-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

1418 көн

Бер мең дүрт йөҙ

ун һигеҙ көн һәм төн.

Утлы ялҡын ерҙе ҡапланы.

Кеше ҡаны йылға булып аҡты,

Йәнде ҡыйып бомба шартланы.

Ауылдар һәм ҡала емерелде,

Афәт баҫты тыуған еремде.

Етем ҡалған сабый балаларҙың

Күҙ йәштәре, ҡаны түгелде.

Дошман тапап, иҙеп килгәндә лә,

Илде яҡлап барҙыҡ үлемгә.

Берҙәмлек һәм дуҫлыҡ

ғәйрәт бирҙе,

Һис һүнмәне өмөт еңеүгә.

Алҡымынан алып фашистарҙың,

Рейхстагҡа байраҡ ҡаҙаныҡ.

Тыуған илебеҙҙең азатлығын

Һаҡлап ҡалдыҡ, Еңеү яуланыҡ.

Ер күтәрмәҫ һуғыш ғазаптарын

Үҙ иңендә халҡым күтәрҙе.

Халҡыбыҙҙы һуғыш һынау аша,

Сират күперенән үткәрҙе.

Еңеү көнөн яулау ауырлығын

Онотмаһын тыуыр быуындар.

Еңеү өсөн яуҙа үлгәндәрҙең

Рухтарына тоғро булһындар.

Онотоламы ни Еңеү яҙы,

Еңеү яулап алған ул көндәр!

Һуғыш вәхшәттәре иҫкә төшһә,

Өҙгөләнә әле күңелдәр.

Әрней әле һаман ғүмерҙәр.
Читайте нас: