+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
6 Май 2022, 15:30

Көнбағыш һәм рапс сәсәләр

“Восход-СТ” ЯСЙ-е ауыл хужалығы предприятиеһында ла сәсеү эштәренең ҡыҙған мәле. Аяҙ һәм йылы көндәрҙең һәр минуты, сәғәте ҡәҙерле, шуға ла баҫыу эштәрен тулы көсөнә алып барырға кәрәк. Был мөһим эшкә бер нисә агрегат йәлеп ителгән. Әлеге мәлдә Ивановка һәм Серповка ауылдары янындағы көнбағыш һәм рапс сәсеүлектәрендә ҡыҙыу эш бара. Предприятиеның генераль директоры, ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Рөстәм Фәйзуллин беҙҙе хужалыҡтағы сәсеү эштәренең барышы менән таныштырҙы.

Көнбағыш һәм рапс сәсәләр
Көнбағыш һәм рапс сәсәләр

Ауыл хужалығы предприятиеһының сәсеүлектәре дөйөм 6600 гектар майҙанды биләй, шуның 1050 гектарында ужым бойҙайы сәселгән. Быйыл хужалыҡта яҙғы бойҙайҙы – 800, шәкәр сөгөлдөрөн – 650, көнбағышты – 950, борсаҡты – 480, арпаны – 530, һолоно – 200, рапсты 560 гектарҙа һәм башҡа культуралар сәсеү планлаштырыла. 1080 гектар майҙан парға ҡалдырылған.
Беҙ хужалыҡта булған көндө (4 май) тәжрибәле механизатор Марсель Рәхмәтуллин Серповка ауылы янындағы 280 гектарҙы биләгән баҫыуҙа ҡеүәтле “FENDT-933”-дә рапс сәсеү менән мәшғүл булһа, Данис Рәхмәтуллин менән Алексей Маленков 60 гектарлы баҫыуҙы иңләп-буйлап, көнбағыш сәсеп йөрөй. Сәсеү агрегаттары алдынан Илдар Йәнбәков “RSM-23.75” 12 метрлы “Тайлер-Мастер” тағылмаһында ерҙәрҙе йомшарта, Артём Долин (“К-700”-ҙә) тырмата, ә шәкәр сөгөлдөрө биләйәсәк баҫыуҙарҙы Илнур Ғазин менән Роман Александров йомшарта, Сергей Квитко менән Дмитрий Степанов катуклау менән мәшғүл. Дмитрий Михайлов (“МТЗ”) менән Олег Федоров (“КамАЗ”) баҫыуҙа эшләүсе техника-сәскестәрҙе заправкалауға орлоҡ, минераль ашлама ташыуға йәлеп ителгән. Сәсеүлектәр шундуҡ ашлама индерелеп сәселә. Илгиз Ҡотлозаманов менән Мөнир Ғәлиев үҙ техникаларында тейәү-бушатыуҙа эшләй, Анатолий Долин һыу ташый. Иртә яҙғы культураларҙы сәсеп бөткәс, ҡуҙаҡлыларҙан борсаҡты (“Тип”, “Лумп”, “Аксайский усатый” сорттарын сәсеү планлаштырыла) Артур Рәхмәтуллин, “татлы тамыр”ҙы Мансаф Зәйнетдинов мәшғүл буласаҡ. Сәсеү менән бер рәттән ужым культураларын химик утау эше лә ойошторолған. Был эшкә “Туман-2М”-дә Салауат Замилов йәлеп ителгән.
Хужалыҡта әлегә агроном юҡ, Башҡорт дәүләт аграр университетының агрономия факультетында 3-сө курста уҡып йөрөгән Никита Родионов бында практика үтеп, был һөнәр нескәлектәрен төшөнә.
Көндәр ошолай аяҙ тороп, техника һынатмаһа, сәсеүҙе, тупраҡта дым күп саҡта сифатлы итеп атҡарып сығырға иҫәп тотоп, дәртләнеп эшләй хужалыҡ механизаторҙары.

Көнбағыш һәм рапс сәсәләр
Көнбағыш һәм рапс сәсәләр
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: