Атайым яғынан ҡарт олатайым Зиннур Әбүбәкер улы Иҙрисов 1906 йылда Аҡташ ауылында тыуған. 1942 йылда, оло йәштә булhа ла, hуғышҡа алына. Уның ҡатыны Зәйнәп ике улы hәм ике ҡыҙы менән тороп ҡала. Минең олата-йым Фәриткә hигеҙ йәш тулған була. 1944 йылда Зиннур ҡарт олатайымдың hуғыш яланында хәбәрhеҙ юғалыуы тураһында хат килә. Зәйнәп өләсәй уны ғүмере буйы ҡайтыр тип көтөп йәшәй.
Әсәйемдең олатаһы Мөхәмәтғәли Ҡотлогилдин 1926 йылда Ташбүкән ауылында тыуған. Уны 18 йәше тулғас, 1944 йылда һуғышҡа алғандар. Һуғышта артиллерист булған, пушкаларҙан ауыр снарядтар менән дошманға атҡандар. Япондар Көнсығышта һуғыш асҡас, ҡарт олатайымды тыуған ил сиктәрен һаҡларға Даман утрауына ебәрәләр. Ҡарт олатайым Еңеү көнөн Алыҫ Көнсығышта ҡаршы ала. Шатланалар, мылтыҡтан атып салют бирәләр. Тик һуғыш бөтһә лә уларҙы өйҙәренә ҡайтармағандар. Ул тағы ла биш йыл ил сиген һаҡлай. Барлығы 7 йылға яҡын йөрөп, 1950 йылдың көҙөндә генә тыуған ауылы Ташбүкәнгә ҡайта. Унда тормош ҡора, балалар үҫтерәләр, минең олатайым Әнүәр уның иң оло балаһы.
Ике ҡарт олатайым да беҙ тыныс, рәхәт йәшәһен өсөн дошман менән көрәшә. Мин 9 Майҙа парадта ике фронтовик ҡартатайымдың да портреттарын тотоп йөрөйөм. Улар менән ғорурланам.
Айҙар ИҘРИСОВ,
Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының
4 "А" класы уҡыусыһы.