-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Июль 2021, 10:50

Ауыл өҫтөндә аҙан тауышы

Ҡорбан ғәйете көнөндә, Үрге Ташбүкән ауылында иман йорто – мәсет асылды. Районыбыҙҙа тағы ла бер иман йорто артты. Хәҙер ташбүкәндәрҙе һәр иртә аҙан тауышы уятасаҡ. Пандемия талаптарына ярашлы сарала бар санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр ҙә теүәл үтәлеп, тәүҙә байрамға килеүселәрҙең тән температураһы үлсәнде, һәр кемгә битлек таратылды, ҡулдар дезинфекцияланды.

Ауыл өҫтөндә  аҙан тауышы
Ауыл өҫтөндә аҙан тауышы

Алыҫтан күренеп, нур сәсеп ултырған Аллаһ йорто алдына ауылдың йәше-ҡарты, күрше ауылдар халҡы ла йыйылғайны. Уларҙың шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Фуат Зәки улы Кейекбаев, район Советы секретары Марсель Барый улы Йәнмырҙин, Ғафури районы имам-мөхтәсибе Фәнил хәҙрәт Басиров, район мосолман ҡатын-ҡыҙҙары етәксеһе Ғәлиә Ғәли ҡыҙы Рахманғолова һәм башҡалар килгәйне. Фуат Зәки улы барыһын да Ҡорбан ғәйете менән ҡотланы, яңы мәсеттең оҙаҡ йылдар халыҡҡа хеҙмәт итеүен теләне һәм уны төҙөүҙә әҙемлек күрһәткәндәргә район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙарын һәм дипломдар тапшырып үтте.
Ташбүкән ауыл биләмәһе башлығы Данил Фәрүәз улы Насиров тәбрикләү һүҙҙәренән һуң иман йортон төҙөүҙә ҡатнашҡан бер төркөм ауылдаштарын Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Фәнил хәҙрәт Басиров, Ғәлиә Ғәли ҡыҙы ла ҡотлап үттеләр, мәсеткә картина, Ҡөрьән китабы, ошо ауыл килене, сәсәниә Фәүзиә Ҡотлогилдина үҙенең “Тормошобоҙ булһын иманлы” тигән китабын бирҙе, мөнәжәт уҡып ишеттерҙе. Килгән ҡунаҡтар икмәк-тоҙҙан, ҡымыҙҙан ауыҙ иткәндән һуң йәшел таҫма киҫелеп, яңы мәсет асыҡ тип иғлан ителә.
Иман йортон төҙөүгә йөрьәт итеүсе Фәнил Әхмәтғәли улы Кинйәбаев ошо ауылда тыуып үҫкән.
- Был уй-маҡсат менән бынан 4 йыл самаһы элек яна башлағайным. Мәсет төҙөү өсөн ағас йүнләп алғас, Ҡурғашлы ауылының төҙөүселәр бригадаһы ир-егеттәре бураны күтәреп тә ултыртты. Әлбиттә, яңғыҙ кеше генә башҡарып сыға торған эш түгел был, шуға күрә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙған Альберт Ҡотлогилдин, Миңнияр Булатов, Шамил Сабиров, Марат Ибәтуллин, Фирдус Мөхәмәтйәнов, Әхиәр Вәлитов, Венер Батталов, Ғәли Мөхәмәтшин, Юлай Ибәтуллин, Фәрғәт Булатов һәм башҡаларға рәхмәтлемен. Ауылымда 2014 йылда 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы ауылдаштарым иҫтәлегенә һәйкәл эшләттем, шуның эргәһенә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына ла обелиск төҙөтөргә ине, - тип ниәте менән дә уртаҡлашты Фәнил Әхмәтғәли улы.
Ауыл муллаһы Фирдус хәҙрәт Мөхәмәтйәнов һәм бер төркөм өлкәндәр яңы мәсеттә тәүге намаҙға йыйылды. Ауыл өҫтөндә изге аҙан тауышы яңғыраны.
Яңы мәсет ҡотло булһын, халыҡҡа оҙаҡ хеҙмәт итһен!

Ауыл өҫтөндә  аҙан тауышы
Ауыл өҫтөндә аҙан тауышы
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: