Был осорҙа килгән хаттарҙан Игенйылға ауылынан Зилә Сәйетбатталова, Ҡурғашлынан Хәсән Ҡотов, Ибраһим ауылынан Фәйез Садиҡов, Ҡарағай ауылынан Тәғзимә Салауатова уңған, хөрмәтле кешеләр тураһында яҙһа, Красноусолдағы 2-се мәктәптең инновациялар буйынса методисы Рәшиҙә Килмөхәмәтова мәктәп тормошо, Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Юлай Мәүлетҡоловтың “Ғафури, Мәжитов уҡыуҙары”, Ҡормантау ауылынан мәғариф һәм хеҙмәт ветераны Рим Исламғолов һабаҡташтары, коллегаһы хаҡында яҙған матур, йөкмәткеле хаттары гәзит битендә донъя күрҙе лә инде. Уларға артабан да бәйләнеште өҙмәй, яҙышып тороуҙарын теләп ҡалабыҙ.
Йәйҙең мәшәҡәттәре дауам итә. Шулай ҙа әүҙем хәбәрселәребеҙ беҙҙең менән бәйләнеште өҙмәҫ тип уйлайбыҙ. Гәзитте килгән хаттар ҙа тулыландырыуын онотмағыҙ, хаттар яҙып тороғоҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
Хаттар бүлеге.