Башҡортостандың башҡа райондарына хас булғанса, Ғафури районында ла атҡа бәйле легендалар, ҡыҙыҡлы хәлдәр күп булған. Башҡорт аттары тураһында Ватан (Родина) ауылында ат тотоу-сы Владимир Түзбәковтың һөйләгәндәренә бәйләп яҙып үтәһем килә.
Беҙҙең төбәктә йылҡысылыҡ, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеү атай-олатайҙарҙан ҡалған изге шөғөл булып тора. Һәр ҡайҙағыса, ике меңенсе йылдарҙан һуң ауылдарҙа хужалыҡ эштәре машина көсөнә күсеүе аттарҙың һаны кәмеүгә килтерҙе. Әле, туризм өлкәһендә эшләүселәр һәм ат йәнле кешеләрҙең быға иғтибар биреүе сәбәпле, аттар һаны ла артыуы күҙәтелә.
Ат - башҡорт халҡының тоғро дуҫы, яуҙашы, уң ҡанаты. Башҡорт аты электән үк Рәсәйҙә сыҙамлығы менән дан алған, ул йыл әйләнәһенә ялан-ҡырҙарҙа тибенлектә йөрөй алған. Борон-борондан беҙҙең халыҡтың йәшәйеше атҡа бәйле булған. Беҙҙең атай-олатайҙар ат менән ниндәй генә яу юлы үтмәгән! Яраланып ҡайтҡандары бейә һөтөнән яһалған традицион ҡымыҙ эсеп дауаланған.
Шулай бер башҡорт аты тураһында ишеткәндәрҙән. Бөйөк Ватан һуғышына ауылдағы барлыҡ аттарҙы һуғышҡа алып китәләр. Ат ҡараусы булып эшләүсе бабай ҙа ошо ваҡытта “атһыҙ конюх” ҡушаматы ала. Саптар исемле атҡа, аяғы яраланһа ла, тыуған яғына әйләнеп ҡайтырға насип була. Ат йәнле кешеләр был аттың бер аяғы тубығынан яраҡһыҙ булыуын ҡарап, тимерсенән тимер аяҡ эшләтеп ҡуйҙырталар. Шул тиклем аҡыллы ат була, яһалма тояҡлы булһа ла ауылды тергеҙеүҙә йөк тарта.
Тағы ла бер булған хәл. Саф башҡорт тоҡомло бейә була ул. Барлыҡ аттарҙы һуғышҡа ебәрәбеҙ тигән көн Ҡашҡа исемле бейә яланда ҡолонлай. Уны ла бер нәмәгә ҡарамай һуғышҡа оҙаталар, ат күҙ йәштәре менән артына ҡарай-ҡарай башын аҫҡа эйеп китә. Кире ҡайтмаҫын аңлаған микән?! Ә ауыл халҡы ҡолонон балаҫҡа һалып алып ҡайта һәм бергәләп тәрбиәләйҙәр. Ошо ҡолон аяҡҡа баҫҡандан алып ауылдағы һәр ғаиләгә утын, бесән килтерергәме, ҡапыл ауырып киткәндәрҙе дауаханаға алып барырға булһынмы - ярҙамсы була. Йөк аты ғына булмай, ат сабыштарында һәр саҡ беренсе урындарҙы ала. Олораҡтар уға оҡшаған ат күрһәләр “һай, үҙебеҙҙең башҡорт тоҡомонан бит ул!”, ти торғандар ине.
Районыбыҙҙа үткән быйылғы һабантуйҙа Родина ауылының аттары үҙҙәренең саялығы менән барыһының иғтибарын йәлеп итеп кенә ҡалманы, тәүге урындарҙы яулап та үҙҙәренә ҡаратты. Был аттарҙың хужалары - ошо ауылда йәшәүсе туғандар Владимир, Олег, Радик, ЭдикТүзбәковтар. Юл төшкәндә Владимирҙың “Эрмитаж”, “Крона”, “Йәшен” ҡушаматлы аттары менән дә яҡындан танышыу насип булды. Уларҙы башҡорт тоҡомонан тип кенә әйтеп булмай, ҡатнаш тоҡомдан. Башҡорт тоҡомло аттарҙың ҙур башлы, сысҡан һыртлы, киң маңлайлы, ҡыҫҡа ҡалын муйынлы, киң тура арҡалы, түбән осалы булыуын беләбеҙ.
Владимир Әхиәр улы тоғро дуҫтары тураһында рәхәтләнеп һөйләй: “Башҡорт аты ҡыйыу, тәүәккәл, тырыш, түҙемле, тыңлаусан, хужаһына ышаныусан, өйрәтеүгә тиҙ күнегә. Төрлө күнегеүҙәр аша башҡорттар аттарын махсус тәрбиәләгәндәр. Беҙ ҙә ошо тоҡомло аттар һатып алған инек. Башҡорт тоҡомло аттар районда Юрмаш ауылында Фәнил Әхтәмовта булыуын беләм. Беҙҙең аттар республикала уҙған “Терра Башҡортостан” конкурсында ла ҡатнашты. Сабыш аттарына һәр саҡ күнекмәләр үткәрергә кәрәк. Улар ике йәштән ярыша башлайҙар. “Эрмитаж”ға ла алмаш кәрәк, әле уға 11 йәш. Аттар хужаға һәр саҡ тоғро инде ул”, - ти ат йәнле ағайыбыҙ.
Эйе, башҡорт аты иғтибарға лайыҡ хайуан. Уларҙы рес-публика күләмендә үрсетеүгә иғтибар бирелеүе һәйбәт эш. Башҡорт атының талымһыҙ, һыбай йөрөүгә лә, йөк артмаҡлағанда ла, еккелә лә юғары эш һәләтлегенә эйә булыуын иҫәпкә алып, уларҙы арттырғанда тәбиғәтебеҙгә лә һис шикһеҙ ярҙам булыр ине. Бәлки, ат йәнле егеттәребеҙ эшҡыуарлыҡты ошо йүнәлештә асыр?! Бында төрлө яҡлап уйланырға урын бар.