-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
18 Июль 2021, 10:30

Ер улы

15 июлдә райондың күренекле кешеләренең береһе Әмир Мансур улы Хәмитовҡа 70 йәш тулды.

Ер улы
Ер улы

Ә.М.Хәмитов районыбыҙҙың гүзәл тәбиғәтле Йөҙимән ауылында ябай колхозсы, һуғыш ветераны Мансур ағай Хәмитовтың ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килә.
Әмир Хәмитов үҙенең хеҙмәт юлын мәктәптән һуң тыуған колхозында ябай тракторсы булып башлай. Хеҙмәт юлында алған беренсе тойғоһо уның күңелендә ҙур эҙ ҡалдырғанғамы икән, Әмир Мансур улы 2 йыл Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң ауыл тормошона хыянат итмәй, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына уҡырға керә.
Институт тамамлар алдынан шунда уҡ зооинженер факультетында уҡып йөрөгән Мәсетле районы ҡыҙы, билдәле спортсы Нәбирәгә өйләнә. Ҡулдарына диплом алғас, ике йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Мәсетле районына эшкә ебәрәләр. Был районда Әмир Мансур улы Мәсәғүт совхозында бүлексә етәксеһе булып эшләй.
Ике йылдан ашыу Мәсетле районында эшләгәндән һуң Хәмитовтар тыуған районына, Мәжит Ғафури исемендәге колхозға ҡайталар. Унда бер аҙ эшләгәндән һуң Әмир Мансур улын, тыуған Салауат исемендәге колхозға баш агроном итеп күсерәләр.
Үҙ эшен яҡшы белгән Әмир Мансур улын, халыҡ менән һәр ваҡыт уртаҡ тел таба алы-уын иҫәпкә алып, 1985 йылда райондың ауыл хужалығы идаралығына баш агроном итеп ҡуялар. Әйтергә кәрәк, фәҡәт ошо вазифа Әмир Мансур улы өсөн тормошоноң иң яҡты йылдары булып торғандыр.
Ул замандарҙа районда 20-ләп хужалыҡ бар ине. Ҡара яҙҙан сәсеү алдынан шул хужалыҡтарҙың орлоҡтарын, уны ағыулау препараттарын, Мәләүез, Салауат ҡалаларынан ашлама сығарыуҙы хәстәрләүҙән башлана ине уның эше.
Сәсеүҙәр тамамланғас, һабантуй алдынан бөтә хужалыҡтарҙың да сәсеүлектәрен ҡарап сығырға кәрәк, сөнки һабантуйҙа яҙғы баҫыу эштәре буйынса алдынғыларҙы бүләкләргә. Үҙенә беркетелгән “Пирожок” машинаһында Ә.Хәмитов яландарҙы арҡыры-буй ҡарап сығырға өлгөрҙө. Шуға күрәлер ҙә алдынғыларҙы билдәләгәндә етәкселәр араһында әллә ни бәхәс булманы.
Әмир Мансур улының тәҡдиме буйынса йыл да тиерлек районда Һабансылар ярышы үткәрелә ине. Хеҙмәт юлын тракторсы булып башлағанғамы икән, Әмир Мансур улы был сараға бик етди ҡараны. Ярышта теге йәки был әйтте тип түгел, ә ысын мәғәнәһендә чемпиондар билдәләнде. Шуға күрәлер, район чемпионы, “Ағиҙел” колхозы тракторсыһы Илһам Ғәйнуллин республика һабансылар ярышында икенсе урын алып, “Урал” мотоциклы менән бүләкләнде.
Райондың баш агрономы вазифаһында 18 йыл эшләгәндән һуң, Әмир Мансур улын райондың ер комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнеләр һәм ул был вазифала хаҡлы ялға киткәнсе эшләне.
Әмир мансур улының тағы ла яратҡан бер шөғөлө – бейеү. Студент сағында уҡ ул бейеү ансамбленә йөрөй. Бер нисә йылдан Ауыл хужалығы институтының халыҡ ансамблендә солист булып китә. Күп тапҡырҙар гастролдәргә йөрөргә тура килә. Мәскәүҙә генә өс тапҡыр була. Районға ҡайтҡас та Әмир Мансур улы был шөғөлөн ташламай. “Йөҙимән ауылы йәштәренән бейеү ансамбле төҙөп, Башҡортостан ҡалаларында ла бейергә тура килде,”- ти ул.
Әмир Мансур улы Нәбирә Ҡазыхан ҡыҙы менән ике ҡыҙ үҫтереп, аяҡҡа баҫтыралар. Уларҙың икеһе лә медицина хеҙмәткәрҙәре. Хәмитовтарҙың хәҙер инде 4 ейән-ейәнсәрҙәре бар.
70 йәшен тултырған Әмир Мансур улын заманында яландарҙа бергә эшләгән механизаторҙар, агрономдар, хужалыҡ етәкселәре исеменән матур юбилейы менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ.
Илдар ВӘЛИЕВ,
1999-2006 йылдарҙағы район ауыл хужалығы идаралығы начальнигы.

Ер улы
Ер улы
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: