+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
21 Июль 2021, 12:45

Августа – ауыл хужалығы иҫәбен алыу

Башҡортостанстат 2021 йылдың 1 авгусынан 30 авгусына тиклем кескәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу уҙғарырға әҙерләнә. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 29 авгусындағы “2021 йылда кескәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы ойош-тороу тураһында” 1315-се ҡарарына ярашлы, микропереписте уҙғарыу ваҡыты тип 2021 йылдың 1 - 30 авгусы билдәләнде.

Августа – ауыл хужалығы иҫәбен алыу
Августа – ауыл хужалығы иҫәбен алыу

Ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы уҙғарыуға нигеҙ документы булып 2005 йылдың 21 июлендәге “Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу” тигән 108-ФЗ һанлы Федераль закон тора.
Һуңғы йылдарҙа аграр тармаҡта структур үҙгәрештәр бара. Был үҙгәрештәр тәбиғәт-климат, финанс-иҡтисади шарттар, хеҙмәт ресурстарының миграцияһы менән бәйле. Шуға ла ауыл хужалығы микропереписен (СХМП) ике иҫәп алыу араһында, уларҙың һуңғыһынан 5 йылдан да һуңға ҡалмай уҙғарырға ҡарар ителде. Бынан алдағы ауыл хужалығы иҫәбен алыу 2016 йылда үткәйне.
Микроперепись объекттары булып ауыл хужалығы продукциялары етештереүселәрҙең түбәндәге категориялары тора: ауыл хужалығы ойошмалары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар, граждандарҙың шәхси ярҙамсы һәм башҡа индивидуаль хужалыҡтары, коммерциялы булмаған баҡсасылыҡ, йәшелсәселек ширҡәттәре.
2021 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың маҡсаты булып ауыл хужалығында булып үткән структур үҙгәрештәр тураһында рәсми мәғлүмәт алыу, ауыл хужалығы етештереүселәре категориялары буйынса мәғлүмәт алыу, ауыл хужалығы үҫешен күҙаллау.
108-ФЗ һанлы Закондың 12-се статьяһы 1-се өлөшөнә ярашлы, иҫәп ҡағыҙҙарында һәм электрон документтарҙа һаҡланыусы микроперепись объекттары тураһындағы мәғлүмәттәр ҡулланыу өсөн сикләнгән документ булып торалар һәм улар күрһәтелмәй (таратылмай), бары тейешле дәүләт мәғлүмәт системаларын булдырыу өсөн генә файҙаланыла.
Асия ЛАТИПОВА,
Башҡортостанстаттың
Красноусол ауылындағы дәүләт статистика бүлексәһе етәксеһе.

Августа – ауыл хужалығы иҫәбен алыу
Августа – ауыл хужалығы иҫәбен алыу
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: