“Агрохим” ЯСЙ-е ауыл хужалығы предприятиеһында (етәксеһе Руслан Винер улы Рәжәпов, шулай уҡ Үтәк ауылында “ШЭ Р.В.Рәжәпов” хужалығына ла етәкселек итә) яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек планға ярашлы алып барылды. Быға тракторҙарҙың техник тикшереүҙе уңышлы үтеүе лә асыҡ миҫал булып тора. Етәксе әйтеүенсә, механизаторҙар 15 декабрҙән 15 ғинуарғаса бер ай ял иткәндән һуң, эшкә сығып, баш инженер Айҙар Батыршин етәкселегендә техникаларҙы етди ремонтлауға ҙур көс һалған. Бөгөнгө көндә хужалыҡ 20 кешене берләштерә. Миҙгелле эштәр: сәсеү һәм уңыш йыйыу осоронда өҫтәлмә 5-6 кеше эшкә ҡабул ителә.
Әлеге мәлдә хужалыҡта ужым культураларын өҫтәлмә туҡландырыу, дым ҡаплатыу эштәре бара. Беҙ хужалыҡта булған көндө (19 апрель) Валерий Умов менән Александр Новиков ҡеүәтле “К-700”-ҙәрҙә дым ҡаплатыуға төшкән. Ә тәжрибәле механизаторҙар “МТЗ-80” тракторында Илфат Ғәлиәхмәтов менән Михаил Ситников “МТЗ-80.1”-тә ужым культураларын өҫтәлмә туҡландырыуҙа мәшғүл ине. Евгений Савченко үҙ техникаһында сәскескә минераль ашлама тейәп тора. Сәскестәрҙе Илшат Рәхимғолов менән Вячеслав Никитин хеҙмәтләндерә. Хужалыҡта ужым культураларын үҫтереүгә ҙур иғтибар биргәндәр. Ужым бойҙайы хужалыҡтың алты баҫыуында сәселеп, дөйөм 495 гектар майҙанды биләй. Руслан Винер улы билдәләүенсә, ужым культуралары былтырғы менән сағыштырғанда бик һәйбәт ҡышлаған һәм уларҙы боҙоп сәсергә тура килмәйәсәк. Сәсеү структураһына килгәндә, ужым бойҙайына өҫтәп 500 гектарҙа арпа сәсергә уйлашалар, йәғни бөртөклөләр 1000 гектарҙы биләйәсәк. Техник культураларҙан көнбағышты 380 гектарҙа үҫтереү ҡаралған, тәүгеһенән быйыл етен (180 гектар), рапс (200 га), соя (70 га) сәсергә планлаштыралар.
- Яҙғы сәсеүгә барлыҡ техниканы етди әҙерләргә тырыштыҡ, ҙур ватылыуҙар булмаҫ тип ышанам. Орлоҡ (етен менән соянан башҡалары), минераль ашламалар, яғыулыҡ-майлау материалдарын алдан хәстәрләп, ташып ҡуйҙыҡ, һуңғылары хатта бер йылға етерлек тупланды. Ошо көндәрҙә орлоҡтарҙы сорттарға айырып, ағыуларға тотонорға иҫәп. Шуға ла яҙғы баҫыу эштәрен үҙ ваҡытында һәм сифатлы итеп атҡарып сығырбыҙ тип ышанам, - ти ауыл хужалығы йүнәлешендә ун йыл элек (малсылыҡта) эш башлап, ә ялансылыҡта бер йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, алға ҡарап эш иткән Руслан Рәжәпов. – Шулай уҡ Үтәк ауылындағы “ШЭ Р.В.Рәжәпов” хужалығында ла ошо көндәрҙә яҙғы баҫыу эштәренә тотонасаҡбыҙ. Бында дөйөм 500 гектар майҙандың 180 гектарын ужым бойҙайы биләй.
Механизаторҙарға һәм сәсеү эштәрендә ҡатнашыусыларға уңайлы эш шарттары булдырырға тырышҡандар. Эшселәр көнөнә ике тапҡыр туҡландырыла. Ашнаҡсы Наталья Тихонина тәмле аштары менән һыйлай. Хужалыҡта көнө йылды туйҙырыр мәлдең һәр минутын тулы көсөнә файҙаланып ҡалырға тырышалар.