-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Татар Саскүле ветеранына – 99 йәш

Татар Саскүле ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Низаметдин Бәҙретдин улы Вахитов (һүрәттә) 3 майҙа үҙенең 99-сы ғүмер яҙын билдәләп, 100-сө йәшенә аяҡ баҫты.

Бер быуатҡа тиң ғүмер юлы үткән Низаметдин Вахитовтың тормош юлы ябай ғына. Ауыр замандарҙа уға 4 класс ҡына белем алырға насип була. Уларҙың быуыны өлкәндәр менән бер рәттән барлыҡ эштәрҙең уртаһында ҡайнай. 24 йәшендә ауыл мәктәбенә уҡытыусы булып эшкә килгән Яңғыҙҡайын ауылы ҡыҙы Фатима менән яҙмышын бер бөтөн итә. Әммә ике йәш йөрәк оҙаҡ та йәшәп өлгөрмәй, өйләнешеүҙәренең киләһе йылына, йәғни 1944 йылда ғаилә башлығына повестка килә.

Һуғыш ғәрәсәте эсенә ингәнгә тиклем Алкинола әҙерлек үтә. Бында башланғыс белеме булғандарҙан полк төҙөлә һәм Свердловск ҡалаһындағы танк училищеһына уҡырға ебәрелә. Улар араһында Низаметдин да була. Бында 6 ай тирәһе уҡып, техника серҙәренә төшөнгәс, I Белоруссия фронтының 16-сы танк полкында Польша ерендә һуғышҡа инә яугир. Польшаны фашист баҫҡынсылары ҡулынан азат иткәс, Германияға йүнәлгән полкҡа Одер йылғаһы аша сығырға кәрәк була, әммә күпер юҡ. Һалдаттарға тиҙ арала баҫма һалыу бурысы ҡуйыла. Һалҡын мәл була, үҙҙәрен аямай, сирҡаныс боҙло һыу эсендә күпер һалырға тотона яугирҙар. Әленән-әле дошман пулялары яуып ҡына тора. Ике яҡ ярға зениткалар ҡуйып, үҙҙәренә ҡаршы ут асҡас ҡына атыштар туҡтап ҡала. Ҙур михнәттәр менән күпер һалынып бөтөп, полк артабан үҙ юлын дауам итә. Ҡаты алыштарҙың береһендә яраланған Низаметдин госпиталгә эләгә. Оҙаҡ ҡына дауаланырға тура килә уға. Бөйөк Еңеү көнөн дә госпиталдә ҡаршылай. Әммә һауығып сыҡҡан яугирға тиҙ генә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыу насип булмай, артабан уҡсылар полкында хеҙмәтен дауам итә. Тәнендәге яраһы әленән-әле һулҡылдап һыҙлап, үҙен һиҙҙереп тора.

Комиссия үткәндән һуң, хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табылыусылар менән бер рәттән Н.Вахитов та 1945 йылдың ноябрендә тыуған яҡтарына ҡайтарыла. Әлбиттә, уны бында ла еңел тормош көтмәй. Элекке яугир ауылдаштары менән берлектә һуғыш емереклектәрен бөтөрөргә, ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырырға тотона. “Забельский” совхозында төрлө эштәр башҡара, комбайнсы булып эшләргә лә тура килә.

99 йәш... Ауыр һуғыш юлдары үткән һәм ауылдың иң оло кешеһе һаналған Низаметдин бабай ошондай олпат йәшкә етеп, бәхетле ҡартлығын кисерә. Аң-зиһене теүәл, теремек, үҙ-үҙен ҡарай алырлыҡ. Бары тик һөйөклөһө – ғүмер юлдашы Фатимаһы ғына (мәрхүмә булған) янында юҡ. Ҡолағы ишетмәүе бер аҙ борсоуға һала уны. Ярай әле, терәк-таянысы – балалары (ҡатыны менән 5 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр) бар. Бөгөн Низаметдин бабай иң кесе улы Флүр менән килене Миңнира тәрбиәһендә, ҙур, иркен йорттоң иң түрендә, бер нәмәгә мохтажлыҡ кисермәй, заманға зарланмай, барыһына шөкөр итеп ғүмер йомғағын һүтә. Төрлө тарафтарҙа йәшәгән башҡа балалары Рәмил, Миңниса, Нәжибә, Рауза, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре ишек тотҡаһын һыуытмай, атайҙары, олатайҙары янына ҡайтып, уны һөйөндөрөп торалар. Хәйер, оло кешегә яҡындары иҫән-һау булып, хәстәрҙәренән ташламай, хәлен белешеп торһалар, шунан башҡа бер ни кәрәк түгел.

Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны Низаметдин Бәҙретдин улына иҫән-һау булып, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең изгелеген, ҡәҙер-хөрмәтен күреп, аҡыллы кәңәштәрен биреп йәшәп, 100-гә етергә яҙһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.


Читайте нас: