Һуғыш ваҡытында бер кем дә ауыр эшкә, аслыҡҡа, яланғаслыҡҡа һәм фәҡирлеккә зарланмаған. Һуғыштың ҡасан да булһа бер бөтөрөнә, халыҡтың еңел тын алып, тыныс тормошта йәшәйәсәгенә ышанған.
Яугирҙар менән бер рәттән, фашист илбаҫарҙарына ҡаршы аяуһыҙ көрәштә тылда ҡалғандар ҙа бөтә көсөн һалып ҡатнашҡан. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн улар ал-ял белмәй, таң һарыһынан ҡараңғы төнгә тиклем фронт өсөн тип тырышҡандар. Эштең иң ауыры ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар иңенә төшкән. Һуғыш балаларҙы, шағир әйтмешләй, “ҡолаҡтарынан тартып” иртә ҙурайырға, тормош михнәттәрен ваҡытынан алда кисерергә мәжбүр итә.
Бына ошо “һуғыш балалары” тип аталған быуын районыбыҙҙың һәр бер ауылында бар. Бөгөн улар бер ниндәй льготаларға эйә булмаһалар ҙа, тыныс, аяҙ күк аҫтында ғүмер итеүҙәренә шөкөр итеп, мул, иркен тормошта йәшәй, ҡайһылары балалары тәрбиәһендә бәхетле ҡартлыҡтарын кисерә. Фотохәбәрсебеҙ Наил Латипов Татар Саскүле ауылында бала саҡтарын һуғыш урлаған быуындан 86 йәшлек Зәүиә Шәмсетдинованы (Ҡотлоғужа ауылында тыуып үҫкән), 6 бала әсәһе 89 йәшлек Рәшиҙә Яппарованы, 5 бала тәрбиәләп үҫтергән ирле-ҡатынлы Фатима (87 йәш) менән Сөләймән (86 йәш) Шәрәфетдиновтарҙы, бы-йыл бергә йәшәүҙәренең 60 йыллығын билдәләйәсәк Мәүлиха менән Вахит Бикҡоловтарҙы төшөрөп алған.