-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
23 Июнь 2023, 15:20

Алмашҡа йәштәр килә

Районыбыҙ хужалыҡтарында булғанда йыш ҡына етәкселектең механизаторҙар һәм башҡа һөнәр эйәләре етешмәүгә, йәш егеттәрҙең ауылда төпләнмәй, ҡала яғын ҡайырыуына зарланыуын ишетергә тура килгеләй. Ә бына Бурлы ауылында Нәжип Мәжит улы Хисаметдинов етәкселегендәге “Урожай” КХ-һы ЯСЙ-ендә был бөтөнләй ят күренеш: хужалыҡта ергә берегеп, бер нисә тиҫтә йыл комбайн-трактор штурвалы артында иген иккән, ер һөргән механизаторҙар сафына әленән-әле йәштәр өҫтәлеп тора.

Алмашҡа йәштәр килә
Алмашҡа йәштәр килә

Ғөмүмән, бында элек-электән йәш кадрҙар әҙерләүгә етди иғтибар бирелә. Хужалыҡтағы механизаторҙарҙың байтағы йәштәр, йәғни 25-30 һәм 40 йәшкә тиклемгеләр. Һөнәргә эйә булғас, атайҙары юлын дауам итеү уйы менән йәнтөйәктәренә әйләнеп ҡайтып, ауылда төпләнеүҙе хуп күргәндәр һәм үҙҙәрен тыуған хужалыҡтарындағы эшкә бағышлағандар, шулай уҡ яҡын-тирә ауыл йәштәре лә бында эш урыны тапҡан.
Беҙгә Йәштәр көнө алдынан “Урожай” хужалығында булып, тап йәш кадрҙар менән танышыу форсаты сыҡты. Техника паркында ҡыҙыу эш мәленә тура килдек, берәүҙәр өлкән механизаторҙар Айытбай Зәйнешев, Урал Йәғәфәров, Ким Ғәлиәхмәтов, Урал Исҡужин, Рәфит Халиҡов, механик Миҙхәт Ғиззәтуллин менән берлектә тракторҙарҙы, сапҡыстарҙы мал аҙығы әҙерләүгә (сенажға үлән, бесән сабыуға) әҙерләй, икенселәре үҙҙәре идара итәсәк комбайндарҙы ремонтлай. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һаман да тыуған хужалығына тоғролоҡ һаҡлаған тәжрибәле механизатор, йәштәрҙең кәңәшсе-тәрбиәсеһе Рәшит ағай Яҡуповты ла бында осраттыҡ.
Хужалыҡ механизаторҙары Филүс Ишмөхәмәтов, Финзир Вәлиев, Илнур Фәхретдинов, иретеп йәбештереүсе Азамат Хафизов, слесарь Денис Шәрипов, водитель Ғәзиз Рафиҡов (атайҙары юлын дауам итәләр), заправкалаусы, келәт мөдире Илдус Солтанморатов, Аграр университет тамамлағас, хужалыҡ агрономы булып эш башлап, хәҙер йәмғиәт нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Колос” ЯСЙ-е етәксеһе Ринат Хисаметдинов, бухгалтер Радмир Дәүләтбаев яңы ғына эш башлаған, агроинженер Илдар Ғәбдиев практикаға килгән. Хужалыҡтың иң йәш (25 йәш) механизаторы Айгиз Аҡҡолов (билдәле сәбәптәр менән эштә булмау сәбәпле, фотоға төшә алманы) мәрхүм атаһы – билдәле механизатор Сулпан Аҡҡоловтың юлын дауам итеп, хужалыҡта эш башлаған. Һәм һынатмай егет, атаһының механизаторлыҡ һөнәрен лайыҡлы дауам итә.
Хужалыҡтың киләсәге – ер хужалары йәштәргә эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Алмашҡа йәштәр килә
Алмашҡа йәштәр килә
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: