-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Июль 2021, 14:50

Юлсыларҙың ҡыҙыу эш осоро

Йәй үҙенең ҡояшлы, аяҙ көндәре менән ҡыуандырған мәлдә район һәм муниципаль-ара юлдарҙа юл төҙөү-ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәренең эше ҡыҙыу бара. Юлдар – тормошобоҙ көҙгөһө, тиҙәр бит. Тормошобоҙҙо юлһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Юлда себен урынына осҡан машиналарға хәрәкәт итеү хәүефһеҙ булһын өсөн юл хужалығы эшселәре көҙгөләй юл булдырырға тырыша. Район юл төҙөү-ремонтлау идаралығы начальнигы Зөфәр Мәғәсүм улы Хафизов менән ошо ҡыҙыу осорҙа эш барышы, алдағы маҡсаттар тураһында һөйләшеп алыу форсаты сыҡты. Һүҙ – уға:

Юлсыларҙың ҡыҙыу эш осоро
Юлсыларҙың ҡыҙыу эш осоро
Юлсыларҙың ҡыҙыу эш осоро
Юлсыларҙың ҡыҙыу эш осоро

-Беҙгә юлдарҙы тәртиптә тотоу, төҙөү бурысы йөкмәтелгән. Быларға инде асфальт юлдарҙы ремонтлау, ямау, ҡыш көнө ҡарҙан таҙартыу, шулай уҡ юл билдәләре, күперҙәр торошон ҡарап тороу, ямғыр һыуҙары ағып төшкән торбаларҙы таҙартыу ҙа инә. Үҙебеҙгә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән башҡарабыҙ. Эшселәр ҡояш менән бергә тороп, грейдерсылар юлдарҙы тигеҙләй, тракторсылар юл ситтәрен сабалар, айырым эшсе бригадалар юл элементтарын (буяу һ.б.) тәртипкә килтереү менән мәшғүл, асфальт һалына, ҡайһы бер соҡор-саҡырлы урындарҙы ямайбыҙ. Хеҙмәткәрҙәр һәр береһе үҙ эшен яҡшы белә.
Бөгөнгө көндә юл төҙөү-ремонтлау идаралығы Аҡкүл – Нағаҙаҡ участкаһында эшләйҙәр. Бында ике километр юлға асфальт һалырға кәрәк. Тейешле ваҡытҡа эште башҡарып сығырбыҙ тип уйлайым. Асфальт һалыу – биләмәлә йәшәүселәр өсөн генә түгел, автомобилселәргә, беҙҙең үҙебеҙ өсөн дә шатлыҡлы күренеш. Өҫтө заманса түшәм менән ҡапланған һәйбәт юлдар райондың социаль-иҡтисади сәскә атыуын күрһәтеп торғанлығын һәр кем яҡшы белә. Беҙҙең өсөн трассаларҙы төҙөү һәм төҙөкләндереү – яуаплы миссия, эште тейешле талаптарға тура килтереп, намыҫ менән, оҙаҡ йылдар хеҙмәт итерлек итеп башҡарабыҙ.
Бынан һуң, Аҡкүл ауыл советында эште тамамлағас, Ҡарағай һәм Имәндәш ауылдарын тоташтырып торған юлға өс километр оҙонлоҡта асфальт һалыуға тотонасаҡбыҙ. Юлсылар Красноусолда ла ҡайһы бер эштәрҙе башҡаралар. Мәҫәлән, үткән йыл беҙ Көнбайыш урамында башлағайныҡ, Алла бирһә, Аэродром урамы менән киҫешкән ерҙән башлап, урау юлға барып сыҡҡансаға тиклемге юлдарға, шулай уҡ быйыл һәм артабан бөтә участкаларҙа ла асфальт һалыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Киләһе йыл Көнбайыш урамын асфальтлау мәсьәләһе буйынса 18 миллион һум аҡса бүлеү ҙә планлаштырыла.
Юлдарҙа беҙҙең идаралыҡ ҡына түгел, подрядсылар ҙа эшләйҙәр. Талбазы-Красноусол трассаһын ремонтлауҙа Өфө ҡалаһының “Дортрансстрой” предприятиеһы тендерҙа еңеп, 42-44 километрҙағы Талбазы-Красноусол автомобиль юлында улар асфальт-бетон ҡатлам түшәү менән мәшғүлдәр. Цапаловка ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күперҙе реконструкциялауҙа Ырымбур өлкәһе предприятиеһы эшләй. Бында эш барышында уйлағандан да күберәк ремонт талап ителеүе асыҡланды. Күпергә түшәлгән юл ҡатламын тулыһынса аҡтарып, йүнәтеп, яңынан һалыу талап ителә. Күпер тоташҡан ярҙарҙы нығытып, монтажларға, махсус плиталар һалырға ла кәрәк буласаҡ.
Эшселәребеҙҙең барыһы ла үҙҙәренә еткерелгән бурыстарға яуаплы ҡарай, һынатмай. Шулай ҙа үҙ эшенең оҫталары булған асфальт һалыусы, бригадир Сергей Федосеев, мастер-бригадир Ирек Стукалов, катоклаусы Наил Бәхтийәров, водителдәр Нурғәле Алмаҡаев, Рим Ишмаев, Азат Ғәлимуллинды, тракторсыларҙан грейдерсы Сергей Шестаков, механизатор Виктор Ергуновты әйтеп үтергә була.
Юл төҙөү-ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре тигеҙ, матур юлдар булһын өсөн бар тырышлығын, көсөн һалып эшләйҙәр. Шулай уҡ район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов та күҙ уңынан ысҡындырмай, беҙҙең хеҙмәтте баһалап, килеп тыуған ҡатмарлы хәлдәрҙә ярҙам итеп тора, бының өсөн район етәкселегенә рәхмәтлебеҙ. Дөйөм алғанда, быйылға ҡуйылған маҡсаттар һәм пландарҙы тулыһынса үтәрбеҙ тип ышанабыҙ. Түҙемлек, тырышлыҡ талап иткән хеҙмәтебеҙҙә барлыҡ эшселәргә һаулыҡ, ғаиләләрендә уңыштар теләп, дөйөм хеҙмәткә индергән өлөштәре өсөн рәхмәт әйтеп ҡалам, - тине Зөфәр Мәғәсүм улы үҙ һүҙен тамамлап.
Эҫе селләлә лә, ыжғыр буранда ла һәр саҡ юлда булған юл төҙөү-ремонтлау идаралығы эшселәренең ныҡышмалылығына, тырыш-лығына хайран ҡалырлыҡ. Уларҙың идаралығында ла һәр ерҙә тәртип, ныҡлы таҙалыҡ булыуы күҙгә ташлана. Еңел булмаған эштәренә яңынан-яңы ҡаҙаныштар насип булып, юлдарыбыҙ ышаныслы, тигеҙ булһын.

Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: