Баҫыуҙарҙы өс “FENDT”, ике “Палессе” комбайны иңләп йөрөй. Уларҙың штурвалын оҫта комбайнсылар тип танылған Артем, Валерий Долиндар, Игорь Капустин, Роман Александров, Дмитрий Михайловҡа ышанып тапшырғандар. Ә бункерға тулған игенде баҫыу-ырҙын табағы маршруты буйынса водителдәр Олег Федоров, Анатолий Долин, Маркиян Герасимов (ялланып эшләүсе) “КамАЗ”да елдәй елеп ташый. Эш тотҡарлыҡһыҙ барһын өсөн комбайнсыларға ярҙам итеүсе Алексей Маленковтың да хеҙмәте ҙур бында. Ә заправкалаусы Айҙар Ғайсаров комбайндарҙың туҡтап ултырыуына юл ҡуймай, уларҙы яғыулыҡ менән тәьмин итеп тора.
Хужалыҡта етәкселек тарафынан йәштәрҙе эшкә йәлеп итеү ҙә яйға һалынған. Агроном һөнәре алып эшкә ҡайтҡан йәш белгес Руслан Бикбулатовтың да, беренсе йыл эшләүенә ҡарамаҫтан, күңел биреп эшләп йөрөгәне күренә.
- Бойҙайҙың уртаса гектар ҡеүәте 30-35 центнер тәшкил итер тип өмөт итәбеҙ. – Эшселәргә төшкө һәм киске аш ойошторолған. Көн аяҙ торғанда киске 9-10-ға тиклем дә эшләргә тура килә. Ужым бойҙайын һуғып бөткәс, яҙғы культураларға төшәсәкбеҙ, - тип, эштәр барышы менән таныштырып үтте агроном Руслан Бикбулатов.
Игенселәр аяҙ көндөң һәр секундын файҙаланырға тырышып, күберәк гектарҙарҙа эштәрҙе теүәлләргә ниәтләп, ал-ял белмәй эшләйҙәр баҫыуҙа. Уларға эштәрен көс-ҡеүәттә, яҡшы кәйефтә дауам итеүҙәрен теләйбеҙ.