+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
27 Июль 2021, 15:05

Ураҡ эштәре һәйбәт темпта бара

Райондың 12 хужалығында уңыш йыйыу ҡыҙыу бара. Айы-рыуса “Восход-СТ” ЯСЙ-е аграр предприятиеһында эш һәйбәт ойошторолған. 26 июлгә ҡарата сәселгән майҙандың 1090 гектарында уңыш йыйып алынған да инде. Уртаса уңыш гектарынан 16,7 центнер тәшкил итә. “Урожай” ЯСЙ-е крәҫтиән хужалығында 435 гектарҙа эштәр тамамланып, бында уртаса уңыш – гектарынан 12,5 центнер. баҫыу майҙандары ҙур булмаған хужалыҡтарҙа ужым культураларын һуғып бөткәндәр ҙә инде.

Ураҡ эштәре һәйбәт темпта бара
Ураҡ эштәре һәйбәт темпта бара

Быйыл районда ҡуҙаҡлы культуралар сәсеүлектәре арттырылған, шуларҙың 570 гектарын борсаҡ тәшкил итә. “Восход-СТ” ЯСЙ-е аграр предприятиеһы был культураның 160 гектарын йыйып алып, уртаса уңыш гектарынан 15 центнер тәшкил итә. Был хужалыҡта 420 гектар борсаҡ сәселгән булған. Ошо уҡ ҡуҙаҡлы культураны ШЭ Г.М.Тахтаров хужалығы 150 гектарҙа сәскән.
Борсаҡ бешеп өлгөргән, күрһәткес тә зарланырлыҡ түгел. Ауыл эшсәндәренә тулы ҡеүәттә эште атҡарып сығыуҙарын теләйбеҙ.

Ураҡ эштәре һәйбәт темпта бара
Ураҡ эштәре һәйбәт темпта бара
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: