Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
1 Ғинуар 2021, 02:00

“Татлы тамыр” уңышы йыйыла

Районыбыҙ баҫыуҙарында “татлы тамыр” ҡаҙыу эштәре аҙағына яҡынлаша. Әленән-әле яуған ямғырҙар эште тотҡарлауына ҡарамаҫтан, хужалыҡтар механизаторҙары күкте ҡаплап алған ҡара болоттар таралып, көн аяҙайтыу менән эш темпын тағы ла ҡыҙыулатып, баҫыуҙа тир түгә.

Районыбыҙ баҫыуҙарында “татлы тамыр” ҡаҙыу эштәре аҙағына яҡынлаша. Әленән-әле яуған ямғырҙар эште тотҡарлауына ҡарамаҫтан, хужалыҡтар механизаторҙары күкте ҡаплап алған ҡара болоттар таралып, көн аяҙайтыу менән эш темпын тағы ла ҡыҙыулатып, баҫыуҙа тир түгә.

Быйыл район буйынса был төшөмлө культура бөтәһе 3066 гектарҙа сәселгәйне. Ауыл хужалығы идаралығынан алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, 25 октябргә ҡарата 2400 гектарҙың уңышы йыйып алынған, был дөйөм майҙандың 78 процентын тәшкил итә. Район буйынса 87 мең тоннанан ашыу “татлы тамыр” ҡаҙып алынған, уртаса гектар ҡеүәте 351 центнер булған. 78600 тоннаһы Мәләүез шәкәр заводына оҙатылған.

Шәкәр сөгөлдөрө Яңғыҙҡайын ауылындағы “Зенит”-“ШЭ Р.В.Мөьминов” хужалығында 520 гектар майҙанды биләй. Һәр йылдағыса һуңғы һөҙөмтә, йәғни юғары уңышҡа иҫәп тотоп эшләгән был хужалыҡ сөгөлдөрсөләре быйыл да һынатмай. Хужалыҡ етәксеһе Риф Мөьминов әйтеүенсә, 380 гектарҙағы “татлы тамыр” биләгән баҫыуҙарҙа эштәр теүәлләнгән дә инде. Әле ҡаҙып алынған гектарҙар уртаса 300 центнер тирәһе уңыш биргән. Сеймал Мәләүез шәкәр заводына оҙатыла.

Хужалыҡта шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙыу эшендә комбайнсылар Анатолий Макаров менән Рафаил Мәүлетов тир түкһә, сығарылған тамырҙарҙы Илдус Ғәлиев менән Владимир Кириллов ташып өйөмдәргә һала бара. Уларҙың аяҙ торған һәр көндө тулыһынса файҙаланыуы, тырышлығы һөҙөмтәһендә тиҙ арала эштәр теүәлләнер.


Читайте нас