-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Июль 2022, 15:15

Бар көстө – мал аҙығы әҙерләүгә

Эҫе көндәр башланыу менән районыбыҙҙың ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре бар көстө мал аҙығы әҙерләүгә йүнәлтте: хужалыҡтарҙың ҡайһылары бесән сабыуға төшһә, бәғзеләре сенаж һала башланы.

Бар көстө – мал аҙығы әҙерләүгә
Бар көстө – мал аҙығы әҙерләүгә

“Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге”нән алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, район буйынса 13 июлгә ҡарата 5 меңдән ашыу гектарҙа күп йыллыҡ үләндәр сабылған. 4100 тонна бесән төргәкләнгән, йәнә 5300 тонна йәшел масса сенажға һалынған. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, районда һәр шартлы мал башына 8 центнер мал аҙығы әҙерләнгән. Сенажды “Урожай” ЯСЙ КХ-һы һәм “ШЭ Р.Ғафаров” КФХ-һы һалһа, бесәнде был хужалыҡтарҙан тыш, Ленин исемендәге колхоз, “ШЭ Р.Мөьминов” КФХ-һы, Йомағолов, Ерофеев, Латипов, Ғиззәтуллин крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, “Агролэнд” та әҙерләгән.
Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа ла мал аҙығы әҙерләү ҡыҙыу төҫ алған. Оҙаҡламай хужалыҡтар күп йыллыҡ үләндәрҙе икенсе сабыуға ла төшәсәк. Әлегә бында пар участкаларын эшкәртеү һәм сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү, ҡоротҡос бөжәктәргә, сирҙәргә, сүп үләндәренә ҡаршы эшкәртеүҙе лә индереп, эштәре бара. Шәкәр сөгөлдөрө үҫтергән хужалыҡтар “татлы тамыр” сәсеүлектәрен ике тапҡыр эшкәрткән, яҡын арала өсөнсөгә тотонасаҡтар. Уңыш йыйыу мәле лә оҙаҡ көттөрмәҫ.

Бар көстө – мал аҙығы әҙерләүгә
Бар көстө – мал аҙығы әҙерләүгә
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: