыҙы Хисмәтуллина, “ШЭ Г.М.Тахтаров” крәҫтиән (фермер) хужалығы механизаторы Алексей Геннадьевич Тахтаров, Ленин исемендәге колхоз һауынсыһы Әминә Ғибаҙулла ҡыҙы Мусина, “ШЭ Р.В.Мөьминов” крәҫтиән (фермер) хужалығы механизаторы Азат Садиҡ улы Йәрмөхәмәтов, “ШЭ Р.Ғ.Мырҙағолов” крәҫтиән (фермер) хужалығы ҡымыҙсыһы Эльза Тимер ҡыҙы Мырҙағолова, “ШЭ Р.В.Рәжәпов” крәҫтиән (фермер) хужалығы келәт мөдире Рауил Миңлеғәле улы Маликов Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнеп, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.
Йылдың-йылы республика Ауыл хужалығы министрлығы Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте эшсәндәре көнө алдынан балалар араһында “Минең ерем – минең байлығым” тигән һүрәттәр конкурсы иғлан итә. Районыбыҙ мәктәптәре уҡыусылары был бәйгелә әүҙем ҡатнаша. Конкурстың быйылғыһында Балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүсеһе Диана Камил ҡыҙы Түзбәкова ҡатнашып, 1-се урын яулай. Дианаға һәм уның педагогы Наталия Анатольевна Шәйҙуллинаға БР Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Ауыл хужалығы эшсәндәрен шулай уҡ район Советы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов ҡотланы һәм ауыл хужалығы өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткән “Восход-СТ” ЯСЙ-е АП-һы зооинженеры Илдар Ревил улы Мәҡсүтовты, “Урожай” ЯСЙ-е КХ-һы механизаторы Урал Риф улы Исҡужинды, “ШЭ М.Ф.Латипов” крәҫтиән (фермер) хужалығы механизаторы Айрат Фәрит улы Латиповты район Советының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне.
“Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” МБУ-һы директоры Юрий Александрович Родионов ауыл хужалығы эшсәндәренә тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе, йыл һөҙөмтәләрен барланы. Ике тиҫтәгә яҡын ауыл хужалығы алдынғылары: “Восход-СТ” ЯСЙ-е АП-һынан Фаил Рауил улы Йәнбәков (слесарь), Анатолий Петрович Харьков (оператор), Вячеслав Владимирович Афанасьев (төрлө эштәр башҡарыусы), “Урожай” ЯСЙ-е КХ-һынан агроном Ринат Нәжип улы Хисаметдинов, Данис Мәҡсүт улы Ишмөхәмәтов (моторсы), Миҙхәт Ғәли улы Ғиззәтуллин (механик), Ленин исемендәге колхоздан водитель Илдус Ришат улы Дәүләтшин, машина менән һыйыр һауыу операторы Илдус Сабирйән улы Халиҡов, “ШЭ Р.В.Мөьминов” крәҫтиән (фермер) хужалығы механизаторы Радик Шәрифулла улы Ғөбәйҙуллин, “ШЭ Ю.Й.Биктимеров” крәҫтиән (фермер) хужалығы механизаторы Артур Юныс улы Биктимеров, Яңғыҙҡайын ветеринар участкаһы мөдире Фәнис Шәрифулла улы Абдуллин, “Күркәм дөйәғош” крәҫтиән (фермер) хужалығынан баш оператор Альбина Альберт ҡыҙы Йәнбәкова һәм механизатор Хәлил Хәмит улы Моссифуллин, “ШЭ Н.Т.Фомин” предприятиеһынан икмәк бешереүсе Ольга Юрьевна Абдуллина һәм кондитер Оксана Александровна Ғәзетдинова, “ШЭ Ә.Х.Фәйзуллин” предприятиеһы етәксеһе урынбаҫары Раиса Егоровна Фәйзуллина, “ШЭ М.Ш.Алиян” крәҫтиән (фермер) хужалығы бригадиры Торун Суренович Бадоэн, “Хәләл-Еҙем” ауыл хужалығы эшкәртеүсе ҡулланыусылар кооперативы бригадиры Айгөл Миңләхмәт ҡыҙы Ғафарова, “ШЭ Р.Р.Йомағолов” крәҫтиән (фермер) хужалығы водителе Виктор Анатольевич Бушниловҡа район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары һәм бүләктәр тапшырҙы.
Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре матур концерт номерҙары бүләк итте.

Индира ИШКИНА.

Читайте нас: